Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 09:45

Ғәйеп һүҙҙә түгел

Диктант яҙыуға бәләкәйҙән талпыныулы ыңғай ҡарағанымды, быны әле лә ныҡ хуплағанымды – башҡорт телендә лә, рус телендә лә йыл һайын бик теләп башҡарғанымды, камил тел һәм күркәм әҙәбиәт туйы итеп күргәнемде бығаса ла ҡыуанып әйткәнем бар. Халыҡ байрамы ла был, йәнә – рух тантанаһы ла.

Диктант яҙыуға бәләкәйҙән талпыныулы ыңғай ҡарағанымды, быны әле лә ныҡ хуплағанымды – башҡорт телендә лә, рус телендә лә йыл һайын бик теләп башҡарғанымды, камил тел һәм күркәм әҙәбиәт туйы итеп күргәнемде бығаса ла ҡыуанып әйткәнем бар. Халыҡ байрамы ла был, йәнә – рух тантанаһы ла.
Байтаҡ күренеште, мәҫәлән, халыҡтың, йәмәғәт үҙидараһы ойоштороп, көнкүрешен кәрәксә ҡорғанын, илдә күпкә үҫешкәнерәк итеп күрергә теләнелгән оло граждандар йәмғиәтенең кескәй моделеләй баһалағаным булды. Диктантҡа йыйылыуҙар ҙа ошоно хәтерләтә. Беренсенән, үҙ ирке менән, ялында килә кеше, килмәгәне интернет аша үтәй. Икенсенән, ойоштороусылары була, улар ниндәйҙер вәкәләттәргә эйә. Өсөнсөнән... юҡ, бына бында кирелек: диктант яҙҙырыусы, йыйында уҡ булмаһа ла, демократик рәүештә һайланып ҡуйылған кеше, диктатор тип атала. Ә ниндәй үҙидарала диктатор була алһын инде! Хәйер, былай тип киң аталыу тураһында әйтә алмайбыҙ. Шулай ҙа шуға китеп бара – 2018 йылда, рус телендә яҙғанда, был йыш ҡына яңғыраны.
Тамырына күҙ ташлаһаҡ, латин теле асыҡ күренә: “дико”. Рус телендә бынан байтаҡ, шул иҫәптән мин эшләгән өлкәләге лә, һүҙҙәр яһалған: диктант, диктат, диктор, диктофон... Аптырайһы юҡ – “һөйләйем” йәки “һөйләү” мәғәнәһен бирә.
“Диктатор” тигәне лә йәшәп ята, телебеҙгә ул да ныҡ һеңгән һәм бында ижтимағи-сәйәси өлкәнең өлөшө мул. Һәр хәлдә, минең быуыным өсөн шулай – “пролетариат диктатураһы” тип оҙаҡ тылҡынды, ә ҡайһы бер, халыҡ хакимлығы булмаған йәмғиәттәр күҙҙә тотолғанда әрләү һүҙеләй ҡулланылды, сөнки диктатор – сикһеҙ хакимлыҡҡа эйә дәүләт башлығы, тип билдәләнде һәм билдәләнә.
Йә ярай, ғәйеп һүҙҙә түгел, уға һалынған мәғәнәлә. Диктанттың кәрәклеген артабан дәлилләйек. Минеңсә, һөйләмдәр, абзацтар, тағы ла олораҡ өлөштәр – баяғы йәмғиәт ул. Ә һүҙҙәр – беҙ, кешеләр – йәмғиәттең ағзалары. Оҙон да, ҡыҫҡа ла, ябай ҙа, ҡатмарлы ла, ыңғай ҙа, кире лә, уртаса ла, яңғыҙ ҙа, ҡуш та улар, бер мәғәнәле лә, күп мәғәнәле лә һәм башҡалар. Күп төрлөлөк булырға ла тейеш – шунда ла бит инде бөтә йәм.
Төрлөбөҙ, ләкин бергәбеҙ һәм үҙ-ара татыу, һыйышып, ярҙам итешеп йәшәргә бурыслыбыҙ. Ә ошоноң өсөн граждандар йәмғиәтендә яҙылмаған әхлаҡи ҡанундар һәм яҙылған закон нормалары эшләй. Һүҙҙәр йәмғиәтендә быны пунктуация үтәй: һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, өҫтәлмәлектәрҙе бер-береһенән айыра, уҡмашыуҙан һаҡлай, сөнки берләшмә – үҙенең эске тәртибе барлығы менән дә берләшмә бит ул. Шуның менән һөйләмдең һәр өлөшөнөң, йәғни ағзаһының, хоҡуҡтарын да яҡлай, күршеләрҙең ер сиктәрен билдәләй. Ошолай ҡаты тәртип булдырыла. Шуға күрә, өтөр-мөтөр, тип ҡайһы саҡ өҫтән ҡаралып ҡуйылһа ла, пунктуаллектең көсө ҙур. Һүҙенең ялғауы ла бит теүәллек тигәнгә ауаздаш. Дөрөҫ яҙыу менән дөрөҫ һөйләү, минеңсә, кешене үҙен тормошта лайыҡлы тоторға ла өйрәтә, эске ҡаты үҙәге ул уның, елдәр күпме кәкрәйтергә яҫҡынмаһын, үҙе булып ҡала һөҙөмтәлә.
Орфография менән орфоэпия, теүәллек талап иткән башҡа тармаҡтарҙағы ҡәтғи нормалар һымаҡ уҡ, ифрат хәжәт – мәҫәлән, йорт һалғанда ҡыйышлыҡтар, нимәнелер ҡуйып етмәүҙәр аҙаҡ ана нимәгә килтерә. Ә инде ниндәйҙер механизмға деталь етешмәүенә йәки үлсәүгә тура килмәүенә ҡул һелтәп ҡарау арҡаһында ул бөтөнләй эшләмәй ҙә ҡуя.

* * *

Диктант мәсьәләһен, орфография мөһимлегенә орфоэпия юғарылығын да ҡушып, хикәйә рәүешендә лә күтәргәйнем заманында. “Аська” тиелеүгә аптыралмаһын – мәғлүмәт технологияларының бөгөндән байтаҡ артта ҡалған дәүере ине. Мессенджерҙар хәҙер үҙгәрҙе, әммә хәреф, унан да бигерәк өн дөрөҫлөгө көнүҙәк ҡалды.

Тексты, әйҙәгеҙ, бында ла урынлаштырайым.
Читайте нас