Ошо көндәрҙә “Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы коворкинг” беренсе республика конкурсы башланды. Уны Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ойоштора. Сара төбәктәге иң яҡшы коворкингтарҙы асыҡлауға һәм ошо өлкәлә заманса стандарттар булдырыуға йүнәлтелә.