Баш ҡала ихаталары көндән-көн матурлана. Быйыл “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә Өфөлә 34 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырылған. Уларҙың 14-ндә эштәр тамамланған, ҡалғандарында дауам итә. Кисә Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкиле Виталий Гнездилов тикшереү менән ремонт эшләнеп бөткән ихаталарҙың береһендә булды.
Был ихата биләмәһе Гагарин урамы, 74, 74/2 һәм Яр буйы урамы, 69, 69/1, 71-се йорттарҙы берләштергән. Программа сиктәрендә бында дөйөм майҙаны 21 мең квадрат метрҙа асфальт япмаһы ремонтланған, өс балалар һәм ике спорт майҙансығы ҡуйылған, уларҙың бөтәһе лә хәүефһеҙ япма менән ҡапланған. Шулай уҡ яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған, 5,3 мең квадрат метр майҙан йәшелләндерелгән.
Хакимиәт вәкиле белдереүенсә, эштәр башлыса сифатлы һәм билдәләнгән ваҡытта башҡарылған. Ә иң мөһиме, бында йәшәгән кешеләрҙең теләктәре иҫәпкә алынған.
Киров районының Мөбәрәков урамы, 10, 10/1-се йорттары һәм Муҡсинов урамы, 9, 11-се йорттарҙа йәшәгәндәр өлгөһө лә быны дәлилләй.
“Башҡортостан ихаталары” программаһы тураһында беҙ Радий Хәбировтың Инстаграмдағы сәхифәһенән белеп ҡалдыҡ. Шунда уҡ инициативалы төркөм булдырылды һәм улар проектта ҡатнашырға әҙерлеген әйтте. Заявка әҙерләргә район хакимиәте һәм УЖХ ярҙам итте. Эш шунда, беҙҙең ихата бик ҙур һәм уға 30 йылдан ашыу. Шуға күрә хәле бик шәптән түгел. Дөрөҫөн генә әйткәндә, программаға тәүге йылда уҡ эләгербеҙ тип уйламағайныҡ та. Әле булған үҙгәрештәр беҙҙе бик ҡыуандыра. Маҡсатыбыҙ ихатала тәртип булдырыу ине, хәҙер был матурлыҡты һаҡлау бурысы өҫтәлде. Проектта видеокүҙәтеү системаһы булыуы бик яҡшы, уның ярҙамында ихатабыҙ хәүефһеҙ ҙә буласаҡ”, – тине Өфө кешеһе Рөстәм Мөхәмәтов.
Киров районының 61-се йорт идаралығы директоры Марсель Мәрҙәнов белдереүенсә, был ихаталағы төҙөкләндереү эштәре ай аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Бөгөн бында парковка урындары киңәйтелгән, балалар уйын майҙансығы майҙаны ҙурайтылған, спорт майҙансығы ҡуйылған, яңы яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары урынлаштырылған. Шулай уҡ урында йәшәгән кешеләр менән килешеп, ял итеү өсөн бир нисә биләмә булдырылған, арт-объекттар ҡуйылған һәм ҙур ағастар ултыртылған.
“Башҡортостан ихаталары” программаһы алты йылға иҫәпләнгән. Төҙөкләндереү йортта йәшәгән кешеләр менән килешеп, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып эшләнә. Улар ғариза бирә, һайлап алыу үтә һәм реконструкцияға ебәрелгән сумманың 1 процентын индерә.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.