Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
17 Октябрь 2020, 15:30
Ни эшләп ҡыҙыңды уйламаның, Анна?
Йәш әсәнең нисек үлеүе асыҡланды...
Ошо көндәрҙә Өфөләге бер ғаиләлә булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек инде. Йәш әсә, 31 йәшлек Анна Маказина бәләкәй балаһын балалар баҡсаһына алып бара. Кис ваҡыты еткәс, ул ҡыҙын килеп алмай. Телефоны яуап бирмәгәс, тәрбиәселәр икенсе ҡалала вахта менән эшләгән баланың атаһына шылтырата. Ир тиҙ арала яҡындарына шылтыратып, баланы алдырта һәм ҡатынын эҙләүҙе һорай. Үҙе билет алып ҡайтырға сыға.
Тик кисә бик күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Анна үле килеш табыла. Видеояҙма күрһәтеүенсә, ҡатын балалар баҡсаһынан ҡайта ла, машинаһын өй янында ҡалдырып, ҡайҙалыр сығып китә... Башҡа уны иҫән килеш күреүсе булмай.
"КП-Уфа" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Анна депрессия менән сирләгән һәм психиатрҙа күҙәтелгән. Иң ҡурҡынысы - йәш, сибәр ҡатын үҙ-үҙенә ҡул һалған. Ул яҡындарына хушлашыу хаты ла ҡалдырған. Ни өсөн тормоштан йәм тапмағандыр... Бәләкәй балаһын уйлаһа булған да бит...
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай биргән ғүмерҙәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"