Йәмғиәт
17 Октябрь 2020, 14:30

Йәш ижадсыларыбыҙ - Лянторҙа

Рухлы, талантлы йәштәребеҙ өсөн ифрат ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ

Беҙҙең йәш сәнғәт әһелдәренең Төмән өлкәһе Ханты-Манси автономиялы округына ижади сәфәргә йыйыныуҙары тураһында яҙғайныҡ инде. Ә уларҙың төп маҡсаты - бында төпләнгән яҡташтарыбыҙға милли музыка ҡоралдарыбыҙҙы, йыр, бейеү, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү.
Бөгөн билдәле булыуынса, Лянтор ҡалаһында башҡорт милли музыка ҡоралдары, йыр, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре бара. Үҙебеҙҙең йәш, рухлы, талантлы йәштәребеҙ өсөн ифрат ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ: унда йәшәгән башҡорттар Зилиә Бәхтиева һәм Айназ Низаметдинов менән осрашып, уларҙың сығыштарын ҡарап ҡына һөйөнмәй, ә һәләтлеләре, дәртлеләре, күңелдәрендә туған моңон йөрөткәндәре яҡындан аралашып, йыр-бейеү, милли музыка ҡоралдары серҙәренә лә төшөнә.
"Башҡортостан етәкселеге беҙҙе даими хәстәрләй, үҙебеҙҙе ситтә кеүек тә тоймайбыҙ". Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтовтың ошолай тип әйтеүендә ниндәйҙер кимәлдә хаҡлыҡ барҙыр. Афарин, Зилиә! Афарин, Айназ!

Фото:vk.com
Читайте нас