Йәмғиәт
18 Октябрь 2020, 11:00

Һалдаттарҙың иҫтәлеге – мәңгелек

Учалыла Афған һуғышында һәм башҡа локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙың иҫтәлегенә бағышланған бронза һәйкәл һәм сквер асылды.

16 октябрҙә Учалы ҡалаһында ҙур һәм әһәмиәтле ваҡиға булды: учалылар бик оҙаҡ көткән сквер асылды. Ул Афған һуғышында һәм башҡа локаль һуғыштарҙа һәләк булған яҡташтарҙың иҫтәлегенә бағышланған.
Һис шикһеҙ, скверҙың төп үҙенсәлеге булып батырҙарса һәләк булған һалдаттарға асылған бронза һәйкәл тора. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Учалы союзы етәксеһе Рәйес Ҡасимов әйтеүенсә, иҫтәлекле таҡтаташта иһә Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда, Приднестровьела, “Курск” һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған Учалы егеттәренең портреттары урын алған. Тантаналы сарала ветерандарҙың яҡындары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, урындағы халыҡ ҡатнашҡан.
Ҡала үҙәгендә урын алған һәйкәлдең постаменты ике һалдатты кәүҙәләндерә. Постамент авторы – Сабит Әйбәтов. Рәссам-скульптор, һәйкәлдең авторы, Учалы уҙаманы Фәнил Мөслимов әйтеүенсә, баҫып торған егет Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән, ул, әйтерһең дә, сит ерҙәрҙә ғүмере өҙөлгән дуҫтарының портреттарына баға... Ә икенсеһе – локаль һуғышта ҡатнашыусы һалдат. Уның ҡараштары йәш кенә килеш һуғышта һәләк булған Учалы батырҙарының исемлегенә йүнәлтелгән... Егеттәрҙең барыһы ла локаль һуғыштарҙа ил алдындағы хәрби бурысын үтәгән.
Әйткәндәй, скульптор Фәнил Мөслимовты Учалыла һәм тирә-яҡта яҡшы беләләр. Ижадсы урындағы предприятиела эшләй, күңел ҡушыуы буйынса үҙенсәлекле ижад менән дә шөғөлләнә. Ҡала йөҙөн ул ижад иткән тағы бер композиция биҙәй: үҙәк дауахана алдында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан медицина хеҙмәткәрҙәренә бағышланған скульптура ул.
Скверҙы төҙөкләндереү эштәре заманса ҡала мөхитен булдырыу муниципаль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған, бының өсөн 25 миллион һум самаһы аҡса федераль ҡаҙнанан бүленгән.
Проектты Учалы белгестәре эшләгән.
Ҡала халҡы яратҡан аллея хәҙер күпкә иркенерәк һәм матурыраҡ. Унда ял урындары барлыҡҡа килгән, яҡтыртыу саралары ла йәм өҫтәй. Учалы гранитынан түшәлгән тротуарҙар, заманса яңы ҡойма, яңы ултыртылған ҡыуаҡ-ағастар – барыһы ла урындағы халыҡ өсөн.
Фотолар: Рәйес Ҡасимов, “Учалинская газета”.
Читайте нас