Йәмғиәт
18 Октябрь 2020, 06:00

Еңел юл менән байырға уйлағандар

Мутлашыусыларҙың фатирында бишәр меңлек 38 ялған банкнота табыла, ғәйепләнеүселәр уларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында таратырға ниәтләгән

Стәрлетамаҡ ҡалаһына йәшәгән дүрт әҙәм ялған аҡсаны һаҡлауҙа, таратыуҙа ғәйепләнә, улар суд алдына баҫасаҡ.
Өс дуҫ интернет аша 39 дана ялған биш мең һумлыҡ банкноталар һатып ала һәм таныштарынан һатып алған әйбер өсөн ошо аҡса менән түләүен һорайҙар. Мутлашыусы аҙыҡ-түлек ташыусыға ялған биш меңлекте бирә, ә ҡайтарымды ысын аҡса менән ала.
Курьер шунда уҡ аҡсаның ялған икәнлеген аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусыларҙың фатирында бишәр меңлек 38 ялған банкнота табыла, ғәйепләнеүселәр уларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында таратырға ниәтләгән.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Мутлашыусыларҙың дүртәүһе лә ғәйептәрен танымаһалар ҙа, суд алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Фото: sterhluki.ru
Читайте нас