Ошо көндәрҙә Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы халҡы ҙур тетрәнеү кисерҙе – вандалдар зыяратты пыран-заран килтергән...
– Бындай ҡара эштең, ҡайҙа-ҡайҙа, ә тап беҙҙә бер ҡасан да теркәлгәне булманы, – тип аптыраша үргендәр. – Ҡәберҙәге ҡайһы бер таштарҙы ауҙарғандар, ә бәғзеләренең яҙыуы ҡара краска менән ныҡ буялған, уҡырлыҡ хәлдә түгел. Кемдәрҙең эше был? Башҡа һыймаҫлыҡ хәл!
– Шул хәтлем аяныслы күренеш, – ти журналист Гөлшат Имелбаева. – Үҙебеҙҙең мәңгелек төйәгебеҙ, бынан берәү ҙә азат түгел. 20 йыл элек мәрхүм булған сабыйҙың ни ғәйебе бар? Ә башҡаларҙың? Яҙ көнө зыярат янып киткәс, бер тетрәнгәйнек. Ярар, уныһы эш мәлендә инде, ә был – енәйәт, ул бер ҡалыпҡа ла һыймай. Ҡот осҡос хәл...
Фото: Бәйләнештә селтәренән.