Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2020, 20:30

Сынъяһау итеп ҡуйған эскәмйәләр...

Кемдең эше был?

Халыҡҡа уңайлы, ял итеүе күңелле булһын тип, “Беренсе Май” ял паркын күптән түгел яңыртып, сынъяһау итеп ҡуйғайнылар. Парк асылыуға бер аҙна ла үтмәне, Баш архитектура үҙенең сайтында күңелһеҙ хәлде хәбәр иткән. Баҡтиһәң, парктағы эскәмйәне, таҡта япманы емереп киткән.
”Йылдар буйы торған ныҡлы таҡта самокаттарҙың, велосипедтарҙың трюктарына сыҙамаған. Был күптәр яратмаған бетон түгел шул. Эскәмйәгә лә эләккән, уның артын аҡтарып алғандар, - тип яҙалар ведомствола. - Эскәмйәләрҙе лә ремонтларбыҙ, әммә был бит өҫтәмә сығымдар талап итә. Шуға ла балаларға ял урындарын ватып емермәҫкә, һаҡлыҡ менән ҡарарға өйрәтһәгеҙ ине. Скейттарҙа, велосипедтарҙа елдереүселәрҙе лә иҫкәртеп торһағыҙ ине”, тип тә белдереләр Баш архитектурала.
Булғанды ҡәҙерләп, зауыҡлы, матур итеп йәшәү үҙебеҙҙең ҡулда, балаларыбыҙҙы ла шуға өйрәтһәк ине.
Фото Баш архитектура сайтынан.
Читайте нас: