Стәрлетамаҡ районында иҫәп буйынса икенсе “Башҡорт ихатаһы” асылды. Был юлы Рощинский ауылы халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. 300 кеше йәшәгән алты күп фатирлы йорттар биләмәһендәге ихата яңы һулыш алды. Комплекслы төҙөкләндереү эше “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә башҡарылды.
Символик таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы Рощинский мәктәбенең иң яҡшы уҡыусыларына тапшырылды. Халыҡҡа бында барыһы ла оҡшаны: ял итеү урыны, балалар майҙансығы, бәләкәй архитектура формалары, хәүефһеҙ резина япма, сифатлы яҡтыртҡыстар, уңайлы эскәмйәләр, заманса таусыҡтар, бәүелсәктәр, мәғлүмәт стенды...
“Таҙа, йәмле, уңайлы, барыһы ла уйлап эшләнелгән. Беҙ икенсе ихатала йәшәһәк тә, ейәнем менән бында йыш киләбеҙ. Кистәрен балалар рәхәтләнеп уйнай, ололар ял итә. Ихата үҙенә саҡырып тора. Булғандың ҡәҙерен белеп, ҡәҙерләп һаҡлар кәрәк”, - ти Рощинск ауылында йәшәгән Надежда Еникеева.
Тантана бик күңелле үтте, яңыртылған ихата йыр-моңға, шат ауаздарға күмелде. Төҙөүселәргә сифатлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
“Программала ҡатнашып, ихатаны төҙөкләндереү беҙҙе йәнләндереп ебәрҙе. Киләсәктә ошо проектты ауылдың икенсе урындарында ла тормошҡа ашырырға күҙаллайбыҙ, документтарҙы әҙерләп ҡуйҙыҡ, халыҡ менән йыйылыштар ҙа уҙғарылды. Беҙҙең төп маҡсат – рәхәтләнеп йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу”, - ти Рощинский ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Звонов.