Йәмғиәт
19 Октябрь 2020, 16:30

Совет юҡ икән - яҡлауһыҙһың

"Бындай осраҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы мут эшҡыуарҙар ҡорбаны булыу хәүефе барлыҡҡа килә".

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы Төбәк йәмәғәт контроле үҙәге күп фатирлы йорттарҙа советтар булыу-булмауына ревизия үткәргән. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә уның һөҙөмтәләре буйынса һөйләшеү үтте.
Үҙәк етәксеһе Анатолий Дубовский белдереүенсә, Башҡортостанда 12 мең күп фатирлы йорт советы бар. Был - республикалағы ошондай тораҡ фондының 70 проценты. Советтар башлыса ике ҡатлы иҫке йорттарҙа юҡ.
"Бындай осраҡта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы мут эшҡыуарҙар ҡорбаны булыу хәүефе барлыҡҡа килә. Совет юҡ икән, уларҙан яҡланыу мөмкин түгел тиерлек, – тине Анатолий Дубовский. – Шул уҡ ваҡытта милекселәр күп фатирлы йорт идаралығында тәртип булдырырға, идара итеүсе һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың асыҡ эшләүен күрергә, сифатлы коммуналь хеҙмәттәр алырға теләй".
Төбәк үҙәге етәксеһе “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү исемлегенә теге йәки был ихатаны күп фатирлы йорт советы булдырғас ҡына индерергә тәҡдим итте.
– Күп фатирлы йорт советтары – беҙҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы партнерҙар. Улар аша реформа барышы һәм был өлкәгә яңылыҡтар индереү буйынса объектив мәғлүмәт алабыҙ. Әлегә ғәмәлдәге советтар менән эште әүҙем дауам итергә кәрәк. Ә пандемия тамамланғас, милекселәрҙең дөйөм йыйылыштарын яңыртырбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас