Йәмғиәт
19 Октябрь 2020, 15:45

Яңы Совет булдырыла

"Ғөмүмән, Өфөләге төҙөлөш миңә оҡшамай. Үҙ ваҡытында һәр кемгә рөхсәт биреп бөткәндәр..."

Яҡын арала республиканың Ҡала төҙөлөшө советы булдырыласаҡ. Ул торлаҡ төҙөлөшө, ҡала төҙөү концепцияһы, мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм ошо тармаҡтағы башҡа күп мәсьәлә менән шөғөлләнәсәк.
Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, уны әлеге органды булдырыуға Өфөләге Шота Руставели урамындағы төҙөлөш тә этәргән. Башлыҡ фекеренсә, был осраҡ - ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген мәғәнәһеҙ алып барыу һөҙөмтәһе.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай хәлдәр булып тора, ул башҡа ҡалаларға ла хас. Указдың маҡсаты - республика һәм муниципаль властарҙың күп фатирлы йорт төҙөү буйынса ҡарар ҡабул иткән саҡта килешеп эшләүен тәьмин итеү. Бынан ары Ҡала төҙөлөшө советы ҡарамай тороп, төҙөлөшкә рөхсәт бирелмәйәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Советта төҙөүселәр, хакимиәт вәкилдәре фекере тыңланасаҡ. Төҙөүсе ойошманың ниндәй социаль инфраструктура объекттары төҙөү буйынса пландары ла иҫәпкә алынасаҡ.
– Бынан ҡурҡырға ярамай, башҡа төбәктәрҙә лә ошондай тәжрибә бар. Төҙөүселәргә мөрәжәғәт итәм: пландарҙы киренән ҡарау булмаясаҡ, ә эш яуаплыраҡ, ойошҡаныраҡ алып барыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта күберәк төҙөү бурысы алынмай, – тине Радий Хәбиров. – Ҡала төҙөлөшө советы ултырыштарын үҙем үткәрәсәкмен.
Радий Фәрит улы баш ҡалала Ғафури паркы тирәләй күп фатирлы йорттар төҙөлөшө менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Ул Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа комиссия булдырып, был хәлде тикшерергә ҡушты.
– Саҡ ҡына ҡарамай торһаң, бында яңы йорт ултыртып та ҡуйырҙар кеүек тойола. Мәғәнәһеҙлек. Даими рәүештә унда нимәнелер сикләргә һәм төҙөй башларға ғына торалар. Паркты юҡҡа сығарасаҡһығыҙ бит. Уның тирәләй барған хәлде тикшерергә һәм яңы булдырылған Ҡала төҙөлөшө советы ултырышында был турала һөйләшергә тәҡдим итәм, – тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, Өфөләге төҙөлөш миңә оҡшамай. Үҙ ваҡытында һәр кемгә рөхсәт биреп бөткәндәр, ә хәҙер беҙгә уны хәл итергә кәрәк.
Ошо темаға ҡағылып, Радий Фәрит улы “Өфө-2” ҡаласығына бәйле хәлгә лә аныҡлыҡ индерҙе. Был майҙансыҡта парк булдырыласаҡ һәм сиркәү төҙөләсәк.
– Ошондай теләк беҙгә халыҡтан килде. Шулай итеп, Өфөгә ингән ерҙә беҙҙе “Әр-Рәхим” мәсете һәм православие динендәгеләрҙең сиркәүе ҡаршы алып торасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ҡаҙыу эштәренә килгәндә, тарихсылар тәҡдим иткән проектты тормошҡа ашырыу буйынса уйларбыҙ. Әгәр беҙ ҡарар ҡабул итмәһәк, икенсе майҙансыҡта әллә ҡасан күп фатирлы йорттар төҙөп бөтөрҙәр ине.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас