Йәмғиәт
20 Октябрь 2020, 12:57

Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була...

Ауылдарҙа көҙгө муллыҡ байрамы – Ҡаҙ өмәләре башланды.

Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө байрамы. Бында кешеләр бер-береһе менән яҡындан аралашҡан, күңел асҡан. Ҡаҙ йолҡоуы еңелдән булмағанлыҡтан, өмәгә ауылдың уңғандары саҡырылған. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп бөткәс, түшкәләрен көйәнтәләргә элеп, йылғаға барып йыуғандар. Кис көнө хужалар өмәселәрҙе ҡунаҡҡа саҡырған: табын түренә мул итеп ҡаҙ ите ҡуйылған, ҡаҙ майына ҡоймаҡ ҡойолған. Борондан ҡалған күркәм йолабыҙҙың бөгөнгә тиклем һаҡланыуы ҡыуаныслы.


Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул. Байлыҡ, муллыҡ байрамына әүерелгән ҡаҙ өмәләре әле лә күп райондарҙа гөрләп үтә. Күптән түгел шундай байрам Әбйәлил районында ойошторолдо. Әлмөхәмәт ауылында йәшәгән Рәйсә менән Рәғип Батталовтар ҡаҙ өмәһенә ауылдың иң етеҙ, таһыллы, уңған ҡатын-ҡыҙҙарын саҡырған, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә ҙур оҫталыҡ талап итә. Батталовтар йыл һайын күп итеп ҡош-ҡорт аҫрай. Күптән түгел бройлер тауыҡтарын таҙалап алһа, әле сират ҡаҙҙарына еткән.
– Яҙ башланыу менән, дөрөҫөрәге апрель айынан, ҡаҙ бәпкәләрен алабыҙ. Быйыл итальян тоҡомло аҡ ҡаҙҙарға өҫтөнлөк бирҙек, ошоға тиклем линда, ланда тоҡомдарын ала инек. Итальян тоҡомлоларҙың ите тәмле була, мамығы ла күпереп тора. Ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн был тоҡом бигерәк тә ҡулай, ашауға ла талымһыҙ, – ти йорт хужабикәһе Рәйсә Әбделғәне ҡыҙы.
Күршеләре Мәстүрә Усманова, Зөһрә Байрамғолова, Зәйтүнә Шәрә­фетдинова, Гүзәл Усманова һәм Сәли­мә Ғилмановаларҙың тилбер ҡул­дарына күҙ эйәрмәй, шаршау өҫтө ҡаҙ мамығына күмелә. Йорт хужа­бикәһе ҡаҙ ҡанаттарын бәйләй-бәй­ләй, таҡмаҡлап бейеп тә китә. Бындай күңелле өмәлә бейемәй түҙеп булмай шул!
Йүгерә өйрәк, йүгерә ҡаҙ,

Бото оҙонға күрә.

Дер һелкетеп бейеп китәм,

Эшем уңғанға күрә.
Уңған өмәселәргә ғаилә башлығы ла булыша: ҡаҙҙарҙы өтөп, йыуырға ярҙамлаша. Уйын-көлкө, йыр-бейеү ме­нән аралашып барған эш һис ауырға төшмәне. “Һә” тигәнсе ҡаҙ­ҙар­ҙы йолҡоп та бөттөләр. Өмәселәр бала саҡтан, әсәй-өләсәйҙәре һөйлә­гән­дәренән иҫтә ҡалған ҡаҙ йолҡоуға бәйле төрлө ырым-юрауҙар менән уртаҡлашты, бер-береһенә матур теләктәр теләне. Ҡаҙҙы йолҡоп бөткәс, уңған ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарын аҡ күбектәй ятҡан ҡаҙ мамығына тығып алды. Боронғолар әйтеүенсә, шулай иткәндә, аяҡ-ҡул һыҙлауһыҙ була икән.
Ҡаҙ түшкәләрен көйәнтәләргә элеп, йәмле Ҡыҙыл буйына төшөү – көҙгө өмәнең иң матур күренеше. Егәрле еңгәләр ҡаҙ түшкәләрен һыуҙа сайҡап, хужабикәгә матур теләктәр теләп, киләһе йылда ла ҡаҙҙарының күп булыуын юраны.
Кискә ҡарай эш тамамлана, ҡаҙҙар сөйгә эленә, өй эсе ҡаҙ майынан бешерелгән тәмле ҡоймаҡ еҫенә тула, ҡаҙ түшкәһе түрҙән урын ала, бишбармаҡ әҙерләнә. Йорт хужаби­кәһе уны өлөштәргә бүлә.
– Элек-электән ҡаҙ итен ете өлөшкә бүлгәндәр. Ҡыҙҙарға – ҡанат, малайҙарға – бот, хужаға – баш, ҡатынға – түш, ҡунаҡтарға оса майы эләккән, – тип ит бүлеү йолаһы менән таныштыра-таныштыра ит бүлә Рәйсә Әбделғәне ҡыҙы. Һәм тормош иптә­шенә ҡаҙҙың башын тоттороп: “Башлы бул, аҫыл затлы ир бул!” – тип теләк теләһә, ейәнсәре Руфинаға ҡа­нат биреп, “ҡанатланып осоп китер­һең, ҡолонсағым”, – ти. Ит өләшеүсе, һамаҡлап, һәр кемгә өлөшөн таратып сыға, өмәселәр йорт хужаларына киләһе йылда ла күп итеп ҡаҙ үҫтереүҙәрен теләй.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм йәме һаҡлана, иң мөһиме – халҡы­быҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан быуынға күсә, дауам итә.


Әбйәлил районы.
Читайте нас