Коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша. Был хәҙер яңылыҡ түгел. Сирләгән кешеләр һаны көндән-көн арта. Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был төп темаларҙың береһе булды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, сир һуңғы тәүлектә тағы 68 кешелә асыҡланған. Пандемия башынан коронавирус 9809 кешелә теркәлгән. Стационарҙа ауыр һәм уртаса ауыр хәлдә 125 кеше ята. Үткән аҙнала 320 кеше һауыҡҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшләгән бөтә ауырлы ҡатындарҙы өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим итте.
– Бөтә дәүләт учреждениеларында хеҙмәт иткән һәм мин ҡайҙа йөкләмә бирә алам, шул ведомстволарҙа ауырлы ҡатындарҙы өйҙән эшләргә күсерергә ҡушам. Уларҙың статусы һәм хеҙмәт хаҡы тулыһынса һаҡланырға тейеш. Йөкләмә биреү хоҡуғым булмаған урында тәҡдим булараҡ еткерәбеҙ. Сәләмәт быуын тыуһын һәм ауырлы ҡатындар үҙҙәрен һаҡлаһын өсөн, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы тағы бер мәсьәләгә иғтибар итте. Әлеге ваҡытта республикала компьютер томографияһы үтеүгә быға тиклем булмағанса сират күҙәтелә.
– Шундай фекер барлыҡҡа килде, йәнәһе, мотлаҡ рәүештә компьютер томографияһы үтергә кәрәк. Һөҙөмтәлә – ҙур сират. Беҙ бер йыл эсендә ундан ашыу яңы ҡорамал ҡуйҙыҡ, шулай булһа ла, етмәй. Күрше өлкәләрҙән дә килеп томография үтәләр һәм дауаланалар. Шуға күрә аңлатыу эше мөһим, табиптар аныҡ әйтергә тейеш: компьютер томографияһы үтер өсөн күрһәтмә бар икән – эшләргә, юҡ икән – флюорография, – тине Радий Хәбиров.
Максим Забелин белдереүенсә, амбулатор үҙәктәрҙә 60 меңдән ашыу компьютер томографияһы үткәрелгән һәм 700 онкология сире асыҡланған.
Төп көс – инфекция менән көрәшкә
Радий Хәбиров республикала коронавирус инфекцияһын йоҡтороу күрһәткестәренең артыуына хәүефләнеүен белдерҙе.
– Аңлауығыҙса, хәҙер эш башлыса коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелергә тейеш. Бөтә илдә һәм донъяла сирләп киткәндәр һәм һәләк булғандар һаны арта. Хәл яҙғы осорға ҡарағанда ауырыраҡ. Бөтә муниципалитет, дәүләт органдары етәкселәренә быны күҙ уңында тотоп, эш итеүҙе үтенәм, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәйҙә көн һайын 15 меңдән ашыу кеше сирләй. Донъяла йәнә ҡаты сикләүҙәр ҡабул ителә башланы.
Ошо йәһәттән тағы бер ни тиклем сикләүҙәр булдырыу күҙаллана. Шәкәр диабеты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләгәндәр өсөн махсус режим индереүҙәре ихтимал.
– Хроник сирлеләр ковидты ауыр үткәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәкәр диабеты менән сирләгән кешегә был инфекция йоҡһа, аҙағы бик аяныслы тамамланыуы ихтимал. Шуға күрә, бәлки, улар өсөн махсус режим индерергә кәрәктер? – тине республика етәксеһе.
Әгәр ҡарар ҡабул ителһә, улар өйҙә ултырырға тейеш буласаҡ һәм талапты нисек үтәүҙәрен тикшереү ойоштороласаҡ. Бынан тыш, ресторандарҙа корпоратив йыйылыштар һәм банкеттар уҙғарыу тыйыла.
Мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылып, Башҡортостан Башлығы Мәҙәниәт министрлығына сирләгән хеҙмәткәрҙәр булғанда театрҙарҙы ябырға ҡушты.
– Ишетеүемсә, труппалар менән сирләй башлаған коллективтар бар. Ҡарар ҡабул итегеҙ, – тине ул.
Билдәле булыуынса, әле М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сирләү осраҡтары күҙәтелә. Министр Әминә Шафиҡова белдереүенсә, театр ябылған, коллектив ике аҙнаға ҡурсаланыу режимына күскән.
Медицина инспекторҙары әйләнеп ҡайта
Вирусҡа ҡаршы тағы бер көрәш сараһы – медицина персоналын нығытыу. Бынан ары Башҡортостан дәүләт медицина университетының студент-ординаторҙары һәм өлкән курстарҙа уҡыған студенттар поликлиникаларға эшкә ебәрелә. Улар ковид менән сирләп, амбулатор дауаланған кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтәсәк.
Тәү сиратта, буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре терапевтарға ярҙамға киләсәк. Был сара амбулатор звено эшен нығытыу маҡсатында ҡабул ителә.
Тағы бер сара медицина инспекторҙары эшмәкәрлегенә бәйле. Радий Хәбиров һәр бер ойошмаға ошондай кешене билдәләргә ҡушты. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, уҡыу йылы башында мәктәптәрҙә эшләгән медицина инспекторҙары бының һөҙөмтәлелеген һәм кәрәклеген дәлилләне – уҡыу йорттарында сирләү осраҡтары аҙ булды.
– Һәр учреждениеға, һәр ойошмаға яуаплы махсус хеҙмәткәр беркетелергә тейеш. Иртәнсәк ул кешеләрҙе ҡаршы ала, хәлен күҙәтә, санитар режимдың үтәлешен, битлек кейеүҙе тикшерә, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан дәүләт медицина университетына ҡыҫҡаса онлайн-курс әҙерләргә ҡушылды. Уҡыу йорто ректоры Валентин Павлов белдереүенсә, университеттың сайтында контент булдырылған һәм инспекторҙар өсөн айырым интернет-бит эшләнә. Шулай уҡ колл-үҙәк эшмәкәрлеге яңыртыласаҡ. Бында медицина инспекторҙары шылтыратып, ковид сирлеләр менән эшләгән табиптар менән кәңәшләшә аласаҡ.
Тармаҡ тәртип булдырыуҙы талап итә
Башҡортостанда яҡын арала республиканың Ҡала төҙөлөшө советы булдырыласаҡ. Ул торлаҡ төҙөлөшө, ҡала төҙөү концепцияһы, мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм башҡа бик күп мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәк. Радий Хәбиров белдереүенсә, был органды булдырыуға шул иҫәптән Өфөләге Шота Руставели урамындағы төҙөлөш тә этәргән. Уның фекеренсә, был ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген мәғәнәһеҙ алып барыу һөҙөмтәһе.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр осрап тора, ул башҡа ҡалаларға ла хас. Указдың маҡсаты республика һәм муниципаль властарҙың күп фатирлы йорттар төҙөү буйынса ҡарар ҡабул иткән саҡта килешеп эшләүен тәьмин итеү. Бынан ары Ҡала төҙөлөшө советы ҡарамай тороп, төҙөлөшкә бер рөхсәт тә бирелмәйәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Советта төҙөүселәр, хакимиәт вәкилдәре фекере тыңланасаҡ. Төҙөүсе ойошманың ниндәй социаль инфраструктура объекттары төҙөү буйынса пландары ла иҫәпкә алынасаҡ.
– Бынан ҡурҡырға ярамай, башҡа төбәктәрҙә лә ошондай тәжрибә бар. Төҙөүселәргә мөрәжәғәт итәм – булған пландарҙы кире ҡарау булмаясаҡ, ни бары эш яуаплыраҡ һәм ойошҡанлыраҡ алып барыласаҡ. Ҡала төҙөлөшө советы ултырыштарын үҙем үткәрәсәкмен, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы баш ҡалала Ғафури паркы тирәләй күп фатирлы йорттар төҙөлөшө менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Махсус комиссия булдырып, был хәлде тикшерергә ҡушты.
– Саҡ ҡына ҡарамай торһаң, бында яңы йорт ултыртып та ҡуйырҙар кеүек тойола. Мәғәнәһеҙлек. Даими рәүештә унда нимәнелер сикләргә һәм төҙөй башларға ғына торалар. Паркты юҡҡа сығарасаҡһығыҙ бит. Был парк тирәләй барған хәлде тикшерергә һәм яңы булдырылған Ҡала төҙөлөшө советы ултырышында был турала һөйләшергә тәҡдим итәм, – тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, Өфөләге төҙөлөш миңә оҡшамай. Үҙ ваҡытында һәр кемгә рөхсәттәр биреп бөткәндәр, ә хәҙер беҙгә уны хәл итергә кәрәк.
Ошо темаға ҡағылып, Радий Фәрит улы “Өфө-2” ҡаласығына бәйле хәлгә лә аныҡлыҡ индерҙе. Был майҙансыҡта парк булдырыласаҡ һәм сиркәү төҙөләсәк.
– Ошондай теләк беҙгә халыҡтан килде. Шулай итеп, Өфөгә ингән ерҙә беҙҙе “Әр-Рәхим” мәсете һәм православие динендәгеләрҙең сиркәүе ҡаршы аласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ҡаҙыу эштәренә килгәндә, тарихсылар тәҡдим иткән проектты тормошҡа ашырыу буйынса уйларбыҙ. Әгәр беҙ ҡарар ҡабул итмәһәк, икенсе майҙансыҡта әллә ҡасан күп фатирлы йорттар төҙөп бөтөрҙәр ине.
Бәхетһеҙ осраҡтар кәмергә тейеш
Оператив кәңәшмәлә янғындар, һыуға батыуҙар, авариялар һәм башҡа бәхетһеҙ осраҡтар тураһында һүҙ булды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров Балаҡатай районының Ҡараҡай ауылында булған янғын тураһында һөйләне. Бында 16 октябрҙә күп балалы ғаилә йәшәгән өй янып китә. Янғын ваҡытында йортта бер йәштән алып ун йәшкә тиклемге ете бала була. Был саҡта 28 йәшлек әсә кеше ихатала йөрөгән. Ул янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайлама тауышын ишетеп ҡалып, өйөнә йүгереп инә. Ут ялмап алған йорттан ҡатын балаларын тиҙ арала тышҡа сығарып өлгөрә. Өй тулыһынса янып бөтә, кешеләр зыян күрмәй.
– Янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайлама уларға 2018 йылдан һуң балаһы тыуған аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ бирелгән. Йортто тергеҙеү мөмкин түгел. Балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән ҡатынға Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса матди ярҙам күрһәтеләсәк, – тине Фәрит Ғүмәров.
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдереүенсә, әле биш өлкән бала ваҡытлыса приютта, ике бәләкәй бала ағаларында йәшәп тора. Урғалы ауылында ғаилә өсөн яраҡлы йорт табылған. “Аҡса бүленде, яҡын арала был йортто һатып алыу мәсьәләһен хәл итәсәкбеҙ”, – тине ул.
Республикала был ҡулайламаларҙы тапшырыу буйынса эш яҡшы ойошторолған. Әле 228 мең ҡулайлама күп балалы ғаиләләргә бушлай бирелгән. Улар арҡаһында 462 ғүмер, шул иҫәптән 191 бала ҡотҡарылған. Радий Хәбиров был эште киңәйтергә ҡушты.
Дөйөм алғанда, республикала үткән аҙнала 390 янғын теркәлгән, уларҙа ете кеше һәләк булған, 72 кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
Бынан тыш, Фәрит Ғүмәров һыу ятҡылыҡтарындағы фажиғәләр тураһында ла һөйләне. Бер аҙна эсендә биш кеше батып үлгән. Өс осраҡта ирҙәр балыҡ тотҡан саҡта һәләк булған.
– Эш урынындағы бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында йәнә ике ғүмер өҙөлдө. Беренсе осраҡта моторист теплоходтан ҡолап төшкән. Икенсе ваҡиға Учалы районында теркәлде, бында ир үҙбушатҡыс машинаһында карьерға ҡолап төшөп һәләк булды, – тине ул.
Шулай уҡ юлдарҙа ла хәлдәр тотороҡло түгел. Аҙна эсендә 80 авария булып, уларҙа 89 кеше йәрәхәтләнгән, ун кеше һәләк булған. Радий Фәрит улы был йәһәттән эште көсәйтергә, үлгәндәр һанын кәметеү өҫтөндә эшләргә ҡушты.
Кәңәшмәнең төп темаһы коронавирусҡа ҡаршы көрәш булһа ла, башҡа мәсьәләләр ҙә иғтибар талап итә. Уларҙың береһе – иҡтисад. Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев ҙур доклад менән сығыш яһаны һәм быйылғы йылдың ҡайһы бер һөҙөмтәләрен хәбәр итте.
Тәүге туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса, төбәк дизель яғыулығы, кальцийлы сода, бензол етештереү буйынса ил кимәлендә тәүге урындарҙа. Әммә 2020 йылда пандемия арҡаһында барлыҡҡа килгән иҡтисади көрсөк сәбәпле ауырлыҡтар ҙа булған. Айырып алғанда, тауарҙы һатыу тәңгәлендә. Апрелдән алып сәнәғәт секторы күп күрһәткестәр буйынса кире динамикаға китә башлаған. Сәнәғәт етештереүе индексы 96,5 процент тәшкил иткән. Быға ОПЕК-тың нефть табыу кимәлен кәметеү тураһындағы килешеүе йоғонто яһаған. Шуға күрә, министр белдереүенсә, быйыл төбәктә нефть һәм газ табыу күләме былтырғы менән сағыштырғанда кәмегән.
Етештереү күләменең кәмеүенә ҡарамаҫтан, Александр Шельдяев әйтеүенсә, иҡтисадтың 14 төрөндә күтәрелеш бар. Улар араһында химия, автотранспорт, дарыу етештереү, металлургия, кейем һәм башҡа әҙер тауарҙар етештереү һәм башҡалар.
Радий Хәбиров фекеренсә, бында пандемия ғына түгел, нефть табыуҙың күләме кәмеүе лә роль уйнай. Тик яҡын арала донъяла нефть тауарҙарына ихтыяж әйләнеп ҡайтасаҡ. Шулай уҡ етештереүҙе диверсификациялау ҙа һөҙөмтә бирергә тейеш.