Ғүмер буйы кешеләргә изгелек ҡылыу – уның йәшәү мәғәнәһенең бер сағылышы. Бөгөнгө геройыбыҙ тормошонда нәҡ ошо сифаттарҙан ҡәнәғәтлек һәм бәхет тапҡан. Медицина өлкәһендә 51 йыл хеҙмәт иткән, яратҡан эшен мөкиббән яратып башҡарған, күңел йылыһын өләшкән Сәриә Лотфулла ҡыҙы Абдулова хаҡында һүҙем.
Ғүмер буйы кешеләргә изгелек ҡылыу – уның йәшәү мәғәнәһенең бер сағылышы. Бөгөнгө геройыбыҙ тормошонда нәҡ ошо сифаттарҙан ҡәнәғәтлек һәм бәхет тапҡан. Медицина өлкәһендә 51 йыл хеҙмәт иткән, эшен мөкиббән яратып башҡарған, күңел йылыһын өләшкән Сәриә Лотфулла ҡыҙы Абдулова хаҡында һүҙем.
Мин уны бала саҡтан беләм: бер мәктәптә уҡыныҡ. Сәриә тырыш, өлгөр, яҡшы уҡыусы, пионер, комсомол ойошмаларының әүҙем ағзаһы ине, әммә бәләкәйҙән табип булырға хыялланғанын күп йылдар үткәс кенә төшөндөм, сөнки ул заманда бер-беребеҙҙе күреп-белеп йөрөгән таныштар ғына инек. Тормош юлдары һуңынан ғына осраштырҙы, яҡындан аралаша башланыҡ. ... Атаһы Лотфулла ағай, бәләкәс кенә Сәриәне тубыҡтарына ултыртып: “Ҡыҙым доктор була”, – тип һөйгәне абруйлы табиптың бөгөнгөләй хәтерендә. Яҡыны балаһының киләсәген дөрөҫ юрағандыр, сөнки ете йәшлек ҡыҙ баланың ауылындағы күҙенә сүп төшөп, бәләгә тарыусыларға ярҙам итә алыуы ғәжәп хәл бит.
Ауыл фельдшеры халыҡ өсөн төп белгес, хатта табип булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ағиҙел буйында урынлашҡан әллә ни ҙур булмаған Мөҡсин ауылының аҡ халатлы фельдшеры Минира апайҙы Сәриә бәләкәйҙән үк ҙур доктор тип ҡабул иткән, уның эшләгәнен күҙәтергә яратҡан. “Минең дә Минира апай һымаҡ доктор булғым килә”, – тип йөрөгән ул. Ниәт иткән – мораҙына еткән, ти бит ололар. Урта мәктәпте тамамлағас, күҙ дауалаусылар курсында (элек шундай курстар булған) уҡыған.
Ул йылдарҙа халыҡ араһында йоғошло трахома ауырыуы киң таралған. Йәш белгес, ең һыҙғанып, ауылда күҙ дауаларға, трахомаға ҡаршы көрәшкә тотона. Уның ҡарамағында 60 пациент иҫәпләнә. Был ваҡытта Өфөлә табип булып эшләгән бер туған Факил ағаһы менән Гөлнур еңгәһе Сәриәне Республика клиник дауаханаһына саҡырып ала. Ҡулында әлегә дипломы булмаған ҡыҙ ихлас ҡабул итә саҡырыуҙы. Республика дауаханаһында санитарка булып эш башлай һәм медицина училищеһына киске уҡыуға инә.
Өс йылдан дипломлы йәш кадр шәфҡәт туташы итеп хирургия бүлегенә эшкә күсерелә. Ә хирург ярҙамсыһының эшен күҙ алдына килтерергә була: төнгө дежур булған саҡтар, бер-бер артлы ҡатмарлы операциялар...
Сәриә Лотфулла ҡыҙы был йылдарҙа белемен артабан камиллаштырыуҙы дауам итә. Башҡортостан дәүләт медицина институтында киске бүлектә белем ала һәм уҡыу йортон яҡшы билдәләр менән тамамлай. Уға вузда дәрестәрҙә шөғөлләнеү ауыр булмай, сөнки ғәмәлдә эшләгән кеше булараҡ, күп нәмә таныш, тик белемде киңәйтергә кәрәк була. Эшенә яуаплы ҡараған, ярайһы белем багажы туплап өлгөргән, 23 йыл хеҙмәт стажы булған Сәриә Лотфулла ҡыҙы Өфө ҡалаһының 44-се поликлиникаһына терапевт итеп эшкә саҡырыла.
Ошо учреждениела ул 26 йыл буйы участка табибы вазифаһын башҡара. Был эш еңелдән түгел, ваҡытты күп ала, пациенттарҙы ҡабул итергә, саҡырыу буйынса өйҙәренә барырға, документтарҙы тәртипкә килтерергә – барыһына ла өлгөрөргә кәрәк. Әйткәндәй, йәш табиптарҙың ҡайһы берҙәре бындай эш тәртибенә күнә алмай. Был аңлашыла ла: һәр кемдең ғаиләһе, балалары, башҡа мәшәҡәттәре етерлек...
“Участкала йөрөү күп ваҡытты ала, әммә ярҙам итергә тейешһең. Өйҙә ауырып ятыусылар араһында оло быуын кешеләре ярҙамға бигерәк мохтаж, хәрәкәт итә алмайынса, тик түшәк режимындағылар йөрәкте өҙә. Улар янына тиҙерәк ашығаһың, ҡулдан килгәнсә хәлен еңеләйтергә тырышаһың. Утыҙ йылға яҡын бер участкала эшләгәс, ул ус төбөндәге һымаҡ, кемдең ҡайҙа, ни хәлдә йәшәгәнен белеп бөтәһең. Уйлап ҡараһаң, һаулыҡ һағында тороусыларҙың хеҙмәте ҡаһарманлыҡҡа тиң түгелме? Эшем – мине, мин эшемде яраттым”, – ти Сәриә Лотфулла ҡыҙы.
“Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы ла – эшенә ҡарата тоғролоҡ билдәһе һәм ғәҙел хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Әйткәндәй, бер ғаиләнән өс табип улар: Факил ағаһы, Сажиҙә апаһы һәм үҙе. Еңгәләре лә, килендәре лә – табиптар. Ағаһының, апаһының балалары барыһы ла доктор һөнәрен һайлаған.
Сәриә Лотфулла ҡыҙы тормош иптәше менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергән. “Әсәйебеҙ – кумирыбыҙ”, – тип ғорурлана уның балалары. Йәмилә менән Алишер иһә юрист һөнәрен һайлаған.
...Ярты быуат ғүмер – кешеләргә бағышланған тынғыһыҙ һәм көсөргәнешле хеҙмәттә. Ҡылған ғәмәлдәре өсөн Сәриә Лотфулла ҡыҙы үҙ ғүмерендә бик күп рәхмәт алған, ғәҙел хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған. Табип күптән түгел хаҡлы ялға сыҡһа ла, элекке пациенттары уға шылтыратып кәңәш һорай, һаман ярҙам көтә. Оло табип өмөтләнгәндәрҙең һүҙен кире ҡаҡмай: элеккесә ярҙамға ашыға, ярҙам итеүҙе үҙ бурысы тип һанай... Ошондай фиҙакәр булмышлы кешеләр менән тормош йәмле.