“Моғайын, күптәр ҡалаға төньяҡтан ингән яҡтың үҙгәреүенә иғтибар иткәндер. Ошоға тиклем Беренсе май урамындағы гараждар күңелһеҙ булып тора ине, бер ай эсендә ул үҙгәрҙе һәм биҙәккә әйләнде. Төп идея һәм образ тураһында оҙаҡ уйламаныҡ, шунда уҡ башҡорт милли орнаментын файҙаланырға булдыҡ. Тик уны замансараҡ башҡарҙыҡ. Әйткәндәй, беҙ республикала беренселәрҙән заманса милли паттернды стрит-арт итеп эшләнек. Бурыс еңел булманы. Беренсенән, гараждарҙың дөйөм оҙонлоғо 400 метр. Икенсенән, стенаның текстураһы бер төрлө түгел. Өсөнсөнән, был урын тигеҙһеҙ, рельефлы. Тик беҙ яңы эмоциялар, яңы буярҙар индерҙек һәм төньяҡ ҡапҡаны биҙәнек”, – тип яҙҙы ул.
Игорь Миронов белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем төньяҡ инеү яғын төҙөкләндереү дауам итәсәк. Яҡын арала Йәшел урамында баҡсалар буйлап кәртә ҡуйыласаҡ. Был урын да тәртипкә килтереләсәк. Стрит-рәссамдар эше Салауат ҡалаһы хакимиәтененең мәҙәниәт бүлеге тарафынан “Мәҙәни код” арт-фестивале сиктәрендә тормошҡа ашырылған.