Йәмғиәт
20 Октябрь 2020, 13:27

Тауҙар, урмандар араһында бар бер донъя

Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинды бүләк иткән төйәк.

Бынан бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡ – Белорет һәм Магнитогорск ҡалаларын үҙ-ара бәйләйәсәк юл төҙөлөшө башланғайны. Стәрлетамаҡтан Белорет районындағы Үрге Әүжәнгә тиклем юл оҙонлоғо 115 километр тәшкил итә, Маҡар менән Ҡолғона араһында иһә 20 километр ғына юл һалынған. Әлегә ошо төбәктәге ауылдар өсөн мөһим ҙур төҙөлөш туҡтап ҡалған.


Мөһим, тим, сөнки Ишембай районының Ҡолғона ауылы аша үткән юл, быға тиклем төпкөл тип иҫәпләнгән Ҡолғона, Яңы Cәйет, Бөрйән районының Берәтәк, Белорет районының Үрге Әүжән ауылдары аша үтеп, был төбәктәге ауылдарға яңы һулыш бирәсәк. Шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисад биләмәһен Белорет, Магнитогорск кеүек ҡалаларына тоташтырып, араларҙы ике тапҡырға тиерлек яҡынайтып, иҡтисадта ҙур үҫешкә булышлыҡ итәсәк.


Шулай уҡ Өфө – Белорет юлындағы автомобиль ағымы ла кәмейәсәк. Иң мөһиме – быуаттар дауамында юлһыҙ интеккән халыҡтың күптәнге хыялы тормошҡа ашыр ине...


Ҡолғонаға бына шундай уйҙарға, хыялдарға бирелеп барҙым.


Тауҙарға һыйынып ултыра


Өфөнән Ишембай районының Ҡолғона ауылына барып еткәнсе өс сәғәттән ашыу ваҡыт үтте. Эйе, Маҡарға тиклем асфальт юлдан шәп киләһең дә ул, аҙаҡ инде теге 30 саҡрым арауыҡта “автомобиль ҡойолоп төшмәһен ине” тип ҡурҡып бараһың. 2015 йылда һалынған ҡырсынташ юл тапшырылғандан бирле ремонт күрмәгән, шуға һыу йыуып, соҡор-саҡыр хасил булған, эре таштар һерәйеп ятҡан урындар ҙа етәрлек.
Юлдары насар булғас, ауыл да ташландыҡтыр, был яҡҡа зәңгәр яғыулыҡты ла үткәрмәҫтәр инде, тип уйлайым. Төндә генә ауыл аша үткән бар, ул саҡта туҡталып торманыҡ, ә көндөҙ уны күргәнем юҡ ине.
Тауҙарға һыйынып ҡына ултырған Ҡолғонаға килеп ингәс тә, юлда тыуған кире уйҙар һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты, сөнки ауыл төпкөл булһа ла, бында зәңгәр яғыулыҡ бар, үҙәкләштерелгән һыу үткәргестәр һуҙылған, тау башында күп ауылдар көнләшерлек социаль үҙәк балҡып ултыра. Ғөмүмән, ауыл, бәләкәй генә дәүләтте хәтерләтеп, үҙ ҡаҙанында ҡайнап, матур итеп йәшәп ята.
Ҡолғона ауылы биләмәһенә Ҡолғона, Иҫке Cәйет, Ҡалыуайры, Яңы Cәйет, Кәбәс, Ялтаран ауылдары ҡарай. Был ауылдарҙа төҙөкләндереү эштәре лә әүҙем алып барыла.
Мәғлүм булыуынса, былтыр Ҡол­ғона ауылындағы мал ҡәберлегенә тиклемге юлды ремонтлағандар, зыярат алдына һәм ингән урындағы майҙансыҡҡа таш түшәгәндәр. Ҡалыуайры ауылының Уң яҡ яр урамына ҡырсынташ түшәлгән. Ишембай юл ремонт-төҙөлөш идаралығы көсө менән Ҡолғона, Ҡалыуайры, Кәбәс, Ялтаран ауылдары араһындағы юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямағандар. “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһына ярашлы, Ҡолғона ауылының Йәшел, Таулы, Октябрьский, Үҙәк урамдарына таш түшәлгән.
Ишембай район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановтың ярҙамы менән Ҡолғона ауылы мәктәбенең спорт залына, халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың музей бинаһына ремонт эшләнгән, шулай уҡ ауыл мәсетенә электр йылытыу ҡорамалы урынлаштырылған.
Ауыл биләмәһенә ҡараған биш ауылда ла ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн контейнер майҙансыҡтары ҡуйылған. Ҡалыуайры һәм Яңы Cәйет ауылдары зыяраттары кәртәһен яртылаш яңыртҡандар. Яңы Cәйет һәм Иҫке Cәйет ауылдарында балалар майҙансыҡтары булдырғандар. Ауыл урамдарына 47 яҡтыртыу ҡорамалы ҡуйылған.
Хакимиәт биләмәһендә Ҡолғона участка дауаханаһы, Ҡалыуайры, Иҫке Cәйет, Яңы Cәйет ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар. Халыҡты бер табип, бер фельдшер, ун шәфҡәт туташы хеҙмәтләндерә. Әммә бында ла медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ бар – әле Яңы Cәйет һәм Ҡалыуайры ауылдарына фельдшерҙар талап ителә. Ҡолғона участка дауаханаһында стационар медицина ярҙамы күрһәтелә, ете паллиатив койка-урын, дүрт көндөҙгө койка-урын бар. Демографик хәл тотороҡло, тип баһалана, сөнки былтыр 12 кеше вафат булған, 12 сабый донъяға килгән.
Ҡолғона ауыл биләмәһе башлығы Моғаттар Мостафин белдереүенсә, участка дауаханаһын яңынан төҙөргә ҡарар иткәндәр. “Урыны билдәләнде, рәсми документтар алынды, әле стационарҙа дауалау мөмкинлектәре булған дауахана проекты эшләнә. Шулай уҡ быйыл Иҫке Cәйет ауылында таштан эшләнгән фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асасаҡ”, – ти ул.

Әйткәндәй, Ҡолғонаға һәм башҡа ауылдарға газ һуҙыу схемаһы әҙер­ләнгән. Әле Ҡолғоналағы йорттарҙың 33 проценты “зәңгәр яғыулыҡҡа” тоташҡан.
Яңы Cәйет һәм Иҫке Cәйет мәктәптәренә йылы төкәтмә һәм йылы бәҙрәф төҙөү, Яңы Cәйет мәктәбенә ҡойо ҡаҙыу, һыу үткәргесте монтажлау кеүек эштәр ҙә атҡарылған.
Ауыл биләмәһендә дүрт мәктәп, бер балалар баҡсаһы бар. Ҡолғона мәктәбендәге интернатта күрше ауылдарҙан уҡыусылар йәшәй. Ҡалыуайры һәм Иҫке Cәйет ауылдарынан балаларҙы автобус йөрөтә.
Беҙ барғанда Ҡолғона мәктәбендә уҡытыусылар йыйылышы бара ине. Унда ҡатнашып, ауылдың зыялылары менән һөйләшеү мөмкинлеге лә булды. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе – ул да шул юл проблемаһына ҡағыла ине.
– Юлдар бөттө. Нисәмә миллиардтар һалып юл төҙөнөләр, ә уны ремонтлауға миллион һумды йәлләйҙәр. Йылына өс саҡрым тирәһе асфальт юл һалһалар ҙа, күптән Ҡолғонаға килеп етер ине, хәлдәренән килә бит. Беҙҙән бөтәһенән дә кеүек талап итәләр, ә шарттар юҡ. Мәҫәлән, директор эш буйынса көн һайын ҡалаға йөрөргә мәжбүр, ә бит был юлға техника түҙмәй, ҡойолоп төшә. Йәй Ырымбурҙан мәктәпкә ҡорамал алып килделәр. Йөк автомобиленең бер тәгәрмәсе янған, икенсеһе тишелгән. Водитель был яҡҡа юлға сыҡҡанына үкенеп ҡайтп китте, – тип ауылдаштарын борсоған мәсьәлә менән уртаҡлашты ауыл советы депутаты Илшат Сабит улы Вәлиев.
Дөйөм алғанда, Ҡолғона ауылындағы ике ҡатлы мәктәптә заман талаптарына ярашлы белем алыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Быйыл унда, “Мәғариф” милли проектына ярашлы, “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге асылған. Ошо маҡсатта ике кабинет заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дырылған. Мәктәп менән директор Заһиҙә Закир ҡыҙы Мусина етәкселек итә.
– Яңы Cәйет ауылында күп функциялы үҙәк төҙөргә ҡарар ителде. Унда мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб урынлашасаҡ. Район хакимиәте башлығы Азамат Фәрит улы тәҡдиме буйынса Иҫке Cәйет ауылында башланғыс мәктәпкә төкәтмә төҙөлә. Ҡалыуайры һәм Яңы Cәйет ауылдарында башланғыс мәктәптең берәр бүлмәләре заманса ремонтланып, ашхана бүлмәләре булдырылды, – ти Моғаттар Мөхтәр улы.
Ошондай ир-егеттәр тота ауылды


Ауыл кешеләре тураһында яҙғанда Ҡолғона ауыл советы башлығы Моғаттар Мөхтәр улы Мостафиндың үҙе тураһында ла әйтеп китмәһәк, яҙыҡ булыр, сөнки ул бөтә ғүмерен ошо төбәктең именлегенә хеҙмәт итеүгә бағышлаған.
Ул 1963 йылда Ҡолғона ауылында тыуған, ошонда уҡ белем алған. Һуңынан Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Хеҙмәт юлын Ҡолғона урмансылығында тракторсы булып башлай. Хәрби бурысын Түбәнге Тагил, Байконур тарафтарында үтәп ҡайтҡас, үҙен башҡа тармаҡта һынап ҡарау маҡсатында Өфөләге янғын хәүефһеҙлеге хеҙ­мәтенә урынлаша. Тыуған яҡ тартҡандыр ине, 1994 йылда Ишембай районы эске эштәр бүлегенә урынлаша. Шулай итеп, Моғаттар Мостафин ЮХХДИ инспекторы, һуңынан оҙаҡ йылдар Ҡолғона ауыл биләмәһендә участка инспекторы булып эшләп, 2014 йылда хаҡлы ялға сыға.
Пенсионермын тип өйҙә ултырмай ул, 2014–2015 йылдарҙа ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡара. Һуңынан карьерҙа хужалыҡ мөдире, участка начальнигы булып эшләй. “Стәрлетамаҡ–Магнитогорск” автомобиль юлы дирекцияһы” йәмғиәтендә хеҙмәт итеп йөрөгән Моғаттар Мөхтәр улын былтыр тағы ла хакимиәткә эшкә саҡыралар.

– Оҙаҡ йылдар участка инспекторы булып эшләгәс, урындағы халыҡты яҡшы беләм, – ти Моғаттар Мөхтәр улы.
Ауыл ерендә техникаһыҙ йәшәп булмай, ә инде техника хеҙмәт итһен өсөн оҫта механизатор кәрәк. Шуғалыр ҙа инде 65 йәшлек Рауил Исмәғил улы Дилмөхәмәтов хаҡлы ялда булһа ла, эшһеҙ ултырмай. Әле ул шәхси эшҡыуар Дәриғәт Кульчиковта механизатор булып эшләй.
Рауил Исмәғил улы сығышы менән Ҡолғонанан. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Петровскиҙағы урта һөнәри техник училищеға электромонтер һөнәренә уҡырға юллана. Хәрби хеҙмәттән һуң водитель, тракторсы һөнәрҙәрен үҙләштерә.

Хеҙмәт юлын 16 йәшендә үк, 1971 йылда, Ҡолғона урмансылығында тракторсы ярҙамсыһы булып башлай. Аҙаҡ иһә ошо хужалыҡта эшен дауам итеп тракторсы, механик, урман мастеры, участка начальнигы вазифа­һына тиклем үрләй. Ширҡәт ойоштороп, уның директоры була. Һуңынан Ҡолғона урмансылығында 27 йыл эшләй. “Каустик” предприятиеһы асҡан цехта ағас эшкәртеү буйынса цех мастеры була.
Рауил Дилмөхәмәтовтың фиҙакәр хеҙмәте һәр саҡ лайыҡлы баһалана. Ул заманында коммунистик хеҙмәт алдынғыһы була, Стәрлетамаҡ урман берлеге ойошторған “Һөнәри оҫталыҡ” конкурсында өс йыл рәттән еңеү яулай. Шулай итеп, ул бөгөн лайыҡлы рәүештә хеҙмәт ветераны исемен йөрөтә.
Ҡатыны Роза Ямалова менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар ҙа, ата-әсәһенең ышанысын аҡлап, юғары белем алып, матур итеп донъя көтә.
Әйткәндәй, Роза ханым да хеҙмәт ветераны, ул урман хужалығында иҫәп-хисапсы булып эшләгән.
Дәриғәт Батыргәрәй улы Кульчиков та “ҡайҙа тыуғанһың, шунда файҙаң тейһен” тигән тормош девизы менән йәшәй. 44 йәшлек эшҡыуар ошо ауылда донъяға килгән, мәктәп тамамлаған, Стәрлетамаҡта автомобиль мәктә­бендә һөнәр алған. 1994–1996 йылдарҙа хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Ҡолғонала “Химзавод”тың базаһында эшләй.
База ябылғас, эшһеҙ ҡалған егет Себер тарафтарына юллана. Шулай итеп, 2003 йылдан алып алты йыл Себер юлын тапай ул.
Сит ерҙәрҙә йөрөп ялҡҡан Дәриғәт Кульчиков 2010 йылда үҙенең предприятиеһын аса һәм ағас эшкәртеүгә тотона. Әле уның предприятиеһында етештерелгән таҡталар, ярымфабрикаттар “Авангард” хәрби заводына оҙатыла.
Ауыл хакимиәте лә уға ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итә. “Һәр саҡ тыңлай, кире ҡаҡҡаны юҡ. Өмә, төҙөкләндереү кеүек йәмәғәт эштәре унһыҙ үтмәй”, – ти ауыл биләмәһе башлығы.
Ағас эшенән тыш, әле йылҡы ла үрсетә башлағандар.

– Пандемия ваҡытында эшләмәй торҙоҡ, заводтар ҙа ябылды, заказ булманы. Ағасты күп осраҡта аукциондан алабыҙ. Ҡайынын да, ҡарағайын да эшкәртәбеҙ, бура ла бурайбыҙ. Әле миндә һигеҙ кеше эшләй. Ауылда төпләнгәс, сараһын күрергә тура килә. Эшләп йәшәйбеҙ, – ти Дәриғәт Кульчиков.
Дәриғәт Батыргәрәй улы ҡатыны Гөлшат Ғәлимйән ҡыҙы менән 22 йыл матур итеп донъя көтә, өс бала үҫтерәләр. Өлкән улдары Алмас Ишембай ҡалаһында нефть колледжын тамамлаған, әле атаһына ярҙам итә. “Ауылда ҡалам, ти. Ер алып йорт төҙөргә уйлай”, – ти ғаилә башлығы. Тимәк, Дәриғәт Кульчиков ауылда эшен дауам итерлек алмаш та үҫтереүгә өлгәшкән.
Әйткәндәй, Ҡолғона ауыл биләмәһендә бөтәһе 21 шәхси предприятие һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Әле 16 пилорамдың етәүһе сафта. Уларҙа урындағы халыҡ һәм Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары өсөн таҡта етештерелә.

Биләмәлә урынлашҡан “Стәрле­та­маҡ – Магнитогорск автомобиль юлы дирекцияһы” йәмғиәтенең карьерында кварцлы тау тоҡомонан ҡырсынташ етештерәләр. Был предприятиела Ҡолғона ауылынан 12 кеше эшләй.


Дәүләт ярҙамынан да ситтә ҡалмайҙар


Бынан 22 йыл элек Шаран райо­нының Шалтыҡ ауылынан Ҡолғонаға килен булып килгән Гүзәлиә Мәүзир ҡыҙы Латипова төшкән еренә таш булып бата. Әле тормош иптәше Азат Зөфәр улы менән алты бала тәрбиәләйҙәр.
– Казарма утарында һигеҙ йыл йәшәнек. Унда дүрт балабыҙ тыуҙы, ҡалған икәүһе Ҡолғонаға күсеп ҡайтҡас донъяға килде. Өлкән улыбыҙ Ринат Ульяновскиҙа контракт буйынса хеҙмәт итә. Хәҙер үҙе лә атай – бер бала үҫтерә. Азалия менән Азамат Стәрлетамаҡта лицей-интернатта уҡый, ҡалған бәләкәйҙәр ауылда белем ала, – ти Гүзәлиә Мәүзир ҡыҙы.
Күп балалы ғаилә ҙур йорт һалып сыҡҡан. Был төҙөлөштө бойомға ашырыуҙа уларға дәүләт ярҙамға килгән. Улар көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға ярҙам алыу буйынса туғыҙ йыл сиратта торған. Гүзәлиә Мәүзир ҡыҙы ете йыл мәктәптә хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләй.
– Аҡса булғас, дүрт айҙа һалып сыҡтыҡ. 1 миллион 370 мең һум бирҙеләр. Ул ғына етмәне әле, ҡалғанын мал һатып, кредит алып төҙөп бөттөк. Хәҙер бөтә балаларҙың да айырым бүлмәһе бар. Аш, бәҙрәф, йыуыныу бүлмәләрен дә эшләнек. Быйыл газ тоташтырыу өсөн бүленгән 100 мең һумлыҡ сертификатты ла юллап алдыҡ. Аллаға шөкөр, газды ла шунда уҡ тоташтырып киттеләр. Хөкүмәткә ҙур рәхмәт. Ҡолғонала йәшәү оҡшай, балаларға – мәктәп, үҙемдең эшем бар. Баҡса үҫтерәбеҙ, мал көтәбеҙ. Ауыл матур, күршеләр һәйбәт, туғандар ярҙам итә, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты хужабикә.


Бал ҡортондай егәрлеләр


Ҡалыуайры ауылында йәшәгән Ғәрифә Ишбулды ҡыҙы менән Ғил­метдин Ғәрәфетдин улы Хәйҙә­ров­тар – өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Улар инде 57 йыл бергә матур итеп донъя көтә, биш баланы аяҡҡа баҫтырған.
Ғилметдин Хәйҙәров, оҙаҡ йылдар Ишембай леспромхозында моторист, водитель, һуңынан мастер булып эшләп, 55 йәштән льготалы пенсияға сыға. Ғәрифә Ишбулды ҡыҙы клубта йыйыштырыусы булған.
Был ғаилә умартасылыҡ шөғөлө менән дә дан алған.

– Ғүмер буйы бал ҡорто тотабыҙ, 60-сы йылдарҙан бирле. Былтыр беҙ ебәргән йүкә балы Канадала “Апимондия” конгресында беренсе урынды яуланы, алтын миҙалға лайыҡ булды. Сертификаты килде, – ти Ғилметдин ағай.

Быға тиклем умартаны 50-нән дә кәм тотмағандар, әле олоғайғас, күпкә кәметкәндәр, һатырға тура килгән.
– Районда Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге умарталыҡ асты. Беҙҙең умартанан инә ҡорт алып, лабораторияла тикшерҙеләр. Мин был ҡорттарҙы 1975 йылда Бөрйән районынан алып ҡайтҡайным. Ысын башҡорт ҡорто. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү отошло. Ауыл ерендә башҡа ни эшләргә инде?!
Балаларға ла ярҙам итәбеҙ. Үҙебеҙ олоғайҙыҡ, миңә – 82, әбейгә – 78 йәш. Һаулыҡ та шәптән түгел, шуға ла Салауат ҡалаһынан ике бүлмәле фатир һатып алдыҡ. Ҡышын шунда йәшәп, йәйҙе ауылда үткәреү уйыбыҙ, – ти Ғилметдин Ғәрәфетдин улы.
“Беҙ – һуғыш осоро балалары. Мин атайҙан һигеҙ айлыҡ ҡына булып тороп ҡалғанмын”, – тип Бөйөк Ватан һуғышы һалған ғүмерлек күңел яралары менән дә уртаҡлашты Ғәрифә Ишбулды ҡыҙы. Ул сығышы менән Ғафури районының Ташбүкән ауылынан. Был ауылға 1963 йылда килен булып төшкән.
Әле ауылды төп борсоған мәсьәлә – фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, ә медицина хеҙмәткәре юҡ. Ҡолғонанан аҙнаһына ике тапҡыр килеп хеҙмәтләндерәләр. Әлбиттә, күпселек ололар йәшәгән ауылда медицина хеҙмәткәре һыу һәм һауа кеүек кәрәк булыуы аңлашыла.
Ҡаланы ауылға алмаштырып...


Төпкөл ауылдарға барған саҡта һәр саҡ ҙур, уңайлы ҡала тормошон ауылдыҡына алмаштырып ҡайтҡан ғаиләләргә тап булаһың. Был юлы ла Ҡалыуайрыла ошондай ғаилә – Хәйҙәровтар менән танышырға насип итте. Шәрифулла Фәйзрахман улы Хәйҙәров менән хәләле Лилиә Фәрүәз ҡыҙы Иҙрисоваға – 62-шәр йәш. Улар ҙа умартасылыҡ менән шөғөлләнә.
– Атайым Фәйзрахман Ғәрәфетдин улы 36 умарта тота ине. Ишембайҙа 20 йыл йәшәгәндән һуң ҡайтып, атай йортон яңыртып ятабыҙ. Хәҙер инде 2000 йылдан ауылдабыҙ. Әле 43 умартабыҙ бар. Беҙҙең балдың күбеһе Мәскәүгә китә, – ти йорт хужаһы.
Хәйҙәровтар, “быйыл ҡорттар өсөн һәйбәт булды”, ти. Күпселек йүкә балы алған, көҙгәрәк сәскә балы өлгөргән.

– Саған балын көслө умарталар ғына йыя. Беҙҙең саған балы былтыр Канадала икенсе урынға лайыҡ булды. Көслө умарталарҙағы бал ҡорттары май айында уҡ сығып китә, умарта алдында уҡмашып тора. Быйыл Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге беҙҙән биш умарта алды. Былай йыл да мөрәжәғәт итәләр. Яҡын-тирәләге ауылдарҙан, райондарҙан күпләп күс алалар. Бөрйәндәр ҙә килә, әле унан умарта һорағандар күп. Өйҙә тик ятҡансы, умартасылыҡ менән шөғөлләнһендәр ине, – ти Шәрифулла Фәйзрахман улы.
Шәрифулланың атаһы Фәйзрахман Ғәрәфетдин улы 1923 йылғы булған. Бөйөк Ватан һуғышында Мәскәү янындағы Раменскиҙан алып Берлинға етеп, Чехословакияны, Австрияны үтеп ҡайтҡан элемтәсе яугир булған. Ул 60 йәшкә тиклем пилорамала рамсы булып эшләй, 1999 йылда 76 йәшендә вафат булып ҡала.
Әле Шәрифулла Фәйзрахман улы атай нигеҙен һүндермәй, яңы һулыш өрөп, матур итеп донъя көтә. Эйе, ауылды ошондай уңған, дәртле кешеләр күтәрә шул.
Әйткәндәй, Ҡолғона ауылында – тулыһынса, ә Ҡалыуайрыла өлөшләтә МТС бәйләнеше бар. Шулай уҡ “Ростелеком” элемтә бәйләнеше менән тәьмин итә, интернет һәм IP-телевидениела эшләй.
Шулай итеп, Ҡолғона ауыл биләмәһе һәм унда йәшәгән халыҡ менән танышып, яҡты тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Әйткәндәй, унда беҙ Ҡолғона ауылында тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинды ла осраттыҡ. Яҙыусы менән әңгәмә гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә донъя күрер.

Читайте нас