Йәмғиәт
19 Октябрь 2020, 19:30

Ярҙамығыҙ кәрәк!

Ир кешенең кәүҙәһен ауылдар араһында тапҡайнылар...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы дүрт йыл элек яр буйында табылған мәйеттең шәхесен асыҡлауҙа халыҡтан ярҙам һорай.
Ведомствоның мәғлүмәтен 19 октябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Отклик" эҙләү-ҡотҡарыу отряды баҫтырып сығарған.

Ир кешенең кәүҙәһен 2016 йылдың 23 сентябрендә Сыуаш Ҡуғанағы һәм Башиловка (Красноусол тракты) ауылдары араһында тапҡандар ине.

Буйы уртаса, уртасанан түбән булыуы ла мөмкин, яҡынса 50-60 йәштәр тирәһендә, сәсе шыма ҡыҫҡа, сал төшкән. Өҫтөндә - арҡаһына "Club" тип яҙылған ҡыҫҡа еңле, асыҡ төҫтәге ирҙәр күлдәге, ҡара төҫтәге салбар, аяғында - эсе йылы кәлүш.

Фотороботтағы кешене таныусылар булһа, 02 һандарына йәки 89871060601 телефонына шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар.

Һәләк булғандың фотороботы: "Отклик" ирекмәндәр отряды.
Читайте нас