Йәмғиәт
21 Октябрь 2020, 18:00

Бәхил булығыҙ, Рәмил Ғиниәт улы...

Бөгөн бик тә ауыр хәбәр килде: Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының элекке рәйесе Рәмил Мәжитов вафат булған.

Бөгөн бик тә ауыр хәбәр килде: баш ҡалала оҙаҡ сирләгәндән һуң 64-се йәшендә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының элекке рәйесе, Башҡортостан иретеп-йәбештереү һәм сәнәғәт етештереүе колледжы директоры Рәмил Мәжитов вафат булған.
Рәмил Ғиниәт улы 1957 йылда Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын тыуған районының Мәҡсүт ауылы мәҙәниәт йортонда башлаған. Унан һуң урындағы төрлө мәктәптәрҙә етәксе вазифаларын башҡарған, район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә етәкселек иткән.
2003 йылда Башҡортостан Хөкүмәтендә гуманитар һәм милли мәсьәләләр бүлегенең баш белгесе итеп тәғәйенләнгән. 2003 - 2008 йылдарҙа Күгәрсен районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған. 2008 йылдан Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләгән.
2010 - 2018 йылдарҙа — Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты директоры, 2019 йылдан — Башҡортостан иретеп-йәбештереү һәм сәнәғәт етештереүе колледжы етәксеһе.
Рәмил Мәжитов – Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Дөйөм мәғарифтың почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, сәйәсәт фәндәре кандидаты.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас