Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының VIII А класы уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Улар үҙҙәрең класында яман шештән интеккән уҡыусы - Илүзә Ғәҙелбаеваға ярҙам һорай. Ҡыҙҙың ҙур сираҡ һөйәгенең уң яғынан аҫта шеш барлыҡҡа килгән, остеосаркома.
Илүзә ярты йылдан ашыу Республика балалар клиник дауаханаһында дауалана. Әле сираттағы химия курсын үткән. Тиҙҙән Мәскәүгә операцияға барырға йыйына. Дарыуҙарҙы ата-әсә үҙ иҫәбенә ала.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы коллективы һәм «Осҡон» балалар ойошмаһы Башҡарма комитеты, яман шештән интеккән Илүзә Ғәҙелбаеваға ярҙам итеү маҡсатында, 20 октябргә тиклем «Ҡағыҙ бумы» хәйриә акцияһы ла уҙғарҙы. Ҡағыҙ тапшырыуҙан алынған аҡса ҡыҙҙы дауалауға йүнәлтеләсәк.
Был изге эшкә һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ. Бының өсөн Әфризә Ансар ҡыҙы Ғәҙелбаеваның иҫәбенә 8 965 6581 175 телефон һандары аша аҡсалата ярҙам күсерергә мөмкин. Ил төкөрһә, күл булыр, ти халыҡ мәҡәле. Әле бары йәшәй генә башлаған ҡыҙҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡ.
Фото: Илүзә Ғәҙелбаеваның ғаилә архивынан.