Бөгөн Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индира менән бергәләшеп усаҡ эргәһендә төшкән фотоларын социаль селтәргә һалды. Әйтерһең, ул ошо йылыны, үҙенең йәшәү көсөн, дәртен барлыҡ донъяға өләште.
Әлеге өшәнес көндәрҙә күңелгә ҡуҙ, барыһы ла яҡшы буласағына ышаныс өҫтәгәндәй тойолдо был фотоһүрәттәр.
“...Усаҡ эргәһендә дуҫтар йәки һөйгән кешең менән икәү генә ултырыу, гитарала бала саҡтан хәтерҙә ҡалған яратҡан композицияларҙы башҡарыу – бына нимә етмәй икән миңә, – тип яҙған социаль селтәрҙә Рөстәм Нәбиев. – Дөрөҫөн әйткәндә, романтикмын. Индира ошондай фотосессия була тигәс, шунда уҡ ризалаштым. Был постановка булһа ла, унда барған барлыҡ хәл-ваҡиға ысын ине. Усаҡ, тәбиғәт, эҫе сәй, өҫтәүенә музам да янымда. Ундағы кисерештәр яһалма түгел ине, быны фотолар үҙҙәре лә әйтеп торалыр. Ошо ваҡытта беренсе тапҡыр маршмэллоуҙы тәмләп ҡараным. Быға хас бәләкәй бала кеүек ҡыуандым, уны утта ҡыҙҙырҙым һәм шунда уҡ йоттом – ысынлап та, бик тәмле. Ашап ҡарағыҙ. Яҡын арала гитарала уйнарға өйрәнермен тип уйлайым. Яҡындарымды, бәлки, хатта һеҙҙе лә ҡыуандырырмын әле. Быға ышанам”.
Һоҡланғыс кеше инде ул Рөстәм Нәбиев. Уның әйтеүенсә, ысынлап та, һәр кемде ышаныс йәшәтә. Алда тормоштоң тик шатлыҡтарҙан тороуы, яҡындарыңдың һәр саҡ эргәлә булыуы, ҡайғы-хәсрәттең, афәттең, төрлө сирҙәрҙең һәммәбеҙҙе урап үтеүе һәм башҡа бихисап уй-теләктәр иртәгәһе көндөң яҡты, яҡшы, бәхетле булырына ышанысты арттыра.
Фотолар Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.