Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 13:20

Бер сәбәпһеҙ олатаһына сәнскән

Бер аҙҙан ҡыҙҙың әсәһе өйгә ҡайта һәм яралы ҡайныһын күрә...

Бәләбәй район-ара тәфтиш бүлеге кеше үлтереүҙә шик аҫтына алынған 22 йәшлек ҡыҙға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 21 октябрҙә иртә менән ғәйепләнеүсе бер сәбәпһеҙ 81 йәшлек олатаһына бысаҡ менән ташлана. Һалҡын ҡорал зыян күреүсенең эсенә тура килә.
Бер аҙҙан ҡыҙҙың әсәһе өйгә ҡайта һәм яралы ҡайныһын күреп, шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡырта. Ҡыҙғанысҡа күрә, оло кеше дауаханала йән бирә.
Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, тикшереү бара. Кеше үлтергән ҡыҙға ҡарата стационар шарттарында психолог-психиатрик суд экспертизаһы ла үткәреләсәк.
“Башинформ” фотоһы.
Читайте нас