Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 08:05

Бесәнселәр гөрләп йәшәй

Улар етмеш төрлө һөнәргә эйә.

Ауыл тормошоноң йөҙөн, көнкүреш кимәлен, ғәҙәттә, бындағы мәҙәниәт усағы – клубтар билдәләүсән. Әгәр ҙә ул гөрләп эшләп тора, төрлө тамашалар ҡуйыла, мәҙәни ял саралары үткәрелә икән, тимәк, ауыл кешеһенең тормошо ла сағыуыраҡ, күңеле лә дәртлерәк, эштәре лә ырай, тигән һүҙ. Тыуған яғым Күгәрсен районындағы Хоҙайбирҙин ауылына юл төшкәс, бындағы мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынмай түҙмәнем.


Ауылдың ғорурлығы


Мәҙәниәт йорто алдында күңел­ле йыр-моң тауышы ишетелә, бихисап кеше йыйылған. Республика көнөнә һәм райондың 90 йыллы­ғына арналған көҙгө йәрминкә бара икән. Сара артабан матур концерт менән дауам итте.
Хоҙайбирҙин (халыҡ үҙе, әйтер­гә йәтешләп, ауылды Хоҙайбирҙе тип йөрөтә. Тирә-яҡта ла, ауылда ла уның элекке исеме – Бесәнсе лә онотолмаған әле. – Авт.) ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Рәзилә Ғимран ҡыҙы Байғазина мәҙәниәт усағының эшмәкәрлеге менән ихлас таныштырып, ауылдаштары тормошон йәмләгән һәүәҫкәр артистар тураһында йылы һүҙҙәрен йәлләмәне.
Мәҙәниәт йортонда “Бесәнсе” фольклор, “Йәшлек” бейеү ансам­бл­дәре, “Битлек” театр түңәрәге, гармунсылар төркөмө эшләп килә. Халыҡты әленән-әле матур тамаша менән ҡыуандырып тора улар. Пандемия ғына хоҙайбирҙиндәрҙе мә­ҙәни саралар, йәнле аралашыуҙан айырып торған, шуға ла асыҡ һауа­ла үткәрелгән Республика көнөнә арналған сараны барыһы ла көтөп алған. Ни тиһәң дә, һәр ерҙә лә халыҡ үҙ ауылдарында йәшәгән “һандуғас”тарын, бейеүселәрен ихлас ярата, сығыштарын көтөп ала, йылы алҡыштарын, дәртләндергес һүҙҙәрен йәлләмәй.
“Бесәнсе” фольклор ансамбле – ауылдың ғорурлығы, тиһәң, хата булмаҫ. Төрлө кимәлдәге конкурс­тарҙа ҡатнашып, сағыу, дәртле йыр-бейеүҙәре менән тамашасы күңелен әсир иткән ижади бер­ләшмә ул. Уларҙың танылған “Золотой” таҡмаҡтары ғына ни тора!.. Был дәртле йырҙарын фольклорсылар тирә-яҡ ауылдарҙа ла, Өфө сәхнәһендә лә яңғыратты. Һәр ерҙә сығыштары оҙайлы алҡыштарға күмелде.
Рәзилә Ғимран ҡыҙының фольклор ансамбленең аҙаҡҡы йылдар­ҙағы бер нисә еңеүен билдәләп китеүе генә лә бында талантлы кешеләр ҡатнашыуын һөйләй: 2017 йылдағы төбәк-ара “Халыҡ ынйы­лары” бәйгеһендә маҡтаулы өсөнсө урынға лайыҡ булалар, ә быйылғы республика кимәлендә үткәрелгән “Шәл байрамы” фести­валендә икенсе урын яулайҙар.
Ансамблдең әүҙем ағзалары – Миңзәлә Кү­сәрбаева, Нәфисә Һөйөндөкова, Гөлназ Абайҙуллина, Нурзилә Хәсәнова, Айгөл Вәли­шина, Алина Ғәҙелева, Нәзилә Байғазина, Кәримә Садиҡова, Динара Әми­нева, Гөлфиә Ихсанова.
Театр берләшмәһе лә уңыш­тары менән һөйөндөрә. Мәҫәлән, былтырғы Театр йылына арнал­ған район конкурсында Рәлиф Кинйәбаевтың “Эх, Байтимер дуҫ”ын ҡуйып, һәүәҫкәр артистар гран-приға лайыҡ була.


Һәләтлеләргә байҙар


Таланттарға бай Хоҙайбирҙе-Бе­сәнсе ауылы. Үҙешмәкәр композитор, йырсы Салауат Ишбулды улы Сыңғыҙов ауылдаштарын ғына һөйөндөрөп ҡалмай, уның ижад емештәре билдәле йырсы Хәсән Усмановтың репертуарында ла урын алған.
Илшат Фәхри улы Байғазин да йырҙар ижад итә, “Бесәнсе” фольклор ансамбле өсөн музыкаль сы­ғыштар әҙерләй. Рәшит, Тәлғәт Яп­па­ровтарҙың, Һөйөндөк Хәсә­новтың, Әлиә Исхаҡованың моңло тауыштары ла ауыл мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙы биҙәй.
Мәҙәниәт усаҡтары халыҡтың элекке йолаларын тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүлгән ойошмалар булыуы ғәжәп түгел. Хоҙайбирҙеләр ҙә ошо мөһим бурысты атҡарыуҙы ҙур теләк менән алып бара. Ямғыр теләү, һағыҙ ҡайнатыу, шәл өмәһе йолаларын сәхнәләштергәндәр, кис ултырыу йолаһы ла халыҡ күңе­ленә хуш килгән. Әлегә был эште пандемияға бәйле сикләүҙәр туҡтатып торһа ла, хәлдәр яҡшыр­ғас, йолалар башҡарыуҙы күрһә­теүҙе дауам итергә ниәттәре ҙур.
Фольклор ансамбле ағзаһы Миңзәлә Искәндәр ҡыҙы Күсәр­ба­ева тураһында айырым әйтеп китеү зарур. Миңзәлә апай – башҡорт халыҡ йолаларына тоғро ханым. Ул үҙ ҡулдары менән милли би­ҙәүестәр ҙә эшләй. Мәҙәниәт йорто эшендә ярҙам итә, бер генә саранан да ситтә ҡалмай. Сәхнәлә ҡу­йылған спектаклдәргә декорациялар ҙа эшләп алып килә ул хатта! Ауылдаштары уның хаҡында, яратып, “алтын ҡуллы Миңзәлә апа­йыбыҙ” ти. Өҫтәүенә ул – мөнә­жәтсе лә. Бер һүҙ менән әйткәндә, етмеш төрлө һөнәр эйәһе! Талантлы, илһөйәр, йөрәгендә туған хал­ҡы­на оло һөйөү йөрөткән шәхес – ауылдың хөрмәтле ағинәйҙәре иҫәбендә.
Мәҙәниәт йорто бинаһына төҙөк­ләндереү эштәре талап ителһә лә, хоҙайбирҙеләр өмөтөн өҙмәй, дәртләнеп ижад итергә, ауылдаштары тормошона йән өрөргә, бар күңелдәрен һалып көнкүрештәрен йәмләргә ынтыла. Рәзилә Байға­зина, художество етәксеһе Рәмил Әмиров һәм мәҙәниәт йорто коллективына уңыштар, яңы тамашалар теләргә генә ҡала.


Күренекле ауылдаш иҫтәлеген һаҡлап


Хоҙайбирҙе ауылының йөҙөк ҡашы, иҫтәлекле урыны – Шәһит Хоҙайбирҙин музейы. Бында бил­дә­ле дәүләт эшмәкәренең тормошона һәм эшмәкәрлегенә ҡағылыш­лы бихисап ҡәҙерле экспонаттар һаҡлана.
Музейҙа Шәһит Хоҙайбирҙиндең эш бүлмәһе күренешен, яҙыу ҡора­малдарын, башҡа шәхси әйбер­ҙә­рен күрергә, иҫтәлекле, тарихи фотоһүрәттәр, гәзит биттә­рендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр менән танышырға мөмкин. Улар аша иле­беҙ, республикабыҙ тарихының тотош бер осоро күҙ алдына баҫа. Музейға килгән кешеләр Шәһит Хоҙайбирҙиндең ҡыҙы, атаҡлы балерина Тамара Хоҙайбирҙина тураһында ла төплө мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.
Музейҙың бер өлөшөндә ойош­торолған этнография мөйөшө ха­лыҡ­тың ул саҡтағы тормош-көнкү­решен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә.
Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Әхмәт улы Хо­ҙайбирҙин иҫтәлеген мәңгеләш­тереү маҡсатын ҡуйған музей 1976 йылда төҙөлә.
Мәғлүмәт йыйыу иһә 1965 йылда уҡ башлана. Уларҙы туплауҙа Ш. Хоҙайбирҙиндең ғаиләһе – ҡатыны Маһруй Шәрип ҡыҙы менән ҡыҙы Тамара Хоҙайбирҙиналар яр­ҙам итә. Һөҙөмтәлә мәктәптең тарих кабинетында бер мөйөш булдырыла, ә 1973 йылда, яңы төҙөл­гән мәктәпкә сыҡҡас, музей өсөн айырым бүлмә тәғәйенләнә. 1976 йылда инде әлеге бинаһы төҙөлә. 1977 йылдың 21 июлендә ул саҡтағы Бесәнсе ауылының данлы улына бағышланған был музейҙы асыу тантанаһына күренекле шә­хес­тең ҡыҙы, бейеүсе булып та­нылған Тамара Хоҙайбирҙина ла килә.
Музейҙың тәүге директоры Б. Имел­баева тыуған яҡты өйрәнеү эшен дә йәйелдерә. Мәктәп уҡыусыларынан торған музей советы экспонаттар йыйыу менән шөғөлләнә, экскурсиялар үткәрә.
1977 йылда музей, турист-тыу­ған яҡты өйрәнеүселәрҙең Бөтә Союз слетында ҡатнашып, “Иң яҡ­шы мемориаль-биографик музей” таҫмаһына лайыҡ була. Ошо ва­ҡыттан тарихи шәхестең тыуған ауылында Ш. Хоҙайбирҙин исе­мендәге республика премияһы лауреаттарын тәбрикләйҙәр.
Музей мөдире Динара Әминева әйткәнсә, экспонаттар менән йыл һайын меңләгән кеше таныша. Эшмәкәрлек мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла, уҡытыу-тәрбиә эшендә лә музей ҙур ярҙамсы булып тора. Бында тарих дәрестәре, Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветерандары менән осрашыуҙар уҙғарыла. Район, ауылда үткән бер генә саранан да ситтә ҡалмай музей хеҙмәткәрҙәре, һәр береһендә музейҙағы экспонаттар менән таныштырған күргәҙмәләр ойошторола.
Данлыҡлы ауылдаштарына ҡа­ғыл­ған ҡәҙерле иҫтәлекте һаҡ­лауҙа, халыҡтың тарихи үткәндә­ренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, тәрбиә эшендә музейҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.


Күгәрсен районы.
Читайте нас