Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 07:16

Үҙе матур, үҙе таҡыр

Баш ҡала юлдары яңырҙы.

Быйыл Өфө урамдары ҙур бер төҙөлөш майҙансығын хәтерләтте тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫ. Баш ҡалала бер юлы әллә нисә участкала юл эштәре алып барылды. Был йәй көнө бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, хәҙер рәхәтләнеп төҙөк юлдарҙан елдерәбеҙ. Иң мөһиме, сифатлы итеп башҡарылған ремонт байтаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.


Баш ҡала хакимиәтенең мат­буғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, төҙөкләндереү миҙгеле һуңында Өфөлә ремонтланған 57 юл участкаһы буласаҡ. Уларҙың 22-һе – “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты, 35-е Башҡортостан Республика­һының автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса территориаль заказ буйынса эшләнә. Октябрь аҙағына тиклем эштәр тамамланырға тейеш.


Дөйөм алғанда, Башҡортос­танда йыл аҙағына тиклем милли проектҡа ярашлы 300 километр юл ремонтланасаҡ. Әйткәндәй, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса төҙөкләндерелергә тейеш булған юлдың 22 участкаһында ла эш тамамланған.


Шулай итеп, Академик Королев, Аҡназаров, Архитектур, Дмитрий Донской, Нехаев, Степан Халтурин, Чудинов һәм башҡа урамдар әҙер. Йәнә “Еңеү урамдары” проекты сиктәрендә Ветошников һәм Новоженов урамдары тәртипкә килтерелгән. Дөйөм алғанда, милли проект сиктәрендә 20,85 километр юлда ремонт башҡарылған, уларҙың дөйөм майҙаны 301,6 мең квадрат метр тәшкил итә.


“Ремонт барышында иҫке юл яп­маһы яңыһына алмаштырылды, техник һыҙаттар яһалды, яңы бор­дюрҙар ҡуйылды, кәрәк булған ерҙә тротуарҙар тәртипкә килтерелде”, – тинеләр ҡала хакимиә­тендә. Бынан тыш, йәйәүлеләр үткә­үеле һәм мәктәптәр янындағы йәйәүлеләр юлдары эргәһенә 1,2 мең погон метр яндауыллы сикләгестәр ҡу­йыл­ды. Был йәйәүлене, айырыуса уҡыусы балаларҙы тапатмаҫ өсөн эшләнде.


Милли проект арҡаһында бындай сикләгестәр Әй һәм Чернышевский урамдары, Степан Кувыкин һәм Батыр урамдары, Ҡулса һәм Борисоглебский урамдары, Баландин бульвары һәм Төхвәт Йәнәби урамдары киҫелештәрендә бар­лыҡ­ҡа килде.

“Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн быйыл биш урында яңы светофор ҡуйылды – Трамвай һәм Адмирал Макаров урамдары, Аксаков һәм Свердлов урамдары, Рәсәй һәм Төньяҡ үтеү урамдары, Беренсе май һәм Маяковский урамдары саттары, Мәжит Ғафури урамындағы 4-се йорт янында”, – тинеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.


Әлеге ваҡытта баш ҡалала Мостай Кәрим, Галле ҡалаһы урамдарында капиталь ремонт, 8 Март һәм Комсомол урамдарында – реконструкция, Валерий Лесунов менән Баландин бульварын төҙөү эштәре дауам итә. Был ҙур проекттар бер нисә йылға иҫәпләнгән.


Мәҫәлән, Мостай Кәрим урамында эштәр былтыр башланғай­ны, әле ул тамамланыу өҫтөндә. Инорс биҫтәһендәге яңы юл да төҙөлөп бөтөп килә. Ул Валерий Лесунов урамы һәм Баландин бульвары дауамы булараҡ һалына. Төҙөүселәр белдереүенсә, яңы юл быйыл 1 декабргә тиклем асыласаҡ.


Ҙур проект шулай уҡ “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә тор­мошҡа ашырылды. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 1,2 километр тәшкил итә.


“Башкиравтодор” юл төҙөлөшө һәм ремонты идаралығының Лебяжий филиалы етәксеһе Арсений Филиппов белдереүенсә, эштәр планға ярашлы бара.


Инорстағы яңы юл дүрт һыҙатлы буласаҡ. Тротуарҙың киңлеге бер яҡтан – биш, икенсе яҡтан – өс метр. Велосипедсылар өсөн юлдар ҙа эшләнгән. “Юл ситтәрендә газондар яһаласаҡ, йәйәүлеләр юлдары барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ транспорт өсөн туҡталыш һәм светофорҙар ҡуйыласаҡ”, – тиҙәр ҡала хакимиәтендә.


Ҡалған ҙур проекттар шулай уҡ бер нисә йылға иҫәпләнгән һәм улар киләһе йылдарҙа ла дауам ителәсәк.

Күләмле проекттар менән бер рәттән, юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн ағымдағы ремонт эштәре лә онотолмай. Улар ҙа быйыл байтаҡ булды һәм миҙгел аҙағына тиклем эштәр тамамланасаҡ. Шундай участкаларҙан Дим районындағы төп юлдарҙың береһе – Правда урамын атарға була. Әле бында ремонтты бөтөп киләләр. Бөгөнгә ҡарата эштәрҙең 90 проценты башҡарылған, ни бары юл ситтәрен һәм “кеҫәләрҙе” асфальтларға ғына ҡалған.


Үҙәк урамынан Новороссийск урамына тиклемге участкалағы юл эштәре 15 сентябрҙә башланғайны. Бер ай эсендә юлсылар бик ҙур күләмдә эш башҡарған: иҫке асфальт ҡырып алынған, 1,6 километр оҙонлоғондағы яңы япма тү­шәлгән, бордюрҙар алмашты­рылған, тротуарҙар ремонтланған, техник һыҙаттарҙы төҙөкләндереү дауам итә. Шулай уҡ горизонталь юл тамғаһын һыҙыу эше тамамланып килә.


Төҙөүсе ойошма вәкилдәре белдереүенсә, ремонт эштәре барышында улар күп тапҡыр юл буйында ҡалдырып киткән автомо­билдәргә тап булған. Улар асфальт һалыуҙа ҙур ҡамасау тыуҙыра.


– Был объектта “кеҫәләр” бик күп, шулай уҡ поликлиника, дауахана, туҡталыштар бар. Кешеләр машинаһын ҡалдырып китә, күптәренең шылтыратырға телефондары ла юҡ. Сигнализация ла бөтәһендә лә булмай сыға. Был йәһәттән ауырлыҡтар булды, – ти участка начальнигы Алексей Галанов.


Шулай уҡ уның белдереүенсә, бөтә эштәр ҙә юл етештереүе талаптарына ярашлы алып барыл­ған. “Асфальт буйынса беҙҙә тигеҙләү ҡалынлығы өстән дүрт сантиметрға тиклем, ә япманыҡы – биш сантиметр. Техник һыҙаттар һәм тротуарҙарҙа һәр береһе дүртәр сантиметр ҡалынлыҡтағы ике ҡатлы япма түшәлә”, – ти ул.


Һүҙ ҙә юҡ, сифатлы юлдар тәү сиратта хәүефһеҙлек өсөн кәрәк. Тик эш юлды ремонтлау менән генә сикләнмәй. Яңы светофорҙар, юл билдәләре ҡуйыу, әллә ҡайҙан күренеп торған тамғалар, юлды сикләгестәр, тротуарҙар – былар­ҙың барыһы ла шулай уҡ мөһим.


Моғайын, күптәр иғтибар иткән­дер, быйыл Өфөлә консоль төрөн­дәге яңы светофорҙар барлыҡҡа килде. Улар, ысынлап та, әллә ҡай­ҙан күренеп тора. Уларға ҡа­батлаусы төҫлө диодлы яҡтырт­ҡыслы юл билдәләре, хәрәкәт датчиктары һәм йүнәлтелгән яҡтырт­ҡыслы махсус лампалар ҡуйылған.


Август айында уҡыу йылы башланыр алдынан “Өфөгорсвет” предприятиеһы 17 яңы светофор ҡуйҙы. Төҫлө диодтар һәм йүнәлтелгән яҡтыртҡыслы лампа йәйәүленең юлға яҡынайыуы менән янып китә. Яңы светофорҙар тәү сиратта мәктәп биләмәһенән юлға туранан-тура сығыу урыны булған белем биреү учреждениелары янына ҡуйылған. Улар августа баш ҡаланың көньяғында, Конституция урамындағы 86-сы гимназия, Зенцов урамындағы 10-сы мәктәп, Донской урамындағы 71-се мәктәп, Выгонная урамындағы 25-се мәк­тәп, Достоевский урамындағы 39-сы гимназия, Летчиктар урамын­да­ғы 8/2-се йорт, Олимпийская ура­мындағы 78-се мәктәп, Пионер­ҙар урамындағы 125-се мәктәп, Рязань урамындағы 89-сы мәктәп, Стадион урамындағы 131-се мәк­тәп, С. Перовская урамындағы 18-се мәктәп янында һәм башҡа участ­каларҙа урынлаштырылды. Бөгөн эш баш ҡаланың төньяғында дауам итә.


Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөклән­дереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Ғәфүр Ҡылысбаев белдереүенсә, быйыл баш ҡалала хәүефһеҙ юл хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн ҙур эш башҡарылған. Шулай бөтә юл тамғаларының 90 проценты термопластик менән һыҙылған, был уның хеҙмәт итеү ваҡытын күпкә оҙайта. Шулай уҡ өс меңдән ашыу яңы юл билдәләре урынлаштырылған һәм ремонт­ланған. Балаларға белем биреү учреждениелары янында 13 мең погон метрҙан ашыу йәйәүлеләр юлын сикләгестәр ҡуйылған.


– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт ваҡиғаларының күпселек өлөшө көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүелдәрендә була. Айырыуса ҡараңғы ваҡытта, сөнки был участкаларҙа яҡтылыҡ етмәй. Консоль нигеҙле яңы светофорҙар юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан водителдәр һәм йәйәүлеләрҙең иғтибарын юлдың бөтә участкаларына ла йәлеп итәсәк. Беҙ анализ яһаныҡ һәм ошондай светофорҙар ҡуйылған урындарҙа аварияларҙың кәмеүен билдәләнек. Йыл аҙағына тиклем 60 көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле яңыртыласаҡ, – тине Ғәфүр Ҡылысбаев.


Ғариф МӨХӘМӘТШИН, Комсомол урамында йәшәй:

– Беҙҙең урамға капиталь ремонт әллә ҡасан кәрәк ине. Юлдың быға тиклем ниндәй хәлдә булғанын күптәр беләлер. Эш күләмле булғас, уның бер нисә йылға һуҙылырын аңлап ҡабул иттек. Кисен өйгә ҡайтып, ихатаға үтеүе ауырыраҡ, әлбиттә, тик беҙ түҙәбеҙ. Һөҙөмтәлә сифатлы, матур һәм уңайлы юл аласаҡбыҙ бит. Был ҙур ремонтты башлағандары өсөн хакимиәткә рәхмәт әйтәм.


Зөлфиә РАХМАНОВА, Правда урамында йәшәй:

– Юлдарҙағы ремонт яҙ көнө коронавирус пандемияһы осоронда башланды. Ул саҡта эшкә йөрөмәй өйҙә ултырғас, байтаҡ уңайһыҙлыҡтарын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Беҙҙең етәкселек был йәһәттән бик дөрөҫ ҡарар ҡабул иткән, тип уйлайым, кешеләрҙең өйҙә ултырыуын иҫәптә тотоп, улар күп ерҙә ремонт эшләп өлгөрҙө. Баш ҡала юлдары матур һәм киң булырға тейеш, тип иҫәпләйем. Уға ҡарап ҡунаҡтар республикаға баһа бирә бит.


Рауил АҠНАЗАРОВ, Достоевский урамында йәшәй:

– Өфө юлдарын ремонтлай башлағас, тығындар артты. Айырыуса эшкә барған һәм ҡайтҡан ваҡытта. Тик миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҙур ҡалала башҡаса булмағанын аңлайбыҙ. Беҙҙең урамда ремонт йәй үк тамамланды. Төҙөүселәр бер юлы тулталҡалар ҙа эшләне, юлдар киңәйеп ҡалды. Ихатанан хәҙер йырлап сығабыҙ, элекке кеүек соҡор-саҡыр аша йөрөмәйбеҙ. Шуға күрә юлсыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.



Читайте нас