Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 08:38

Ел ҡайҙан иҫә?

Гәзиттә, бигерәк тә ҙур күләмле баҫмала, хаталарһыҙ булмай тормайҙыр – көнөнә меңдәрсә хәрефте сүпләгәндә яңылышып китеү бик ихтимал – беҙ, гәзит хеҙмәткәрҙәре лә, ҡәҙимге кешеләр бит.

Гәзиттә, бигерәк тә ҙур күләмле баҫмала, хаталарһыҙ булмай тормайҙыр – көнөнә меңдәрсә хәрефте сүпләгәндә яңылышып китеү бик ихтимал – беҙ, гәзит хеҙмәткәрҙәре лә, ҡәҙимге кешеләр бит.


Быны булдырмау өсөн күп көс түгелә: яҙмалар бихисап ҡул аша үтә, редакцияның төрлө белгестәре уны ҡат-ҡат тикшерә. Артабан гәзиттә баҫылаһы мәҡәләне корректорҙар, һан буйынса дежур хеҙмәткәр тағы бер нисә ҡабат уҡып сыға. Ҡыҫҡаһы, һәр береһе шундай ҡатмарлы юл үтә. Әммә... ошо урында хатаға бәйле бер хәлде һөйләп үтеү фарыз.


...Бынан тиҫтә йыл самаһы элек булғайны был хәл. Көҙ ине буғай. Эш көнө башланып ҡына тора. Телефон. Шылтыратҡан кеше менән оҙаҡ ҡына тоташтыралар – йы­раҡтан, берәй райондан бәйлә­нешкә сыҡҡанлығы аңлашылып тора. Ағайҙың тауышы бик ҡәтғи яңғырай:


– Яңылыҡтар бүлегеме? Бөгөнгө һанда сыҡҡан һауа торошон һеҙ әҙерләнегеҙме?!


Мөмкин тиклем итәғәтлерәк яуап бирергә тырышабыҙ:


– Һаумыһығыҙ. Иң тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырһағыҙ ине, ағай?! Ҡайһы яҡтан шылтыратаһығыҙ, кем булаһығыҙ?


– Юҡ, исемемде әйтеп тормайым, фәлән райондан мин. Гәзиттә хата киткән! Һауа торошонда.


– Һауа температураһын дөрөҫ күрһәтмәгәнбеҙме икән?


– “Ел көньяҡ-көнсығыштан иҫә” тип яҙғанһығыҙ, ә ысынында ул төньяҡ-көнсығыштан булырға тейеш! Телевизорҙан тыңланым, башҡа баҫма менән сағыштырҙым, – тип шылтыратҡан кеше үҙенең хаҡлы булыуын йөпләп ҡуя.


Киләсәктә, һис шикһеҙ, иғтибар­лыраҡ булырға вәғәҙә итеп, йыбанмайынса, аҡсаһын, ваҡытын, нервыһын (ағай ҡыҙып китергә күп һорамай ине) йәлләмәйенсә алыҫ­тан шылтыратҡан кеше менән ипле генә итеп хушлаштыҡ. Унан хеҙ­мәттәш менән бер-беребеҙгә ҡарап, бер аҙ аптырашып ултырабыҙ. Ярай, “т” хәрефе урынына яңылыш “к” киткән дә, ти, әммә йүгәнһеҙ елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнлеге шул тиклем дә мөһим икәнлеген аң­ларға тырышып, хайран булдыҡ әле бер килке. Әммә был хәл эҙемтәһеҙ үтмәне: артабан, елдең ҡайҙан иҫерендә шик булһа, “йүнәлешен үҙгәртеүсән” тип яҙырға тура килде.


Фото: citytraffic.ru


Читайте нас