Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 14:00

Енәйәтсенең эҙенә төшкәндәр

Йыш булмаһа ла, такси хеҙмәтенән файҙаланабыҙ, уны-быны уйламай, ышанып, килгән машинаға ултырып китәбеҙ...

Йыш булмаһа ла, такси хеҙмәтенән файҙаланабыҙ, уны-быны уйламай, ышанып, килгән машинаға ултырып китәбеҙ.
Бына Мәскәүҙә таксист булып эшләгән 35 йәшлек Өфө кешеһен ҡулға алғандар. Алдан да суд эскәмйәһендә ултырған егетте көсләүҙә, талауҙа, паспорт урлауҙа ғәйепләйҙәр. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Тәфтишселәр фаразлауынса, 18 октябрҙә таксиҙа эшләгән Өфө кешеһе Мәскәүҙең көньяҡ-көнбайышына бер ҡыҙҙы ултыртып алып бара. Әммә пассажирын имен-һау илтеп ҡуйыр урынға, юлда ҡыҙға ташлана һәм уны мәсхәрәләй, шәхси әйберҙәрен, ҙур ғына сумма аҡсаһын тартып ала. Шулай уҡ ҡыҙҙың паспортын да алып ҡаса.
Күп тә үтмәй енәйәтсенең эҙенә төшәләр. Таксистың автомобилендә ҡыҙҙың шәхси әйберҙәре лә табыла.
Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр ғәйепләнеүсене суд аша ҡулға алыуҙы хәстәрләй.
Юлдрҙа изге уйлы кешеләр генә осраһын тип теләйек.
Фото pixabay.com
Читайте нас