Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 08:50

Фотоконкурс “Башҡортостан” гүзәле”

Мин Айгүзәл Һибәтова булам, гүзәл тәбиғәтле Әбйәлил районының Яңауыл ауылында донъяға килгәнмен.

Мин Айгүзәл Һибәтова булам, гүзәл тәбиғәтле Әбйәлил районының Яңауыл ауылында донъяға килгәнмен.
Бөткөһөҙ эҙләнеүҙәргә ынтылған тынғыһыҙ асылым, яңынан-яңы үрҙәрҙе яуларға теләүем мине баш ҡалабыҙ Өфөгә алып килде. Әлеге мәлдә үҙ эшемде астым. Туй күлдәктәре, милли кейемдәр тегеү менән мауығам. Картиналар төшөрәм. Киләсәктә үҙ ательемды асырға тигән маҡсат менән йәшәйем. Билдәле кондитер Алина Әхмәҙиева етәкселегендә төрлө тәм-том бешерергә өйрәнәм.
Мин, донъяға ғашиҡ ҡыҙ булараҡ, уның бар йәмен, тәмен тойоп йәшәргә тырышам, шуға ла минең хаҡта төрлө яҡтан да үҫешкән шәхес тип әйтергә була. Ҡыҙыҡһыныуҙарым бихисап, әммә ижади эштәргә ҙур өҫтөнлөк бирәм. Ижад минең өсөн бөтәһе лә!
Бала саҡтан сәнғәттең был төрө тормошома тығыҙ бәйләнгән, һулар һауама әйләнгән.
Бәйгелә һынау тотор өсөн тү­бәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фото­һүрәтегеҙ менән бергә үҙе­геҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙаныш­тарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
Беҙҙең электрон адрес:bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектә­рендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” номинацияһында билдә­ләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фото­бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.
Читайте нас