Уларҙы Сибайҙа ғына түгел, бөтә Башҡортостанда яҡшы беләләр. Төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләгән, бәғзеләре республика күләмендә үҙҙәрен билдәле кешеләр итеп танытҡан Һөйөндөковтар. Өсәүләп йә иһә дүртәүләп ҡала сәхнәләрендә сығыш яһап, йыш ҡына һәр төрлө фестивалдәрҙә һәм бәйгеләрҙә алдынғы урындарға лайыҡ булған был дүрт ағай-эненең береһе лә һөнәрҙәре буйынса сәнғәт эшмәкәре түгел. Хәҙерге мәлдә һирәк ишетергә тура килгән мандолина ҡылдарын ифрат моңло итеп сирткән Ғайса, кескәй генә гармунда башҡорт көйҙәрен оҫта итеп башҡарған Хәлил Һөйөндөковтар – егерме бишәр йыл әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан хәрби кешеләр.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башындағы тәүге дәһшәтле стратегик ракета ғәскәрҙәре составында дежурға баҫҡандар исемлегендә капитан Ғайса Һөйөндөков та бар. Ә отставкалағы подполковник, хәрби табип Хәлил ағайҙы яҙыусы- прозаик тип тә беләбеҙ. Һирәк йырлана торған башҡорт халыҡ йырҙарын үҙәктәргә үтерлек итеп башҡарған Юлай Төхвәт улы – юғары категориялы табип-судмедэксперт, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Сибай район-ара суд-медицина бүлеге мөдире. Уның исеме “Башҡортостандың атҡаҙанған кешеләре” китабына ла индерелгән.
Һөйөндөковтар ғаиләһендәге иң кесеһе Йәлил Төхвәт улы хаҡында булыр бөгөнгө һөйләшеүебеҙ. Бар донъяңды оноторлоҡ итеп баянда һыҙҙырған Һөйөндөковтарҙың төпсөгө – бөгөн танылған ғалим, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Сибай филиалы директоры һәм баш ғилми хеҙмәткәре, Сибай институты директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары Йәлил Һөйөндөков.
300-ҙән ашыу ғилми эш, 16 китап авторы, Рәсәй һәм сит илдәр ғалимдары менән хеҙмәттәшлек иткән, бихисап фән кандидаты үҫтергән, мәҙәниәт һәм сәнғәтте яратҡан, балалары өсөн өҙөлөп торған атай һәм олатай, өлгөлө ғаилә башлығы. Уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Йәлил Төхвәт улы, һөйләшеүҙе бала сағығыҙҙан башлайыҡ әле.
– Бик бәхетле ғаиләлә тыуып үҫтем. Өс ағайым һәм бер апайым араһында иркәләнеп үҫкән малаймын. Сығышым менән Баймаҡ районының Үрге Мәмбәт ауылынан. Атайым Төхвәт Шәйшәриф улы ғүмере буйы мал табибы булып эшләне, әсәйем Мәрхәбә Мөхәмәтйән ҡыҙы мәктәптә йыйыштырыусы ине. Олатайым Шәйшәриф ҡарт Йылайыр районы Исҡужа ауылының указлы муллаһы булған.
Атай-әсәйем белем ала алмағанлыҡтан, балаларын уҡытырға тырышты, һәр саҡ беҙгә белем бирергә ынтылып йәшәне. Мин мәктәпкә барғанда, иң оло Ғайса ағайым, Ҡазан ҡалаһында хәрби училище тамамлап, хеҙмәт итеп йөрөгән кадровый офицер ине. Йәй ялға ҡайтҡан сағында уның өҫтөндәге бөхтә хәрби кейемен күреп, ауыл малайҙары менән һоҡлана инек, үҙебеҙ ҙә уның кеүек булырға тырыштыҡ. Артабан бер-бер артлы Юлай һәм Хәлил ағайҙарым медицина юлын һайлап, юғары уҡыу йорто студенттары булып китте. Берҙән-бер Ғәлиә апайым институтта уҡыманы, ғүмере буйы Аҡморон урта мәктәбендә лаборант булып эшләп, хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу менән хаҡлы ялға сыҡты.
Ағайҙарыма эйәреп, мин дә бала саҡтан юғары белем алыуҙы үҙемә маҡсат итеп ҡуйҙым һәм һәр саҡ шуға ынтылып йәшәнем. Үрге Мәмбәт ауылындағы мәктәптә өс класты тамамлағас, күрше Аҡморон ауылында уҡыуымды дауам иттем, бер үк ваҡытта музыка мәктәбенең баян класында шөғөлләндем. Йәйге каникул осоронда тәүҙә быҙау, аҙаҡ һарыҡ көтөргә тура килде. Әле лә хәтеремдә: VII кластан һуң һарыҡ көтөүен яңғыҙ көтәм, нисек ышанып тапшырғандарҙыр, аптырайым. Уйлап ҡараһаң, 14 кенә йәшемдә бер үҙем яланда мал йөрөт әле?! Бер ваҡыт төн уртаһында көтөүгә бүре өйөрө яҡынлашыуын һиҙҙем, нисек ҡурҡмағанмындыр инде, усаҡта янып ятҡан торомбаштарҙы тотоп, уларҙы алға ташлай-ташлай йыртҡыстарҙы баҫтырҙым. Берсә ҡысҡырам, берсә илайым, әммә үҙемсә уларҙы ҡурҡыттым. Хәҙер шуларҙы ейәндәремә һөйләһәм, ышанмайҙар ҙа.
Баян телдәрен оҫта тартырға өйрәнгәс, VIII–IX кластарҙан һуң йәйге балалар лагерында музыка хеҙмәткәре, баянсы булып эшләнем. Йәй эшләп алған хеҙмәт хаҡым яңы уҡыу йылына мәктәпкә барырлыҡ кейем-һалым алырға етеп тә ҡуя торғайны. Урта мәктәпте Баймаҡ интернат-мәктәбендә тамамлағас, төпсөк малай булараҡ, атай-әсәйемде ҡарарға тейешмен, шуға күрә ауылда төпләнермен тигән уй менән 1978 йылда Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға индем.
– Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс студент тормошо башланды...
– Эйе (йылмая – авт.). Агрономия факультетына уҡырға керҙем, ә ҡулдан баян төшмәй... Шул саҡтарҙа бер аҙ үкенгән ваҡыттарым да булды. “Ниңә генә сәнғәт институтына барманым икән, ғүмерем буйы артист булырға хыялландым” тип уйлаған мәлдәр күп булды. Әммә атайымдың уҡыған кеше булырға, диплом алырға тигән теләгенә ҡаршы килмәнем.
Беҙгә ни, ауыл балаларына, ер, тупраҡ, үҫемлектәр донъяһы ҡыҙыҡ та, таныш та. Төрлө докладтар менән сығыш яһайым, үҙемсә асыштар эшләйем, уҡыу йортоноң мәҙәни тормошонда ҡайнап йөрөйөм, концерттарҙа ҡатнашам. Артабан ғилми эшкә күңел тартыла төштө, был һәләтемде уҡытыусыларым да күреп ҡалды. Яҡшы уҡыған студенттар араһында Максим Горький стипендияһына лайыҡ булдым. Тап студент йылдарында ғүмерлек мөхәббәтемде осраттым. Бергә уҡыған төркөмдәшем, Стәрлебаш һылыуы Мөнирә Басим ҡыҙы менән өсөнсө курста өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ.
1983 йылда уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланым, ҡыҙыбыҙ Гөлназ донъяға килде. Диплом алғас, икебеҙҙе лә ғилми эш менән шөғөлләнеү өсөн Өфөлә ҡалдырҙылар. Башҡортостан дәүләт аграр институтында хеҙмәт юлымды башланым, артабан белемемде камиллаштырыу маҡсатында, аспирантураға уҡырға индем. Ер белеме, игенселек, тупраҡты өйрәнеү буйынса төрлө ғилми тикшеренеүҙәр, тәжрибәләр үткәрәм, яңы асыштар яһайым. Бигерәк тә мине Урал аръяғының тупрағын өйрәнеү, уның уңдырышлылығын тикшереү оҡшай ине. 1989 йылда ошо эҙләнеүҙәрем буйынса Новосибирск ҡалаһында кандидатлыҡ диссертациямды яҡланым.
1990 йылда өс балабыҙ менән Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында урынлашҡан “Баймаҡ” тәжрибә-етештереү хужалығына эшкә ҡайттыҡ. Өлкән хеҙмәткәр вазифаһын йөкмәтеп ҡуйҙылар, тап ошо йылдарҙа һөнәри яҡтан бик ҙур тәжрибә тупланым, ғилми тикшеренеүҙәремде дауам иттем. Мөнирә Басим ҡыҙы ла кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Артабан яңы ғына асылған Сибай институтына саҡырыу алғас, тәүәккәлләп ҡалаға килеп төпләндек.
– Һәм башкөллө тормошоғоҙҙо фәнгә арнанығыҙ?
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Фән менән бер тапҡыр ҡыҙыҡһына башлаһаң, унан ҡотолоу мөмкин түгел. Үҙенә шул тиклем тарта, йәлеп итә, ғашиҡ иттерә. Ә инде студенттар менән эшләү, уларға белем биреү тормошомдо ҡайтанан балҡытып ебәрҙе, яңы идеялар бирҙе, яңы асыштарға килтерҙе. Иң мөһиме – һинең эшеңде дауам итерлек йәштәрҙең булыуы, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын күреү үҙ өҫтөңдә эшләргә, һәр саҡ эҙләнергә, үҙеңде бөтәһенә әҙер тоторға ярҙам итә. Артабан һин һалған эҙҙәрҙән йәштәр килә. Улар, фән менән ҡыҙыҡһынып, ғилми эшкә тонона, шуға күрә күптәренең ғилми етәксеһе булдым. Бөгөн ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам: уҡыусыларым араһында 14 фән кандидаты һәм ике доктор бар.
Ғалимдың уҡыусылары булыуы мотлаҡ, ул үҙенең белгәнен, ғүмер буйы туплаған тәжрибәһен йәш быуынға ҡалдырырға тейеш. Үҙем белем биргән, аҙаҡ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған студенттарым менән бер коллективта эшләйем. Мәҫәлән, биология фәндәре кандидаты, доцент, әйҙәүсе белгес Резеда Хәсәнова студент сағынан бик тырыш һәм маҡсатлы булды, әле лә эҙләнеүҙәр өҫтөндә.
Төп эшем – тупраҡтың үҙенсәлеген өйрәнеү. Уны бар яҡлап төрлө аспектта тикшерҙем. Әле беҙҙең тикшеренеүҙәр күберәк медицина-экология йүнәлешендә бара. Беренсенән, төбәктәге экологик хәлдең торошо үҙе үк ошо йүнәлештә эшләргә йәлеп итә, икенсенән, халыҡтың тирә-яҡҡа, уны уратып алған тәбиғәткә битараф булыуы хафаландыра. “Ауыр металдарҙың кеше организмы өсөн зыяны бармы-юҡмы?”, “Урал аръяғы райондарында урынлашҡан сәнәғәт предприятиеларының тәбиғәткә, тирә-яҡ мөхиткә тәьҫире ниндәй?” тигән һорауҙарға яуап табыу өсөн йылдар дауамында өҙлөкһөҙ эҙләнеү-тикшереүҙәр үткәргәндән һуң ғына әйтергә мөмкин, шуға күрә фән менән шөғөлләнеү оҙайлы ваҡыт талап итә.
– Йәлил Төхвәт улы, 60 йәшкә аяҡ баҫҡан аҫыл ир-азаматтың үкенгән саҡтары ла юҡ түгелдер?..
– Тормош бит, үкендереп тә ала. Элегерәк “ниңә сәнғәт юлын һайламаным?!” тигән үкенес күңелдә йөрөһә, бөгөн иһә әлдә ул юлдан китмәгәнмен, тип ҡыуанам. Маҡтанып әйтмәйем, әммә ул юлды һайлаған булһам да, сәхнәлә юғалып ҡалмаҫ инем. Әле лә артистар менән типә-тиң тороп баянда рәхәтләнеп бар көйҙәрҙе ярайһы уҡ кимәлдә башҡарыу оҫталығына эйәмен, халыҡ йырҙарын да кинәнеп йырлайым.
Иң үкендергәне – атайымды юҡһыныу, уның менән аралашҡаным, һөйләшеп ултырырға ваҡыт таба алмағаным өсөн әрнеү тойғоһо. Ул вафат булғанға тиклем беҙҙең нәҫел-нәсәптә үлем осрағы булманы, шуға күрә атайым ҡасандыр беҙҙе ташлап китер тигән уй йәшлек менән күңелгә инмәгәндер инде. Йылдар үткәс, бер хәҡиҡәтте яҡшы аңланым: ата-әсәләргә ваҡытты күберәк бүлергә, аралашырға кәрәк, аҙаҡ үкенескә ҡалмаһын.
– Ә һеҙҙе шатландырған мәлдәр...
– Ғаиләм, эшем, дуҫтарым менән бәхетлемен. Мине бер һүҙҙән аңлаған, һәр саҡ эшемә ҡанат ҡуйған яратҡан ҡатыным Мөнирәм, балаларыбыҙ – Гөлназ, Урал һәм Гөлшат бер ваҡытта ла йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, барыһы ла юғары белемле. Ҡыҙҙарыбыҙҙың икеһе лә беҙҙең юлды һайланы, биология фәндәре кандидаттары. Башҡорт рухлы булып Ильяс, Иҙел, Даян, Самат, Иршат исемле ейәндәребеҙ үҫеп килә. Тыуған көнөмә иң ҙур бүләк булып ейәнсәребеҙ Гүзәл донъяға килде.
Бер-беребеҙгә терәк һәм кәрәк булып ҡарағайҙай өс ағайым, апайым, уларҙың ғаиләләре менән аралашып йәшәйбеҙ. Һәр көн шатланып барыр эшем, мине хөрмәт иткән коллегаларым, студенттарым, уҡыусыларым бар. Иң мөһиме – әле булһа фән менән “ауырыйым”, яңы хеҙмәттәр өҫтөндә эшләйем. Ир уртаһы – ике утыҙ, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер... Яулайһы үрҙәрем, менәһе фән тауҙары алда әле...
– “Ир-егеттең йәшен һорамайҙар, ә эшләгән эшен һанайҙар”, тип йырҙа йырланғанса, башҡарған хеҙмәтегеҙ бихисап, яулайһы үрҙәрегеҙ тағы ла күп әле. Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!