Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 13:40

Кинйәбулатҡа һыу үткәрҙеләр

Бер юлы Байғужа ауылын да һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә.

Район халҡын сифатлы һыу менән тәьмин итеү – Ишембай район хакимиәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Эҙмә-эҙлекле эшләү бөгөн яҡшы һөҙөмтә бирә.
“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына ярашлы, 2019–2020 йылдарҙа Кинйәбулат ауылында 27 километр оҙонлоғондағы һыу үткәргес селтәре төҙөлгән, ике һыу йыйыу башняһы һәм бактерияларҙы таҙартыусы ҡорамал ҡуйылған. Һыуҙы 60 метр тәрәнлектән алалар, ул 1100-ҙән ашыу кеше йәшәгән 300-ҙән ашыу йортто тәьмин итәсәк.
Һыу селтәрен һаҡлау һәм оҙайлы файҙаланыу өсөн уны сифатлы хеҙмәтләндереү ҙә талап ителә. Ошо йәһәттән Кинйәбулатта идарасы компания булдырылған, ул халыҡ менән ваҡытында һәм сифатлы хеҙмәтләндереү буйынса килешеүҙәр төҙөй. Идарасы компания тарифты билдәләгәндән һуң, кешеләр файҙаланған һыу өсөн түләй башлаясаҡ.
Бер юлы Байғужа ауылын да һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә. Бында ауыл биләмәһе хакимиәте халыҡты һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн өҫтәмә һауыт ҡуясаҡ, быйыл бер километрҙан ашыу һыу үткәргес селтәрен алмаштырасаҡтар.
Район халҡы тарафынан һәм граждандар йыйылышында, шулай уҡ мөрәжәғәттәрҙә һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса һорауҙар йыш бирелә. Күп кенә ауылдарҙа һыу селтәре ныҡ туҙған, иҫкергән.
Район хакимиәте киләһе йылда райондың ҙур ауылдарында һыу селтәрҙәрен проектлауға ғариза бирергә йыйына.
Фото: Ишембай районы хакимиәтенән.
Читайте нас