Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 07:40

“Нәҫел ептәрем – ышаныслы ҡулдарҙа”

Мин Ибраһим (Йомран) ауылында күп балалы ғаиләлә үҫтем. Фәҡирлек көслө ине оҙайлы ауыр һуғыштан һуңғы замандарҙа. Ике тәҙрәле, һалам башлы кескәй генә өйҙә беҙ, малайҙар һәм ҡыҙҙар, таҡта һикелә теҙелешеп йоҡлайбыҙ. 13-14 йәштән беҙҙең кеүек ауыл малайҙары, оло ағайҙарға эйәреп, колхоз эшенә сыға. Эш етерлек, кеше етешмәй, шуға күрә малай-шалай, үҫмерҙәр ҙә төрлө мәшәҡәттәрҙе башҡарырға ярап ҡала.

Мин Ибраһим (Йомран) ауылында күп балалы ғаиләлә үҫтем. Фәҡирлек көслө ине оҙайлы ауыр һуғыштан һуңғы замандарҙа. Ике тәҙрәле, һалам башлы кескәй генә өйҙә беҙ, малайҙар һәм ҡыҙҙар, таҡта һикелә теҙелешеп йоҡлайбыҙ. 13-14 йәштән беҙҙең кеүек ауыл малайҙары, оло ағайҙарға эйәреп, колхоз эшенә сыға. Эш етерлек, кеше етешмәй, шуға күрә малай-шалай, үҫмерҙәр ҙә төрлө мәшәҡәттәрҙе башҡарырға ярап ҡала.


Яҙғыһын иген сәсергә йөрөй­бөҙ, йәйҙәрен, туғайҙа ҡуна ятып, бесәнен әҙерләйбеҙ, ураҡ осоронда атҡа йәки үгеҙгә егелгән фурмандарға тейәп, иген көлтә­ләрен бер урынға ташый­быҙ. Арманһыҙ булып арыған мәлдәр ҙә була. Әммә йәшлек йәшлек инде. Арыуҙар тиҙ үк онотола. Нисек кенә булмаһын, тормош­тоң күңелле миҙ­гел­дәре лә етерлек: Ҡыҙылғы йыл­ғаһында кемуҙарҙан сумышып һыу инеүҙәр, кинәнеп балыҡ ҡармаҡ­лау­ҙар, киләсәк йылдарҙы күҙаллап хыялға бирелеүҙәр, ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр… Уҡыуҙы ла “тоҙларға” ярамай.
Үҙебеҙҙең ауылда мәктәп дүрт йыллыҡ ҡына. Бишенсе кластан башлап алты саҡрым алыҫлыҡтағы Бишауыл-Уңғар ауылы мәктәбенә уҡыр­ға йөрөйбөҙ. Көн һайын ошо араны йәйәүләп үтәбеҙ. Кейергә йүнле кейеме лә юҡ, аяҡта йүкәнән үрелгән сабата. Икмәккә лә бик тейенеп булмай, күберәк бәрәңге менән ҡәнәғәт­ләнергә тура килә. Атай-әсәйҙәргә хеҙмәт хаҡы түләнмәгәс, аҡса тигән нәмә бик һирәк эләгә. Ошондай ауыр шарттарҙа күптәребеҙ уҡыуын ташларға мәжбүр булды. Ныҡышмал­дар, сыҙамлылар ғына артабан уҡыуын дауам итте. 1955 йылда дүрт кенә кеше урта белем хаҡында аттестат алыу бәхетенә өлгәштек.
Мәктәпте тамамлағас, хәрби осоусы булырға теләнем. Ошо хыялымды тормошҡа ашырыу ниәтенән район хәрби комиссариатынан юллама алып, Ҡаҙағс­тандың Аҡтүбә ҡалаһын­дағы хәрби авиация училищеһына имтихандар тапшырырға киттем. Уларҙы һәйбәт тапшырҙым да бит, тик медицина тикшереүе ҡамасау­ланы. Осоусы булырға әҙерләнгән кешенең һаулығын бик ентекләп, энә күҙәүенән үткәргән һымаҡ тикшерәләр икән. Өйөрөлөп торған ултырғыста зырылдатып әйләндереүгә сыҙа­маным шул, башым әйләнеп китте. Шулай итеп, осоуға яраҡһыҙ булып сыҡтым. Хыялдар шул тиклем ҙур ине! Байтаҡ ваҡыт күңелем төшөп, бойоғоп йөрөнөм. Ни хәл итәһең, яҙмыштан уҙып булмай.
1955 йылдың көҙөнә әрме сафына алындым. Диңгеҙ флотына тәғәйен­ләнеләр. Башҡорт­остан, Татарстан, Ырымбур тарафтарынан йыйылған егеттәр менән егерме тәүлек буйы поезд вагондарында килә торғас, ниһайәт, Советская Гавань ҡала­һын­да туҡталдыҡ. Хәрби диңгеҙ базаһы ошонда урынлашҡайны. Йәш матрос мәктәбен тамамлап, дүрт йыл Тыуған ил алдындағы изге бурысымды үтәнем. Шунда Советтар Союзы Коммунистар партияһы сафына индем. 60 йыл партия ағзаһы булыуым менән сикһеҙ ғорурланам.
Хәрби хеҙмәттән һуң районы­быҙ­ҙағы Ляхов ауылы һөнәрсе­лек училищеһына уҡырға индем. Унда комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын башҡарҙым. Киң профилле тракторсы-машинист танытмаһы алғас, үҙебеҙҙең Фрунзе исемендәге колхозда дүрт йыл тракторҙа һәм комбайнда эшләнем. Шулай бер ни тиклем хеҙмәт сынығыуы алып, тормош тәжрибәһе туплағас, артабан белем алыу теләге Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына алып килде. Имтихандарҙы һәйбәт тапшырып, беренсе курсты ла тамамланым. Ошо мәлдә колхоз коммунистары мине партия ойошмаһы секретары итеп һайлап, ҙур ышаныс күрһәтте. Был вазифаның иңемә ниндәй ҙур яуаплылыҡ һалыуын аңлай инем, шуға күрә уҡыуҙы ситтән тороп тамамларға тура килде. Тырыштым, имтихандарға ныҡ­лап әҙерләндем, үҙемә лә, ауылдаштарым йөҙөнә лә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә ынтылдым.
Ниһайәт, институт йылдары ла артта ҡалды, ҡулда – юғары белемле агроном дипломы. Ҙур кинәнес менән эшләй башланым. Ғаиләбеҙҙә бер-бер артлы улдарыбыҙ Илдар, Илдус, ҡыҙҙарыбыҙ Клара, Әлмира тыуҙы. Колхоз үҙәге булған Һәүәләй ауылында уңайлы иркен йорт һалып индек. Ҡатыным Зилә менән бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, тормошобоҙҙан, эшебеҙҙән йәм табып, ғүмер үрҙәренә артылдыҡ.
Байтаҡ йылдар Иглин районының “Алаторка” совхозында хеҙмәт итергә насип булды. Унда ете йыл баш агроном, ун ике йыл совхоздың партия ойошмаһы секретары йөгөн тарттым. Совхозыбыҙ районда юғары етеште­реүсәнле, көслө хужалыҡтарҙың береһе булды. Игенселек, малсылыҡ тармаҡтары менән бергә умарта­сылыҡ та ҙур табыш килтерҙе. Яҡшы һөҙөмтәләр совхоз эшсәндәренең фиҙакәр хеҙмәте менән яуланды. Шулай уҡ совхоз директоры Василий Рябовтың етәкселек итеү оҫталығы ла алдынғылар сафында барыуға булышлыҡ итте. Совхозыбыҙҙың юғары уңыштарында минең хеҙмәтемдең дә өлөшө бар, тип һис икеләнмәйенсә әйтә алам.
Ана шулай тынғыһыҙ эш, көндәлек мәшәҡәттәр менән ғүмер йылдары һиҙелмәй үтте лә китте. Яңынан тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтып, элекке йортобоҙҙа йәшәй башланыҡ. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, тормошобоҙҙан ҡәнәғәтлек кисереп йәшәп ятабыҙ. Һаулыҡ – ҙур байлыҡ, тиҙәр. Был йәһәттән дә бик ҡәнәғәтмен. Тәбиғәт, ата-әсәм ныҡлы сәләмәтлек бүләк иткән. 85 йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, бесәнен дә сабам, еңел машинамды йөрөтәм, ҡыш көндәрендә саңғыла елдерәм. Тәмәкене ғүмеремдә лә ауыҙыма алманым. Тормоштоң йәмен, бирел­гән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә ынтылдым һәм әле лә шулай.
Зарланманым тормоштан, баҙап ҡалманым ауырлыҡтан. Йыр-моң булды һәр саҡ юлдашым. Талапсан булдым, тәү сиратта үҙемә, әммә бер кемде юҡ-барға рәнйетмәнем, шаян, йор һүҙ менән кешеләрҙең күңелен күтәрҙем. Бәхеттең күктән төшкәнен көтмәнем, тәүәккәллек һәм йүнселлек булды юлдашым. Алдыма ниндәй ҙә булһа маҡсат ҡуйып йәшәнем.

Ҡатыным Зилә Ғизетдин ҡыҙы менән, татыу пар булып, 60 йыл бергә ғүмер юлдарын үтәбеҙ. Бәхетле олатай-өләсәй булып, ул һәм ҡыҙҙарыбыҙ тормошона ҡыуанабыҙ, ҡулыбыҙҙан килгән­сә ярҙам итергә тырышабыҙ. Һигеҙ ейән-ейәнсәребеҙ, ете бүлә-бүләсәребеҙ – беҙҙең шат­лығыбыҙ. Уларҙың үҫкәндәрен күреү – үҙе оло бәхет. Тимәк, донъяға юҡҡа ғына килмәгәнмен, ғүмерем заяға үтмәгән. Шәжәрә тамырҙарым дауам итә, нәҫел ептәрем – ышаныслы ҡулдарҙа. Ир-егет өсөн ошонан да мөһимерәк нимә бар?!


Ҡырмыҫҡалы районы,

Һәүәләй ауылы.
Читайте нас