Республикала яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
Республиканың идара итеү үҙәге тип аталасаҡ ул.
“Бындай структуралар төбәктәрҙә эшләй. Уларҙың, бигерәк тә Мәскәү эргәһендәге Төбәк менән идара итеү үҙәгенең, эш һөҙөмтәләрен баһалап, Рәсәй Президенты уларҙы тотош ил буйынса ойошторорға ҡушты. Беҙ уға тиклем үк был процесты башлағайныҡ: республикала роботлаштырылған “Инцидент-менеджмент” системаһы сафҡа индерелгән. Унда октябрь аҙағына тиклем 120 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡаралды. Ошо система нигеҙендә халыҡ менән кире бәйләнеш ойошторолдо. Һәр муниципаль берекмә, республиканың һәр дәүләт власы органы сайтында социаль “тәҙрә” булдырҙыҡ. Улар ярҙамында халыҡ властың төрлө кимәлдәренә бюрократия процедураларынан тыш мөрәжәғәт итә ала. Республика менән идара итеү үҙәге эшләй башлаһа, кире бәйләнештең өҫтәмә каналдарын да булдырмаҡсыбыҙ. Мөрәжәғәттәрҙең аналитикаһы, халыҡты ҡабул итеү, телдән ҡушыуҙар, райондарға сығыу һөҙөмтәләре - быларҙың барыһын да Республика менән идара итеү үҙәгендә берләштерергә уйлайбыҙ”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Дөйөм алғанда, Республиканың идара итеү үҙәге граждандарҙың ялыуҙарын ҡарап ҡына ҡалмаясаҡ, ә инвестор менән эште лә системалаштырасаҡ, сәнәғәт процестарына идара итәсәк, ғөмүмән, ҙур ҡеүәткә эйә буласаҡ. Ул мәсьәләләрҙе оператив хәл итеүгә, логик йәһәттән системалаштырыуға булышлыҡ итәсәк. Һөҙөмтә – тотош республика буйынса мәғлүмәткә эйә булыу.
“Беҙ оҙаҡ уйланыҡ: Республиканың идара итеү үҙәген ойошторорғамы, әллә элеккесә эшләргәме? Башҡортостан Башлығы, үҙәк ышаныслыраҡ булыр, тиеүҙе хупланы. Сығымдар тиҙ ҡапланасаҡ, сөнки төбәк менән идара итеү күпкә һөҙөмтәлерәк һәм йылдамыраҡ барасаҡ: ул тап шулай булырға тейеш тә”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.