Сибай ҡалаһында йәшәгән Юнир Шәриповты күптәр оҫта тимерсе булараҡ яҡшы белә. Сибай концерт-театр берекмәһенең логотибы менән эшләнгән тимер конструкцияларҙың ҡала урамдарын биҙәп тороуына халыҡ күптән өйрәнеп тә бөттө. Уның ҡулдары менән тимерҙән яһалған сәскә, театр битлеге, арфа ҡылдары төшөрөлгән реклама стендтары һәр кемде концерт-тамашаларға саҡырып тора. Мәҙәни арт-объекттарҙы эшләүгә тимерсе бар оҫталығын һала. Эскиздарға күңел йылыһын түгеп, һәр ғәмәлде ҡулдан башҡарып, тигеҙләп, йышып, буяп та ҡуя. Театр артистары өсөн ике бутафор һалҡын ҡорал – ҡылыс та эшләп бирә.
Юнир Шәрипов бала саҡтан тимер эшенә маһир. Уның шул саҡта уҡ үҙ ҡулдары менән яһаған әйберҙәре әле лә һаҡлана. Сибай сәнғәт мәктәбендә алған тәүге оҫталыҡ дәрестәрен бөгөн дә ҙур ихтирам менән хәтерләй, уҡытыусыларына рәхмәтен белдерә.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәлде күҙ уңында тотоп, геройым үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. Трактор, экскаватор ҙа йөрөтә, йәшелсә үҫтерә, балта оҫтаһы, иретеп-йәбештереүсе, рәссам-биҙәүсе, тату төшөрөү оҫтаһы ла була. Әммә быларҙың барыһы ла тынғыһыҙ күңеленә рәхәтлек килтермәй, тормошта үҙ юлын эҙләүен дауам итә.
Ниһайәт, үҙенә оҡшаған шөғөл табыла. Сибай ҡалаһының таш эшкәртеү цехында тимерҙән төрлө әйберҙәр яһай башлай. Тимер оҫта ҡулында төрлөсә сүкелеп-бөгөлөп, күҙҙең яуын алырлыҡ нәмәләргә әүерелә. Биҙәктәр менән семәрләнгән эскәмйә, ҡапҡа-ҡоймалар, баҫҡыстар, ҡәберлек өсөн рәшәткәләр тиһеңме, шашлыҡ өсөн мангал, һоҫҡо, ут болғауыс кеүек әйберҙәр булһынмы – барыһын да сынъяһау итеп ҡойоп ҡуйыуы менән хайран ҡалдыра.
– Тимерселек эше – боронғо кәсеп, ул элек-электән һәр ерҙә ҙур ихтыяж менән файҙаланған. Был шөғөл оҫтаһы һәр ауылдың тотҡаһы булған. Ә, минеңсә, ул – үҙе бер сәнғәт өлгөһө. Бында ижади ҡараш мөмкинлеге бар. Минең эштәремде күреп, кешеләр ҡыуанһа, күңелдә аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек тоям. Һуңғы ваҡытта йорт өсөн тимерҙән семәрләп төрлө әйберҙәр яһатыусылар артты, хатта семәрләп эшләнгән карауатҡа ла заказ биреүселәр бар, – ти Юнир.
Ә күптәрҙе алтын ҡуллы оҫтаның Өфө ҡалаһынан бер фотостудия махсус рәүештә заказ биреп эшләткән “Тәхеттәр уйыны” тәхете, һөңгө һәм сәмреғош төшөрөлгән ҡалҡан ҡыҙыҡһындырған. Тимәк, тиҙҙән социаль селтәрҙә Сибай тимерсеһе яһаған был тәхеткә ултырып төшкән фотоһүрәттәрен күрербеҙ. Ысынлап та, оҫта бит!