Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 07:38

Тормош юлын үҙе һайлаған

“Осҡанда ял итәм...”

Миңлерәйес Миңлеғәли улы Ишморатов — партия, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ауырғазы районының почётлы гражданы. 1940 йылдың 25 октябрендә Стәрлетамаҡ районының Талас ауылында тыуған. Википедиянан алынған был ҡыҫҡа ғына юлдар уның тормош юлын тулыһынса сағылдыра алмай, әлбиттә. Ул ысын мәғәнәһендә ябай колхозсынан алып профессор дәрәжәһенә тиклем бай хеҙмәт юлы үткән, Башҡортостандың һынылышлы тарихи мәлдәрендә республикабыҙ файҙаһына эшләп, абруй яулаған. Хәйер, был хаҡта уның менән әңгәмәлә уҡырһығыҙ.
– Миңлерәйес Миңлеғәли улы, һеҙҙең хужалыҡ, партия һәм ғилми эш өлкәһендәге хеҙмәт биографияғыҙ бик бай. Үткән­дәргә ҡараш ташлап, йәшлеккә кире ҡайтыу мөмкинлеге тыуһа, артабанғы яҙмышығыҙға йоғон­то яһаған ниндәй мөһим дәүер­ҙәрҙе айырып билдәләрһегеҙ һәм шул юлығыҙҙы ҡайтанан һайлар инегеҙме?

– Эйе, һәр кешенең биография­һы уның тарафынан һайланған һәм бик күп объектив, шулай уҡ субъектив хәл-шарттар менән һуғарылған юлды сағылдыра. “Яҙмышың үҙ ҡулыңда”, ти халыҡ. Хаҡ һүҙҙәр. Уларҙың асылына тормошто ныҡлы аңлай башлағас ҡына төшөнәһең.
Беҙҙең быуындың, һуғыш балаларының, сабый сағын хәтергә төшөрһәк, фронттан ҡайтҡан яралы, сирле, ләкин ғорурлығын юғалтмаған өлкәндәр, яугирҙәр күҙ алдына баҫа. Улар бер ҡасан да һуғыштағы ауырлыҡ-михнәткә зар­ланманы. Курск дуғаһындағы алышта ҡатнашҡан атайым шул йылдарҙағы ваҡиғаларҙы һирәк-һаяҡ ҡына хәтерләп ҡуя ине. Тылдағы бөтә ауыр эш әсәләр, атайһыҙ малайҙар иңенә төштө. Атайҙары яу яланынан әйләнеп ҡайтмағандарҙы һуғыштан һуң тағы ла ҡатмарлыраҡ һынауҙар көтә ине.
Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ, ауыл балалары, ябай бул­маған шарттарҙа ла уҡырға, белем алырға ынтылдыҡ, ыжғыр һыуыҡта ла йылытылмай торған мәктәптәге дәрестәрҙе ҡалдырмай торғайныҡ. Шуҡлыҡтар ҙа, йүләрлектәр ҙә булманы түгел.
Кешенең шәхес булараҡ аяҡҡа баҫыуы ғаиләнән, ата-әсәнең өлгөһөнән, уларҙың ысынбар­лыҡ­ҡа, тирә-яҡ мөхиткә мөнәсәбәтенән башлана, тиһәм, һис яңылыҡ булмаҫ. Атайым менән әсәйем ынтылыш булғанда ғына лайыҡлы тормошҡа өлгәшеү мөмкинлегенә инандыра алғаны өсөн яҙмышыма рәхмәт.
Көйөргәҙе зооветеринария техникумына уҡырға ингәндән һуң (ул осорҙа миңә 14 йәш тә тулмағайны әле), артабанғы яҙмышыма байтаҡ факторҙар йоғонто яһаны: курсташтарым, уҡытыусыларым, техникум етәкселеге, комсомол һәм, әлбиттә, шул йылдарҙағы фекерҙәштәрем. Тормош юлымды үҙем һайланым, яҙмышым һоҡланғыс кешеләр менән осраштырҙы. Бөгөн иһә, һайлаған юлым дөрөҫ булған, тип тулы ышаныс менән әйтә алам.


– Әүәлге совет системаһын яҡлағандар ҙа, яманлағандар ҙа бар. Шул дәүерҙәге партия-совет сәйәсәтендә ниндәй ыңғай һәм кире яҡтарҙы билдәләй ала­һығыҙ?

– Был һорауға бер һөйләм менән генә яуап биреп булмай, сөнки ул киң мәғәнәне үҙ эсенә ала. Бөтә ижтимағи мөнәсәбәттәрҙә лә яҡшыһы ла, насары ла бар. Совет системаһына килгәндә, мин ошо системала тәрбиәләндем һәм ҡайҙа тыуҙым, шунда кәрәгем тейҙе. Тейешле белем алдым, үҫеш өсөн һәр саҡ этәргес булды, хеҙмәтем матди йәһәттән дә, әхлаҡи яҡтан да баһаланды. Ил Конституцияһы бушлай белем алыуға, бушлай медицина хеҙмәт­тәренә хоҡуҡты, һаулыҡ һаҡлауҙы һ.б. гарантияланы.
Әммә уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында партия етәкселеге илдең үҫеш стратегияһын билдә­ләгәндә етди хаталарға юл ҡуйҙы, һөҙөмтәлә партия төҙөлөшөнөң “демократик централизм” тигән төп принцибы боҙолдо, партияның етәксе роле әкренләп һүлпәнәйҙе һәм бөгөнгө хәл-шарттарға килтерҙе. Совет осоронан һуң партия төҙөлөшөн алһаҡ, кешеләргә партия йоғонтоһоноң өр-яңы, һөҙөмтәлерәк алымдарын һәм ысулдарын таптыҡ, тип раҫлай алмайым.
Илебеҙҙең хәҙерге үҫеш этабындағы ыңғай һәм кире күренештәргә килгәндә, минеңсә, был һорауҙы ябай граждандарға бирергә кәрәктер. Төрлө институттар тарафынан ойошторолған йәмәғәтселек фекерен белешеү сараларында яуаптар бер төрлө генә түгел. Улар власть һәм идара органдарына етди уйланыу өсөн ерлек тыуҙыра.


– Юғары партия мәктәбен тамамлаған кешеләр ошо сис­темаға һәр саҡ ыңғай баһа бирә, уны вуздарҙан юғарыраҡ ҡуя. Һеҙҙеңсә, совет власы идеологияһын тормошҡа ашы­рыуҙа ул ниндәй әһәмиәткә эйә булды һәм бөгөн ошондай идеология кәрәкме? Ниңә бер генә дәүләт тә идеологияһыҙ йәшәй алмай?

– Совет йылдарында кадрҙар әҙерләү һәм белемде камиллаштырыу мәктәптәре байтаҡ булды. КПСС Үҙәк Комитеты ҡарама­ғындағы Юғары партия мәктәбе 1939 – 1978 йылдарҙа Мәскәүҙәге етәксе партия һәм совет кадр­ҙарын, киң мәғлүмәт саралары (радио, матбуғат, телевидение) хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү һәм уларҙы ҡайтанан әҙерләү буйынса юғары партия-сәйәсәт уҡыу йортон тәшкил итә. Ул КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмғиәт фәндәре академияһы менән берләштерелә. Минеңсә, был мәктәп ғилми берләшмә тарафынан юғары баһаланған уҡыу йорто булды. Унда, нигеҙҙә, партия, совет һәм башҡа органдар хеҙмәткәрҙәре икенсе юғары белем ала ине. Ниндәй генә кимәлдәге етәксене алмайыҡ, халыҡ уның тураһында ғәмәлдәренә, башҡа кешеләр менән мөнәсәбәтенә, ҡайһы бер башҡа һыҙаттарына ҡарап фекер йөрөтә. Уҡыған кешеләр, ҡайҙа ғына белем алмаһын, үҙҙәрен бүтәндәрҙән юғарыраҡ ҡуйырға тейеш түгел.
Партия уҡыу йорттары кадрҙар әҙерләү менән генә сикләнеп ҡалманы, улар халыҡ менән эштең төп йүнәлештәрен, йәғни идеологияны ла билдәләй ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар, сафында көнбайыш демократияһы идеяларына ҡыҙығып, үҙҙәре ағза булып торған партияны тарҡалыуға килтергән ялған теоретиктар ҙа булды. “Хәҙер идеология кәрәкме?” тигән һорауға килгәндә, шуны әйтмәксемен: эйе, кәрәк, һәм тәү сиратта йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, илебеҙҙә кешелек ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн. “Бер генә дәүләт тә идеологияһыҙ йәшәй алмай”, тип һорауға үҙегеҙ үк яуап бирҙегеҙ бит. Берәүҙәр үҙ иленең үҙен­сәлеклеген пропагандалай, икен­селәр идеологияһын дини прин­циптарға нигеҙләй һ.б.


– Уҙған йылдар бейеклегенән Башҡортостандағы депутаттар корпусының парламент эшмә­кәрлеген нисек баһалайһығыҙ? Шул дәүерҙә “ҡул етмәгән” мәсьәләләр ҡалғандыр, мо­ғайын?

– Өс кимәлле (федераль, төбәк, муниципаль) власть системаһы үҫеше күҙлегенән Рәсәйҙең һуңғы 30 йыллыҡ сәйәси тарихына баһа бирһәк, шуны әйтергә мөмкин: был йылдар “...Рәсәйҙең һәм Феде­рациялағы һәр субъекттың ижти­мағи тормошонда парламентаризм институтының кәрәклеген ышаныслы иҫбатланы. Ә Башҡорт­остан­дағы ижтимағи-сәйәси процестар­ҙың нәтижәһе тап алға киткән парламентаризм институтының эҙмә-эҙлекле реформалар үткәреүгә, һөҙөмтәле ҡануниәт системаһы төҙөүгә, цивилизациялы баҙар мөнәсәбәттәре, социаль йүнәлеш­ле иҡтисад булдырыуға, рес­публиканың бөтә ижтимағи-сәйәси көстәрен туплауға әүҙем булышлыҡ итеүен күрһәтте”.
Башҡортостан парламентында биш саҡырылыш депутаты булдым (1980 йылдан 2003 йылға тиклем). Шул осорҙа илебеҙҙең сәйәси тормошонда ҙур үҙгәрештәр күҙәтелде. Тиҫтәләрсә йыл дауамында район Советы депутаты булып эшләгәндә күпселектең ышанысын аҡлау, наказдарын үтәү өсөн һайлаусы­ларым менән мөмкин тиклем йышыраҡ аралашырға тырыштым. Парламент депутаты булыуҙы әлегә тиклем почетлы ла, яуаплы ла бурыс тип иҫәпләйем. Парламентта депутатлыҡ, әлбиттә, вәкәләттәремде теүәл үтәргә булышлыҡ итте.
1980 йылда район Советы башҡарма комитеты рәйесе булараҡ, Стәрлетамаҡ районының Казадаевка һайлау округы буйынса БАССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайландым. Әйткәндәй, парламент депутаттары араһында ни бары биш кеше генә республикалағы башҡарма комитет рәйесе булып эшләгәйне.
1985 йылда БАССР-ҙың ХI саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп Ауырғазы районының Талбазы һайлау округы буйынса һайландым. Ул осорҙа Ауырғазы район партия ойошмаһының беренсе секретары инем. Һайлау беренсе тапҡыр альтернатив нигеҙҙә үтте. Артабан да шулай дауам итте. Беҙ, республикалағы закондар сығарыу власының юғары органына депутатлыҡҡа кандидаттар, һайлаусылар менән эшләргә үҙаллы өйрәндек. Һайлаусылар иһә гражданлыҡ әүҙемлеген йылдан-йыл арттырҙы, власҡа барған кешеләрҙе баһаларға өйрәнде. Етәкселәр, халыҡ араһында кемдең кем икәнлегенә төшөнә башланым.
Юғары закондар сығарыу һәм вәкиллекле орган – Башҡорт АССР-ының ХII саҡырылыш Юғары Советы һайланған мәлдән республикала үҙаллы ҡануниәт системаһы үҫтерелә башлауы тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Күсеү осоро шарттарында уның социаль-сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙарҙағы әһәмиәте күп йәһәттән артты, сөнки вәкиллекле демократия институты булараҡ, парламент закондар сығарыу һәм башҡарма властың ҡайһы бер вәкәләттәрен башҡарып, төрлө сәйәси көстәрҙең хеҙмәт­тәшлек үҙәгенә әүерелде.
1990 йылдар башында закондар сығарыу өлкәһендә ҡатмарлы хәл тыуҙы. Республикала барған үҙгәртеп ҡороуҙарҙы хоҡуҡи тәьмин итеү йәһәтенән инициативаны үҙ иңебеҙгә алырға кәрәк ине. Улар милек, бюджет, үҙәк менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр, ресурстар һ.б. мәсьә­ләләргә ҡағыла ине. Был – беренсенән. Икенсенән, республикала тәүге тапҡыр власть закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власына бүленде. Практикала һәр саҡ өлгәшелмәһә лә, кешеләрҙең аңында идара итеүҙең команда-административ алымдарынан әкренләп ситләшеүгә өмөт барлыҡҡа килде. Баштараҡ шулай булды ла, әммә йәш демократия шарттарында иҡтисадтағы көрсөк күренеш­тәре идара итеүҙең административ алымдарына кире ҡайтырға мәжбүр итте. Әкренләп улар өҫтөнлөк итә башланы, күп кенә сәйәс­мәндәр власть вертикален нығытыу зарурлығы тураһында белдерҙе.
Парламент эшмәкәрлеген ике яҡлап баһаларға мөмкин. Беренсенән, парла­менттың төп функцияларына закондар сығарыу инә. Бына ошо күҙлектән, 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың тәүге саҡырылыштары Башҡортостан Рес­публикаһында ҡануниәт системаһының үҫешендә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә булды. Икенсенән, төрлө институттар ойошторған йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү сараларында парламенттың һәм муниципалитеттарҙағы вәкиллекле органдарҙың эшмәкәрлегенә һайлау­сылар, республика халҡы тарафынан төрлө баһа бирелә. Минеңсә, был – ҡабул ителгән закондарҙың, норматив акттарҙың тулыһынса һәм аныҡ үтәлмәүе, депутаттарҙың тейешенсә әүҙем булмауы, һайлау ҡануниәтендә һайлаусылар наказы институтын ғәмәлдән сығарыу һөҙөмтәһе.
Һуңғы һорауға килгәндә, әйтергә кәрәк: көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә ҡул етмәгән мәлдәр ҙә булды. Һәр кешенең дә башҡарылмаған эше ҡала бит. Ә дәүләт күләмендә улар һәр саҡ буласаҡ, булырға тейеш тә, сөнки яңыртылған властың бурысы – халыҡ мәнфәғәтен, заманды, ресурстарҙы һәм башҡа хәл-шарттарҙы иҫәпкә алып, ошо көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тотоноу.


– Докторлыҡ диссертацияһын яҡлағанда һеҙгә 70 йәш булған. Тимәк, ғилми үҫеш өсөн һис ҡасан да һуң түгел. Яҡындарығыҙ ял итергә өндәмәнеме? Әллә ғалимға бай тәжрибә туплау яҡшыраҡмы?

– Дөрөҫөн әйткәндә, миндә фәнгә ҡыҙыҡһыныу Стәрлетамаҡта эшләгәндә үк тыуғайны. Төрлө журналдарға мәҡәләләр яҙа башланым. Ул осорҙа дуҫым, фекерҙәшем, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының тәж­рибә хужалығы директоры, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Р.Т. Ғилметдинов “кумирым” булды. Ваҡыт алға барҙы, мин партия, совет эше менән мауығып киттем, унан парла­ментҡа һайландым, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарама­ғындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына лекция уҡырға саҡыра башланылар. Тап шул осорҙа үҙемде фән өлкәһендә һынап ҡарау теләге тыуҙы ла инде.
Федерация Советында ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре менән таныштым. Был да тәғәйен ҡарарға килеү өсөн этәргес бирҙе. Уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн тиҫтә йылдан ашыу көсөргәнешле эшләргә тура килде. Хеҙмәт ҙур тырышлыҡ, эске әҙерлек талап итте. Шуныһы ҡыуаныслы: 55 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән хәләл ефетем Вәзимә Кәлимулла ҡыҙы, ниәтемде аңлап, һәр йәһәттән миңә булышлыҡ итте, ә балаларым үҙҙәре лә ғилми тикшеренеүҙәргә ынтылды. Һөҙөмтәлә ҡыҙым Гүзәл – медицина фәндәре докторы, улым Айрат иҡтисад фәндәре докторы дәрәжәһенә етте.
Ял итеү тураһындағы һорауға килгәндә, уға халыҡ әйтеме менән яуап бирер инем: “Нисә ҡарама, осаһың, ҡасан ял итәһең һуң һин?” – тип һорағандар бер заман бөркөттән. “Осҡанда ял итәм”, – тип яуаплаған бөркөт”. Минең тормошом да шулай. Һөҙөмтә булһын тиһәң, һәр эште күңел һалып, яуаплылыҡ тойоп башҡарырға кәрәк.


– Ғилми эшегеҙ ниндәй пробле­маларҙы хәл итеүгә йүнәлтелә? Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?

– Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһын әҙерләгәндәге тикше­ренеүҙәрем хәҙерге шарттарҙа аҙыҡ-түлек баҙарының эш итеүенә арнала. Атап әйткәндә, докторлыҡ эшем “Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ-түлек баҙары инфраструктураһын үҫтереү” тип атала. Был тема буйынса теоретик, методологик, хоҡуҡи һәм ғәмәли мәсьәләләрҙе тикшерҙем.
Әле баҙар инфраструктураһы үҫеш­мәгәнгә күрә, етештереүсе менән ҡулланыусы араһында һөҙөмтәле бәйләнеш тәьмин ителмәй, шуға күрә йоғонтоло баҙар инфраструктураһын төҙөү, тауар етештереүҙе өҙлөкһөҙ тормошҡа ашырыуға, уны һатыуға, ҡулланыусының ихтыяжын ҡәнәғәтлән­дереүгә булышлыҡ иткән шарттар тыуҙырыу фарыз.
Тикшеренеүҙәремдә аҙыҡ-түлек баҙары инфраструктураһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре нигеҙләнә, төбәктәге аҙыҡ-түлек баҙары инфраструктураһы менән ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал етештереү араһындағы системалы бәйләнеш күрһәтелә, “етештереү – һатыу – ҡулланыу” сылбырында күмәртәләп сауҙа итеүҙең мөһим әһәмиәте, логистика принциптарында тауар ташыуҙы ҡулайлаштырыу алымдары билдәләнә, яҡын киләсәккә инфраструктураны үҫтереүҙең төп йү­нәлештәре аныҡлана, күмәртә сауҙа­һының конкурентлы алымдары һәм технологиялары системаһы тәҡдим ителә, инфраструктураның етештереү, мәғлү­мәти һәм финанс-кредит өлкәләрен үҫтереү юлдары билдәләнә, дәүләттең федераль һәм республика кимәлдә­рендә аҙыҡ-түлек баҙары инфраструк­тураһын үҫтереүҙә ҡатнашыу мөм­кинлектәре асып бирелә.


– Хеҙмәт баҫҡысынан уңышлы үрләүҙә ғаиләгеҙҙең дә әһәмиәте ҙурҙыр, моғайын?

– Карьерамды үҫтереүҙә ҡатыным Вәзимә Кәлимулла ҡыҙының хеҙмәтен айырыуса билдәләргә кәрәк, әлбиттә. Ул – уҡытыусы. Ситтән тороп белем алыуҙың бөтә ауырлыҡтарын үҙе кисергән кеше, сөнки Стәрлетамаҡ педагогия институтын ситтән тороп тамамланы. Гүзәл менән Айратты тәрбиәләү, уҡытыу бурысы, мин Өфөгә, Свердловскиға киткәндә хужалыҡ мәшәҡәттәре тап уның иңенә төштө. Вәзимә Кәлимулла ҡыҙы – минең өсөн иғтибарлы тыңлаусы ла, изге кәңәшсе лә, кәрәк ерҙә ҡаты тәнҡитсе лә. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемде лайыҡлы йөрөтә ул.
Гүзәл менән Илшат Айҙар исемле ул үҫтерҙе. Ул нефть институтын тамамлап, Йәмилә менән Санкт-Петербургта эшләй, ошо көндәрҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Айрат менән Ренатаның дүрт балаһы бар. Өлкәне Ришат – магистратурала, Аделия, Алһыу, Әбделкәрим мәктәптә уҡый. Ата-әсә өсөн иң мөһиме – балаларҙың, ейәндәрҙең ғаиләбеҙ йолаларын ҡәҙерләп һаҡлауы, үҫтереүе, тормошто яратып, йәмғиәттә лайыҡлы урын биләүе.
Читайте нас