Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 07:52

Тынғыһыҙ осор дауам итә

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш хроникаһы.

Былтыр был мәлдә беҙ коронавируслы донъяның ниндәй буласағын күҙаллау түгел, был хаҡта уйлап та бирмәй инек әле...


Мәғлүм булыуынса, 2019 йылдың декабрендә Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында билдәһеҙ сығанаҡлы сир усағы асыҡланды. Тиҙҙән табиптар һәм ғалимдар уның ҡуҙғытҡысын билдәләне: генетик яҡтан атипик пневмония ҡуҙғытҡысына бик оҡшаған яңы коронавирус. Уға рәсми исем дә бирелде – SARS-CoV-2.


Белеүебеҙсә, был инфекция тиҙ арала Ер шарының барлыҡ ҡитғаларына таралды, шуға ла 2020 йылдың 11 мартында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы пандемия иғлан итте.


Башҡортостандың юлдаш телевиде­ниеһы ошо көндәрҙә тамашасылар иғтибарына республикала ковидҡа ҡаршы барған көрәш хронологияһын тәҡдим итте. Ике сәғәтлек документаль фильм “Баш­ҡортостан. Хроникалар. Covid” тип атала, унда власть структуралары менән бер рәттән йәмғиәттең, йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкә­ләренең яңы шарттарҙа йәшәүгә яраҡлашыу үҙенсәлектәре, медицина тармағына төшкән оло көсөргәнеш, яуаплылыҡ кеүек күренештәр сағылдырылған.


Бер аҙ хәтергә төшөрәйек. Башҡортос­танда коронавирус хаҡындағы хәбәрҙәр ғинуарҙа уҡ ишетелде, ә февралдә республика властары күҙгә күренмәгән дошманға ҡаршы көрәш өсөн әҙерлек сараларын күрә башланы.


Эйе, коронавирус, үтә хәүефле һәм ҡурҡыныс булыуы менән бер рәттән, тормош ҡиммәттәренә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға, уларҙы башҡа бизмәнгә һалып үлсәргә, йәшәйештең, именлектең, һаулыҡтың иң ҡиммәтле һәм һиммәтле ғәмәл икәнлеген баһаларға өйрәтте. Әммә әлегә тынысланырға урын юҡ: коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәлдең көн дә ҙур тиҙлек менән үҙгәреп тороуын күҙәтәбеҙ. Мәҫәлән, көҙгө миҙгел башланыу менән сирҙең икенсе тулҡыны яңы көс менән һөжүмгә күсте, беҙҙе тағы ла көрәш шарттарында йәшәргә, сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлы һәм һаҡ булырға мәжбүр итте.


Башҡортостан властары йоғошло һәм ҡурҡыныс сирҙе ҡаршы алырға алдан уҡ әҙерләнде. Планға ярашлы, медицина учреждениеларында матди-техник яҡтан һәм кадрҙар әҙерләү йәһәтенән әҙерлек эштәре алып барылды, баш ҡалалағы һәм райондарҙағы дауаханалар базаһында ковид-госпиталдәр ойошторолдо.


Аэропорттарҙа сит илдән һәм төбәктәрҙән ҡайтҡан кешеләрҙән анализдар алдылар, уларҙы ике аҙнаға өйҙәренә ҡурсаланыуға оҙаттылар. Сиргә шик булғандарҙы обсерваторҙарға ебәрҙеләр. Вахта ысулы менән эшләгән яҡташтарыбыҙ айырым иғтибарға алынды: уларҙың рейстарын махсус бригадалар ҡаршы алды, республика буйынса төрлө учреждениелар нигеҙендә ойошторолған обсерваторҙарға оҙатты. Быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, сир тулҡынын кәметеүгә, кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итте.


Коронавирус менән сирләгән тәүге пациенттар Башҡортостанда мартта асыҡланды. Күҙаллағанса, ике кеше сит илдән коронавирус алып ҡайтһа, тағы бер кеше Мәскәүгә эшкә барған һәм шунда ковид йоҡторған булып сыҡты.


Ошо ваҡыттан алып көндән-көн сирлеләр һаны арта барҙы, ә йәмғиәттә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән төрлө йүнәлешле эштәр башҡарылды. Әммә бөтә ғәмәлдәрҙе лә күҙаллап бөтөп булмай ине: халыҡ коронавирусҡа бәйле береһенән-береһе ҡурҡыныс хәбәрҙәрҙе ишетеп (бигерәк тә сит илдәрҙә хәлдең үтә насар булыуын, кешеләрҙең күпләп үлеүен күрһәткән телекадрҙар паника тыуҙырҙы), битлектәр, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һатып алырға тотондо. Һөҙөмтәлә март аҙағында дарыуханаларҙа, ысынлап та, битлек табыу оло проблемаға әүерелде, булһа ла, уның хаҡы ҡот осҡос ҡиммәт ине. Әммә был мәсьәләләр ҙә тиҙ хәл ителде: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров март аҙағында уҡ республиканың еңел сәнәғәт тармағында эшләгән ойошмаларына күпләп битлектәр тегергә күрһәтмә бирҙе. Дарыуханаларға ла, дауаханаларға битлектәрҙең ҙур партиялары даими ҡайтарылып торҙо, ҡытлыҡ мәсьәләһе артҡы планға күсте. Медицина учреждениелары ла һаҡланыу саралары менән тулыһынса тәьмин ителде.


Аҙыҡ-түлек мәсьәләһенә килгәндә, был ысын-ысындан уйлап сығарылған күренеш ине: ошо осорҙа бер генә ҡала-районда ла туҡланыу һәм көнкүреш тауарҙарына ҡытлыҡ булманы, кәштәләрҙә ниндәйҙер әйбер бөтөү менән, улар тулыландырып торолдо.


Әйткәндәй, беренсе булып сирләгән пациент һауығып, 31 мартта дауахананан сыҡ­ты. Ул да, ҡалған сирлеләр ҙә үҙҙәрен яҡшы тойоуын табиптар ҡат-ҡат билдәләне. Әммә ошо уҡ осорҙа тотош республика ил Президенты һәм ресублика Башлығы ҡарарҙары менән ҡурсаланыу режимына күсте.


Район һәм ҡала тормошо тәьминәтендә ҡатнашмаған һәр кем бындай тәртип юҡҡа сығарылғансы өйҙә ҡалырға тейеш ине.

Изоляция режимы индерелеүгә бәйле, полиция хеҙмәткәрҙәре ауыл һәм ҡала урамдарында, парктарҙа, скверҙарҙа патрулдә йөрөнө, уларға йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин иткән башҡа ойошма вәкилдәренең хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ҙә ҡушылды. Ирекмәндәр тигәндән, был хәрәкәт пандемия осоронда айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булды: улар пенсионерҙарға, инвалидтарға һәм хроник сирҙәре булған кешеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тормош кәрәк-ярағы алып барҙы. Министрлыҡтар, ведомстволар, район һәм ауыл хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә “ҡыҙыу бәйләнеш”тәр һәм колл-үҙәктәр эшмәкәрлеге йәйелдерелде, халыҡ менән онлайн аралашыу әүҙем­ләштерелде, мохтаждар исемлеге аныҡ­ланды. Күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға, оло йәштәгеләргә айырыуса иғтибар бүленде. Эшҡыуарҙар, туҡланыу индустрияһында эшләгән кешеләр ҙә ирекмәнлек тулҡынынан ситтә ҡалманы: улар дауаханаларҙа эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, хатта ковид-госпиталь төҙөгән төҙөүселәргә туҡланыу ойошторҙо, тәмле күстәнәстәрен даими ебәреп торҙо. Ғөмүмән, ирекмәнлек – күңел торошо: хәрәкәттә медицина уҡыу йорттарында уҡыған студенттар менән бер рәттән, социаль хеҙмәткәрҙәр, власть органдары вәкилдәре, ябай кешеләр ҙә ҡатнашты.


Апрель айы иһә республикаға байтаҡ һынауҙар әҙерләгән булып сыҡты. Быға тиклем коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәр республикала тотороҡло ҡала килде, ғәмәлдә сит тарафтарҙан вирус алып ҡайтҡан кешеләр ваҡытында асыҡланып, дауаханаларға оҙатылды, сирҙе таратмау өсөн барлыҡ санитария саралары күрелде. Әммә ҡәһәрле инфекция хәйләкәрерәк һәм мәкерлерәк булып сыҡты: уның республика­ның медицина мәккәһендә – Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауахана­һында таралыуы асыҡланды, учреждение тулыһынса карантинға ябылды. 1200 самаһы кеше (600 самаһы пациент һәм шул тиклем үк персонал) бинала бикле ҡалды.


Шул уҡ ваҡытта ошо хәлгә бәйле йәмғиәттә ҡапма-ҡаршылыҡлы хәбәрҙәр күбәйҙе, шул иҫәптән халыҡтың күңеленә шом һалғандары ла: йәнәһе, табиптар һаҡланыу саралары менән тәьмин ителмәгән, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тормош кәрәк-ярағын дауаханаға алып барыу мәсьәләләре тормошҡа ашырылмай һәм башҡалар...


Әйтергә кәрәк, ошо шарттарҙа ла табиптар эштәрен дауам итте, һөнәри бурыстарын фиҙакәр атҡарҙы һәм әле лә атҡарыуын дауам итә.


Ғөмүмән, коронавирус пандемияһы осорондағы иң мөһим ғәмәлгә килеп еттек: һис шикһеҙ, был осор медицина тармағында эшләгәндәр өсөн оло һынау, көсөргәнеш һәм тәжрибә осоро булды. Коронавирус менән сирләгән кешеләрҙе ҡабул иткән, дауалаған табиптар, шәфҡәт туташтары ҡаһармандарса алғы һыҙыҡҡа сыҡты, ваҡытын, көсөн, сәләмәтлеген генә түгел, бәғзеләре хатта ғүмерен аямайынса, кешеләрҙең иҫәнлек-һаулығы өсөн көрәште. Әле лә аяуһыҙ, ҡатмарлы көрәш дауам итә. Афәт ипкене бер генә медицина хеҙмәткәренә лә ҡағылмайынса ҡалманы тиһәк, дөрөҫөрәк булыр, сөнки был осорҙа барыһы ла уртаҡ дошманға – ҡәһәрле коронавирусҡа ҡаршы көрәш юлына баҫты.


Йәйге осорҙа ковидҡа бәйле хәл бер аҙ тотороҡланды, сирләүселәр һаны кәмеп, инфекцияның ҡеүәте лә бер аҙ баҫылғандай тойолһа ла, мәкерле дошмандың тик бер аҙға ғына боҫоп торғаны һәм һалҡындар башланыу менән, яңы көс туплап, баш ҡалҡытыуы асыҡланды. Әммә өмөт уятҡан ғәмәлдәр бар: йәмғиәт һынауҙар һәм юғалтыуҙар аша коронавирустың аяуһыҙ һәм йәлләү белмәгән сир икәнлегенә төшөндө, унан һаҡланырға өйрәнде, шул уҡ ваҡытта табиптар кешеләрҙе дауалау йәһәтенән ҡиммәтле дауалау тәжрибәһе тупланы. Рәсәй белгестәренең коронавирусҡа ҡаршы вакцина уйлап табыуы ла мәғлүм: был да күңелдәрҙә өмөт уята һәм инфекцияның юлын быуған, ҡеүәтен кәметкән, меңдәрсә ғүмерҙәрҙе һаҡлаған күренеш булыр тигән ышаныс тыуҙыра.


Эйе, бөгөн табиптар, шәфҡәт туташтары йәшәү өсөн көрәштең алғы һыҙығында. Һәр көн – ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Хоҙай уларға сабырлыҡ, һаулыҡ насип итһен. Ә ҡәһәрле вирус артабан таралмаһын өсөн ҡәҙимге ҡағиҙәләрҙе үтәйек, вирусты еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө ныҡлы тәртип һәм аныҡ талаптарҙы үтәү менән индерәйек.


Альберт МИРХӘЙҘӘРОВ, пульмонолог, медицина фәндәре кандидаты:

– Инфекция тарала башлағас та, миңә тәүгеләрҙән булып “ҡыҙыл зона”ла эшләргә тура килде. Госпиталдән һуң ике аҙна дауамында карантинда булдым. Унан төп эш урыныма, баш ҡаланың 13-сө дауаханаһына ҡайттым. Әлеге ва­ҡытта беҙҙең учреждениела, Башҡорт­остандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, компьютер то­мографияһының амбулатор үҙәге эшләй, унда участка табиптарының йүнәлт­мәһе менән пневмонияға шик булған па­циенттарға үпкәгә тикшереү үткәрелә.


Әгәр ҙә пневмония коронавирус ниге­ҙен­дә барлыҡҡа килә тигән шик тыуа икән, сирлене барлыҡ рәсми проце­дураларҙан һуң баш ҡаланың ковид-госпиталдәренең береһенә оҙаталар.


Минең уйымса, коронавирус инфек­цияһы пульмонологтар эшендә генә сағылыш тапманы, башҡа белгестәрҙең хеҙмәтенә лә ҙур йоғонто яһаны. COVID-19 пандемияһы – үҙенә күрә йәмғиәткә, заман медицинаһына ҡаршы сығыу ул. Ошо ваҡиғалар һаулыҡ һаҡлау тармағында реформалар кәрәклеген, дауаханалар төҙөү принцибына үҙгәрештәр талап ителеүен, медицина хеҙмәт­кәр­ҙәрен әҙерләүҙә лә талаптар башҡа­сараҡ булырға тейешлеген күрһәтте. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта ғәмәли эш менән булған пульмонологтарға ҡытлыҡ бар. Әлбиттә, йәштәр ошо бар донъя иңенә төшкән һынауҙарҙан ҡурҡмаҫ һәм медицина белгесе һөнәрен икеләнмәйенсә һайлар тип ышанам.


Йоғошло ауырыуҙар госпиталендәге тәжрибәм һөнәри йәһәттән баһалап бөткөһөҙ, сөнки сир тураһында китаптан уҡып белеү, сит ил хеҙмәттәш­тәренең яҙмалары аша танышыу сирленең карауаты янында башҡарылған эштәр, сир менән күҙмә-күҙ осрашыу менән бер түгел. Ә коронавирус, күҙгә күренмәһә лә, бар донъяның тормошон, йәшәйешебеҙҙе “быға тиклемге” һәм “коронавирустан һуңғы” осорға бүлде.


Азат ЙӘНГИРОВ, иҡтисад фәндәре докторы:

– Башҡортостан юлдаш телевиде­ниеһы төшөргән “Башҡортостан. Хроникалар. Covid” фильмын ҡараным һәм унда яҙ көнө килеп тыуған хәлдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа республика властары ярҙам күрһәтеүе асыҡ билдә­ләнгән, тип иҫәпләйем.


Бындай хәл менән Рәсәй бығаса осрашҡаны юҡ ине. Эшҡыуарҙарға зыян килмәһен өсөн ҡайһы бер ҡарарҙарҙы тиҙ арала ҡабул итеү талап ителде.


Башҡортостан башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда яҙғы ҡурсаланыу осорон иҡтисади йәһәттән күпкә еңелерәк үтте, тип иәҫәпләйем. Быны сәнәғәт етештереүе индексынан да күреп була. Башҡортостан Башлығы иҡтисадтың нигеҙе булған тармаҡ­тарҙың түбәнгә тәгәрәүен туҡтата алды. Был – ҙур ҡаҙаныш.


Булат ЙОСОПОВ, режиссер, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

– Фильм бик уңайлы форматта тө­шөрөлгән. Был кешеләргә дауаханаларҙа ысынбарлыҡ нисек булғанын аңларға ярҙам итә. Һәүетемсә барған, кеше­ләрҙең булмышын асҡан фильм йылдар үткәс тағы ла ҡәҙерлерәк буласаҡ, был кешеләрҙең иҫтәлеген һаҡлаясаҡ. Ваҡытты яңынан баһаларға ярҙам итәсәк. Беҙ хәлде аңларға һәм үҙебеҙҙе дөрөҫ тоторға тейеш. Юғал­тыуҙарҙы ишеткән һайын күңелгә бик ауыр кисерештәр килә. Шуға хәлдең ҡатмарлы икәнлеген аңлау мөһим.



Читайте нас