Өфөнөң Шакша биҫтәһендә йәшәгән 27 йәшлек Евгения Матвеева хәбәрһеҙ юҡҡа сыҡҡан. Туғандары әйтеүенсә, 22 октябрҙә өйөнән сығып киткән дә кире ҡайтмаған.
Һөйләүҙәренсә, магазинға әйбер һатып алырға ғына сыҡҡан булған. Тик шул мәлдән телефоны һүнек, бәйләнешкә инмәй. Туғандары уның юғалыуы тураһында мәғлүмәтте таратыуҙы үтенә.
Ике туған апаһының әйтеүенсә, ҡатын быға тиклем дә өйөнән киткеләгән, тик һәр ваҡыт алдан иҫкәрткән, ә әле зым-зыя юҡ. Шуға яҡындары бик ныҡ ҡурҡыуға ҡалған. Йәш әсәнең ете йәшлек улы бар. "Әле бала минең янда, каникулға килгәйне, шуға күрә бәлә тураһында бер ни белмәй", тигән Евгенияның элекке ире (улар өс йыл элек айырылышҡан). Шулай уҡ ул ҡатындың бер ниндәй ҙә проблемалары юҡлығы тураһында әйткән, "Кире осраҡта, белер инем, сөнки беҙ, айырылышһаҡ та, яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ. Уртаҡ дуҫтарыбыҙ бер ни белмәй, әхирәте ул көндә күрмәгән. Ә яңы таныштарын мин белмәйем", тип тә өҫтәгән.
Ҡатын юғалыр көндә ҡыҙыл төҫтәге ҡыҫҡа пальто, ҡара күлдәк, бейек үксәле, ҡыҫҡа ҡуныслы ҡара итек кейгән булырға тейеш. Әлеге ваҡытта уны ирекмәндәр һәм полиция эҙләй. Төп билдәләре: оҙон нәҙек буйлы (178 см), ҡара сәсле, зәңгәр күҙле.
Уның тураһында ниҙер белһәгеҙ йә күрһәгеҙ, 89870588926 йәки 112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.