Йәмғиәт
24 Октябрь 2020, 06:30

Эҙһеҙ ғәйеп булған

Учалы районы ауылынан сығып китеп...

Башҡортостанда 49 йәшлек Рафаэль Абдрахманов эҙһеҙ ғәйеп булған.
Был турала "Лиза-Алерт" эҙләү отряды ирекмәндәре хәбәр итә.

Улар яҙыуынса, ир Учалы районының Ҡотой ауылындағы өйөнән 18 октябрҙә сығып киткән, һәм шул мәлдән бирле уның тураһында бер мәғлүмәт тә юҡ.

Билдәләренә иғтибар итегеҙ: буйы 170 см, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡара-һоро күҙле. Сығып киткәнендә ниндәй кейемдә булғанлығы билдәһеҙ.

Күргән-белгәндәр булһа, 112 йәки 88007005452 (ирекмәндәр) һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас