Йәмғиәт
24 Октябрь 2020, 09:00

Янған машина эсендә - мәйет

Йәш ауыл эшҡыуарының ике бәләкәй балаһы етем ҡалған...

Йәрмәкәй районында ҡамыштар араһында 14-се моделле "Лада" автомобиле табыла, ул тулыһынса янған. Етмәһә, эсендә кеше һөлдәһе... Аяныслы хәл хаҡында, үҙ сығанаҡтарына таянып, “КП-Өфө” порталы хәбәр итә.
Янған автомобиль 34 йәшлек Туймазы кешеһе исеменә теркәлгән, әммә, хоҡуҡ һаҡлаусылар билдәләүенсә, салон эсендәге мәрхүм ул түгел. Янып үлгәндең шәхесе асыҡланған: 30 йәшлек урындағы эшҡыуар, пластик тәҙрәләр ҡуйыу менән шөғөлләнгән. Ғаиләһе лә бар: ҡатыны һәм ике бәләкәй улы. Криминалистар фажиғә урынынан биш быяла шешә тапҡан. Аяныслы хәлдең сәбәптәрен асыҡлау өсөн кәүҙәне суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр.
Ике сабыйҙың етем ҡалыуы - ҙур фажиғә. Ғаиләләр имен булһын, бәлә-ҡаза килмәһен!
Фото: Park72.ru
Читайте нас