Үткән төндә баш ҡалала сәғәт 12-нән 3-кә тиклем тиҙ ярҙам хеҙмәтенә 100-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың барыһы ла урамда насар еҫ булыуына зарланған. Был турала Граждандарҙы яҡлау идаралығында белдергәндәр.
- Ялыуҙар, Дим районынан тыш, Өфөнөң төрлө райондарында йәшәүселәрҙән килде. Бөтә ғаризалар ҙа "Роспотребнадзор"ға һәм Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ебәрелде, - тип белдерәләр идаралыҡта.
Шул уҡ төндә хеҙмәткәрҙәр кисекмәҫтән һауаны тикшергән һәм зарарлы матдәләр тейешле кимәлдән артмаған тигән һығымта яһаған. Шулай итеп, насар еҫтең ҡайҙан килгәнлеге билдәһеҙ көйө ҡалған...