Стәрлетамаҡта бер ир үҙенең этен ояһына бикләп ҡуйған, дөрөҫөрәге уның ояһын ҡаплап, ҡаҙаҡлап, бахыр хайуанды тар ғына урында, аслыҡта йәшәргә мәжбүр иткән. Быны ул эттең үтә уҫал булыуы, уға яҡын бара алмауы, ә тейешле хеҙмәттәр саҡырыу өсөн аҡсаһы булмауы менән аңлатҡан.
Был хәлде белеп ҡалған ирекмәндәр этте тотҡондан ҡотҡарған. Улар әйтеүенсә, хайуан һис тә уҫал түгел, бары тик ныҡ ас, тип хәбәр итә “Бәйләнештә” селтәрендәге “Моя Уфа. Новости” төркөмө.
Эткә яңы исем биргәндәр, уға хәҙер Мишка тип өндәшәләр. Ул әлегә ваҡытлыса йәшәү урынына урынлаштырылған. Ирекмәндәр Мишкаға хәстәрлекле яңы хужа табылыр, тип ышана.
Видео: “Бәйләнештә” селтәрендәге “Моя Уфа. Новости” төркөмө.