Быйылғы йыл Башҡортостандың юл тармағы өсөн бик уңышлы осор булды. Республика буйлап һәм баш ҡалала бик күп юлдар ремонтланды. Өфөлә генә 70 километрҙан ашыу ҡала урамдары тәртипкә килтерелде. Дим районында ғына өс километр самаһы юл капиталь ремонтланды. Бында Дағстан, Правда һәм Левитан урамдарында тулыһынса юл япмаһы алмаштырылды.
Дағстан урамы – ҡаланың иң көсөргәнешле урамдарының береһе. Уртаса, сәғәтенә 500-ҙән ашыу машина үтә. Шуға күрә был урамды төҙөкләндереү тураһында һүҙҙәр күптән йөрөнө, тик ни өсөндөр кисектерелеп килде. Халыҡтан даими рәүештә ялыуҙар килде, ә "Дим районын төҙөкләндереү хеҙмәте" муниципаль предприятиеһы йыл һайын соҡор-саҡыр ямап үткәрә ине. Быларҙың барыһы ла иҫәпкә алынды һәм йыл башында урамды ремонтлау өсөн аҡса бүленде. Һөҙөмтәлә юлсылар ике ай эсендә 850 метр оҙонлоғонда юлды яңырттылар, разметка һыҙҙылар. Әйткәндәй, был урамда эштәр бының менән генә тамамланмай. Киләсәктә уны тулыһынса төҙөкләндерергә һәм дүрт һыҙатлыға әйләндерергә йыйыналар.
Урындағы халыҡ был ремонтҡа бик ҡыуанды. Улар урамды киләсәктә киңәйтеүҙе һорай.
– Ниһайәт соҡорҙан, бысраҡ һәм күләүектәрҙән ҡотолдоҡ. Ремонттың дауамын көтәбеҙ. “Серебряный ручей” биҫтәһендә кешеләр йәшәй башлағас, трафик артты һәм тығындарҙа ултырабыҙ, – ти Ринат Кәримов.
Левитан урамын Таллин урамынан алып Новороссийская урамына тиклем “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ремонтлағандар. 10 мең 856 квадрат метр майҙанда яңы асфальт ҡатламы һалынған, тротуарҙар төҙөкләндерелгән, бордюрҙар алмаштырылған. Бынан тыш юл билдәләре яңыртылған һәм термопластиктан разметкалар һыҙылған.
– Көн һайын улым менән ошо урамдан бассейнға йөрөйбөҙ һәм инвалид коляскаһы менән тротуарҙар, бейек бюрдюрҙар аша үтеүе ауыр ине. Көс һалырға тура килә. Ә хәҙер рәхәтләнеп һә тигәнсә барып етәбеҙ, – ти Ирина Константиновна.
Дим районындағы тағы бер ҙур объект – Правда урамы ремонты. Ремонтланған өлөш 1,58 километр тәшкил иткән, ул барлыҡ талаптарға яуап бирә һәм матурлап файҙаланғанда кәмендә ун йыл хеҙмәт итәсәк. Юлды эшләп бөткәс, район матурланып ҡалғандай булды. Бында поликлиника, дауахана, сквер урынлашҡан, шуға насар юлдарҙан йөрөүе ауыр булған. Ә ял көндәрендә бында йәрминкәләр ҙә үтә.
– Капиталь ремонттан тыш юлсылар соҡорҙарҙы яманы. 15 февралдән алып 15 июнгә тиклем Дим районында 3200 етешһеҙлек бөтөрөлдө һәм план 100 процентҡа үтәлде. Әлеге ваҡытта 11 квартал-ара үтеү юлдарын ремонтлау эше бара, – тине Дим районы хакимиәте башлығы Айҙар Базғутдинов. – Бынан тыш ҡала хакимиәте менән киләһе йылда районыбыҙ урамдарын ремонтлау мәсьәләһен хәл итәбеҙ. 2021 йылдың көҙөндә Ухтомский урамы менән ғорурланып ултырғы килә. Был беҙгә бик кәрәк.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.