Йәмғиәт
27 Октябрь 2020, 12:30

Исемең матурмы? Кемдәр ҡушҡан?

Һуңғы ваҡытта ата-әсәләрҙең яңы тыуған балаларына ғәҙәти булмаған исемдәр ҡушыу осраҡтары йыш күҙәтелә.

Һуңғы ваҡытта ата-әсәләрҙең яңы тыуған балаларына ғәҙәти булмаған исемдәр ҡушыу осраҡтары йыш күҙәтелә.
БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала Аполлон, Биньямин, Ванцетти, Дантес, Зейд, Кавин, Кенан, Лазарь, Лео, Михаэль, Никас, Омур, Рем, Роландо, Ромуаль, Святогор, Стивен исемле малайҙар тәрбиәләнә. Версалия, Веселина, Витэль, Каталина, Кирьяна, Ларина, Мава, Милалика, Руана, Санти, Саяна, Уралия, Элия исемле ҡыҙҙар үҫә.
Ағымдағы йылда ғәҙәти булмаған исемгә йәки фамилияға күсеү осраҡтары теркәлмәгән.
“Башинформ” фотоһы.
Читайте нас