Йәмғиәт
27 Октябрь 2020, 09:01

Көн тәртибендәге иң мөһим мәсьәлә

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың демографик киләсәге нисек күҙаллана?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Башҡортостандың демографик киләсәге: замандың яңы талаптары” тигән парламент тыңлауҙары үткәрелеүе тураһында гәзиттә һәм сайтыбыҙҙа ҡыҫҡаса хәбәр иткәйнек инде. Донъя күләмендә ҡырҡыулана барған был проблема бөгөн бер илде лә, бер милләтте лә вайымһыҙ ҡалдырмай. Әлеге парламент тыңлауҙарында сығыш яһаған белгестәр ниндәй тәҡдимдәр бирҙе? Йәш ғаиләләрҙең матди хәлен яҡшыртыу ошо мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтерме? “Аҡсаны күберәк тотонған һайын, демография ла яҡшыра икән, тип күҙ алдына килтереү дөрөҫ түгел, – тигәйне республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров күптән түгелге кәңәшмәләрҙең береһендә. – Тыуымды арттырыу буйынса комплекслы саралар күрмәһәк, артабан да түбән тәгәрәйәсәкбеҙ”. Ә ниндәй саралар күрергә кәрәк һәм уларҙың йоғонтоло буласағын нисек күҙалларға?


Ике тапҡырға күберәк булыр инек


Төп докладтар менән республика парламентының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, мәғариф министры Айбулат Хажин, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова һәм башҡалар сығыш яһаны.


– Демография мәсьәләһе Рәсәй өсөн генә түгел, тотош донъя өсөн көнүҙәк. Европа һәм Төньяҡ Америка дәүләттәрендә ул айырыуса киҫкен. Уны хәл итеү буйынса универсаль сара табылмаған әлегә, ләкин беҙ уның менән шөғөлләнергә бурыслы, был өлкәлә ике йүнәлеш тәҡдим ителә – тәбиғи артымды күбәйтеү һәм уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыу, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев онлайн-тәртиптә яһаған инеш сығышында. – Халыҡтың йәш структураһы үҙгәрә – оло йәштәгеләр һаны арта, ә йәш ғаиләләр бала табырға ашыҡмай. Тәүҙә карьера эшләргә һәм “үҙең өсөн” йәшәргә ынтыла улар. Беҙ бөгөн ошо йүнәлештәге өҫтәмә саралар тураһындағы тәҡдимдәрҙе тыңлау өсөн йыйылдыҡ. Демография мәсьәләһенең башҡалар алдындағы өҫтөнлөгөн күҙ уңында тотоп, Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо йүнәлештәге хәлде яҡшыртыу буйынса тәғәйен бурыстар ҡуйҙы.


Был күрһәтмәләргә ярашлы, 2024 йылға илебеҙҙәге ғүмер оҙайлығын 78 йәшкәсә еткереү маҡсаты ҡуйыла. Демографияны яҡшыртыу буйынса ҙур күләмдәге норматив-хоҡуҡи акттар ҙа ҡабул ителде. Ул беренсе баланы табыуға йәки уллыҡҡа алыуға бәйле торлаҡ өсөн түләүҙе, икенсе бала өсөн әсәлек капиталы биреүҙе, өсөнсө һәм артабанғы бала тапҡан ғаиләләргә түләү өсөн төбәктәргә субсидия бүлеү һәм башҡа күп ярҙам сараларын үҙ эсенә ала. Был акттарҙың ғәмәлдә булыуы ла даими оҙайтыла килә. Шулар иҫәбендә “Демография” милли проекты ла тормошҡа ашырыла.


“Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи кәмеүе һуңғы бер нисә йыл дауамында күҙәтелә килә, – тине Константин Борисович. – Беҙ, Рәсәйҙең күпселек төбәктәре кеүек үк, халыҡтың кәмеүе, оло йәштәгеләрҙең артыуы һәм хеҙмәткә яраҡлы кешеләрҙең аҙайыуы стадияһына аяҡ баҫтыҡ. Был тыуым күрһәткесенә лә кире йоғонто яһай”.


Был мөһим мәсьәләне хәл итеү фәҡәт ҡануниәтте үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға ғына бәйләнмәгән, әлбиттә. Башҡортос­тандың төрлө муниципаль райондарында тыуым һәм халыҡтың тәбиғи йәки механик артыуы төрлөсә. Бының сәбәбе – район һәм ҡалаларҙың социаль-иҡтисади үҫеш кимәленең дә бер-береһенән ныҡ айырылыуы. Тимәк, иҡтисади шарттарға ла иғтибар кәметелмәҫкә тейеш.


Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һау­лыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе Римма Үтәшева Статистика мәғлүмәттәренә һыл­танып хәбәр итеүенсә, быйыл июндә Рәсәйҙә даими йәшәгән кеше һаны 146 миллион 602 мең тәшкил итте, йәғни 2019 йылдың 1 ғин­уарына ҡарата алынған иҫәп менән са­ғыш­тырғанда, ил халҡы 260 мең кешегә кәмегән. Ә был иһә уртаса бер ҡала халҡына тиң. Ошо күрһәткес – һуңғы 11 йыл эсендә иң юғарыһы. Быйыл тәүге ярты йылда 1 мил­лион 02 мең кеше тыуған, 1 мил­лион 93 меңе үлгән, алыҫтағы һәм яҡындағы сит илдәрҙән 123 меңдән ашыуыраҡ кеше күсеп килгән. Халыҡ һаны буйынса беҙҙең дәүләт – донъя илдәре араһында туғыҙынсы урында.


Тарихтан билдәле булыуынса, илебеҙ бер нисә ғәйәт ҙур демографик һәләкәт кисергән: революциялар, аслыҡ, граждандар һәм ике бөтә донъя һуғышы, репрессиялар – былар барыһы ла халыҡ һанына кире йоғонто яһаған. Ҡайһы бер эксперттарҙың баһалауына ҡарағанда, ошо һәләкәттәр арҡаһында илебеҙҙең демографик юғалтыуҙары 140-150 миллион кеше тәшкил итә. Был юғалтыуҙар булмаһа, Рәсәй халҡы (уның хәҙерге сиктәрендә) бөгөнгөнән ике тапҡырға күберәк булыр ине.


Йыл һайын – 700 мең аборт...


– Быйыл ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин төп иғтибарҙы демография проблемаларына йүнәлтте, – тине Римма Үтәшева. – Демография – йәмғиәттең бөгөнгө хәленең күрһәткесе ул. Рәсәй үтә ҡатмарлы демографик осорға инде, 2017 йылда халыҡтың тәбиғи һәм механик артыуы туҡтаны. Төп сәбәбе – тыуымдың кәмеүе һәм үлем һанының ҙур булыуы.


Римма Әмир ҡыҙы әйтеүенсә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2025 йылға Рәсәйҙең 11 миллион кешене юғалтыуы ихтимал. Тыуымдың аҙ булыуына ике сәбәп бар: йәмғиәттең аҙ балалы ғаиләләргә күсеүе һәм халыҡтың уртаса йәше ҡартайыуы.


“Бала табырға теләмәүгә ҡаршы көрәшеү ҡатмарлы һәм хатта мөмкин дә түгел, – ти Римма Үтәшева. – Йыл һайын Рәсәйҙә 700 меңдән ашыу аборт яһаталар. Уларҙың биштән бер өлөшө генә медицина күрһәткестәренә ярашлы эшләнә”.


Һуңғы һигеҙ йылда никахҡа ингән ҡыҙҙарҙың йәше артыуы ла күҙәтелә – ул бөгөн уртаса 29 йәшкә тура килә, шуға күрә Рәсәйҙә лә, башҡа илдәрҙә лә ҡатын-ҡыҙҙың беренсе балаға уҙыу йәше олоғайыу яғына табан үҙгәрә. Бындай шарттарҙа инде олоғая барған ҡатын-ҡыҙға бала табырға ярҙам итеү, яралғының тейешле сәләмәтлек кимәлендә булыуын тәьмин итеү медицинаға ла йылдан-йыл ауырғараҡ тура килә.


– Был осраҡта табиптар, бала табырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, киләсәк быуындың сәләмәт булып үҫеүен һәм артабан да сәләмәт сабыйҙар табырға һәләтле булыуын тәьмин итергә тейеш бит әле, ә был иһә еңел мәсьәлә түгел, – ти депутат.


Өс күрһәткескә таяна


Уның әйтеүенсә, был проблема халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға тығыҙ бәй­ләнгән. Ул өс күрһәткескә – демогра­фия­ға, мәшғүллеккә һәм халыҡтың килеменә – таяна. Был йүнәлештәге иң йоғонтоло саралар – балалары булған йәш ғаиләләргә ярҙам итеү, ғаиләнең ныҡлығын хәстәрләү. “Әммә демографик көрсөктө еңеү өсөн финанс инструменттары ғына етерлек түгел, – ти Римма Үтәшева. – Әгәр ҙә беҙ ҡатын-ҡыҙҙы әсә булыу менән бергә профессиональ белем алыу, уңышлы хеҙмәт эшмә­кәрлеге, карьера үҫеше менән тәьмин итә алмаһаҡ, тыуымдың артасағына өмөт итеп булмаясаҡ”.


Шулай ҙа матди яҡты ла һуңғы урынға ҡуйып булмай, әлбиттә. Римма Әмир ҡыҙы демографик хәлгә йоғонто яһаған бер нисә шартҡа иғтибарҙы йүнәлтте:


Беренсеһе – йәш ғаиләләргә ярҙам. Дәүләт берҙәм ғаилә сәйәсәте алып бара, ташламалар һәм пособиеларға даими индексация яһала. Ғаиләләргә бер тапҡыр күрһәтелә торған ярҙам акциялары ла бар. Бынан тыш, һәр ғаиләнең хәленә ҡарап, йәғни персональ ярҙам төрҙәре лә уңышлы эшләй. Әммә был ярҙам ғаиләнең ниндәй кимәлдә мохтаж булыуына ҡарап түгел, ә дәүләттең финанс мөмкинлектәренән сығып эшләнә.


Икенсе төрлө әйткәндә, дәүләт балалар, оло йәштәгеләр, инвалидтар тураһында хәстәрлек күрергә бурыслы, ә ҡалғандар өсөн үҙҙәренең һәләтен һәм белемен йәмғиәт мәнфәғәттәрендә ҡулланырлыҡ мөхит тыуҙырылырға тейеш. Әйтәйек, хеҙмәт баҙарын көйләү, торлаҡ һатып алыу өсөн ташламалы проценттар менән кредит биреү һәм башҡалар. Ә был кредитты кире ҡайтарыу шарттары ғаиләлә нисә бала тыуыуына ҡарап билдәләнергә, йәғни балалар һаны артҡан һайын, кредитты өлөшләп һыҙып ташлау ҙа барырға тейеш. ЗАГС органдарында никахҡа ғариза биргәндә анкета үткәреү ҙә маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, был йәш ғаиләләрҙең мохтажлығы буйынса аныҡ статистика булдырырға ярҙам итер ине.


Икенсеһе – студенттар ғаиләһе. Бала табыу өсөн иң репродуктив ваҡыт – 21-23 йәш. Ә был йәштәрҙең һөнәри белем алған осорона тура килә. “Ятаҡта йәш ғаилә урын алыр ҙа, бәлки, әммә төп ярҙам һәм иғтибар бала тапҡан йәш әсәгә йүнәлтелергә тейеш, уға уҡыуҙа һәм артабан эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ кәрәк”, – ти Римма Үтәшева.


Уның әйтеүенсә, Калининград өлкәһендә “Студент ғаиләһе” тигән проект тормошҡа ашырыла икән: бала тыуғас, йәш ғаиләгә 300 мең һум матди ярҙам күрһәтелә. Был ярҙам йәш ата менән әсә уҡыуҙы тамамлағас та өс йыл дауам итә әле, ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һәм фатирҙы ремонтлауға сығымдарҙы раҫлаған документтар буйынса бирелә.


Өсөнсө мәсьәлә – өсөнсө бала тыуҙырыуҙы дәртләндереү. Хәҙерге шарттарҙа ғаиләлә өсөнсө бала тыуыуы ғына халыҡтың минималь кимәлдә булһа ла тәбиғи артымына килтерәсәк. Өс һәм унан да ашыу бала тәрбиәләгән, йәғни күп балалы булып иҫәпләнгән ғаиләләр – Башҡортостанда бөтә ғаиләләрҙең дүрт процентын, Рәсәй буйынса 3,7 процентын тәшкил итә.
Социологик һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, йәш ғаиләләрҙең 32 проценты өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләргә теләр ине, әммә шундай шарт менән: дәүләт һәр яҡлап ярҙам күрһәтһә генә.


Күпселек төбәктәр беренсе генә түгел, икенсе бала тыуғанда ла матди ярҙам ойоштора. Мәҫәлән, Воронеж өлкәһендә өсөнсө һәм артабанғы бала тыуғанда 150-шәр мең һум әсәлек капиталы тапшырыла. Бынан тыш, ошо төбәктә икенсе бала тапҡан һәм 28 йәше тулмаған әсәгә бер тапҡыр 200 мең һум бирелә.


Дүртенсеһе – мәшғүллек һәм халыҡ­тың килеме. Тәүге сиратта халыҡтың иҡти­сади яҡтан әүҙем булған өлөшөнөң фәҡирлеген бөтөрөү талап ителә. Бының өсөн күп балалы йәш атайҙарға ғаиләһен тейешле кимәлдә тәьмин итерлек эш бирергә кәрәк.


– Быйыл 20 сентябрҙә сенаторҙар алдында сығыш яһағанда Рәсәй Президенты Владимир Путин фәҡирлекте еңеү өсөн социаль контракт төҙөүҙе ғәмәлгә индерергә тәҡдим итте, – ти Римма Әмир ҡыҙы. – Киләһе йылдан башлап уны бөтә ил буйынса тормошҡа ашыра башлаясаҡтар. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан төбәктәргә 26 миллиард һум бүленәсәк. Ошо сумма йәш ғаиләгә үҙенең һөнәри квалификацияһын камиллаштырырға, яңы профессия алырға, бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеһын асыр­ға ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Тө­бәктәрҙәге был маҡсатлы эштең һөҙөмтәһе контракттар һанына ҡарап түгел, ә фәҡирлектең кәмеүенән сығып баһаланасаҡ.


Бишенсеһе – халыҡты күпләп юғалтыуға юл ҡуймау. Тышҡы сәбәптәр буйынса үлем һаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәмемәй. Был сәбәптәр, билдәле булыуынса, юл-транспорт ваҡиғаларына, эскелеккә, тәмәке тартыуға, предприятиеларҙағы бәхетһеҙлек осраҡтарына, кеше үлтереүгә, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға, ағыуланыуға ҡайтып ҡала. Бында иң аяныслыһы шул: фажиғәле хәлдәр, нигеҙҙә, кеше ғүмеренең хеҙмәткә яраҡлы осорона тура килә. Шул арҡала айырыуса ирҙәр һаны тиҙ кәмей, һөҙөмтәлә Рәсәйҙә ир-аттың уртаса ғүмер оҙайлығы ҡатын-ҡыҙҙан ун йылға түбәнерәк: тәүгеләр өсөн был күрһәткес – 65,7 йәшкә һәм гүзәл заттыҡы 76,6 йәшкә тиң.


– Әгәр ҙә тыуымдың артыуына өлгәшеү ҡатмарлы бурыс булһа, ғүмеребеҙҙе кәметмәү үҙебеҙгә бәйле, – ти депутат.


Оло йәштәгеләр арта


Миграция ағымы ла һуңғы йылдарҙа халыҡтың кәмеүен туҡтата алмай башланы. Шулай ҙа демографияға ҡағылышлы һандар араһында өмөт уятҡандары ла бар. Мәҫәлән, уртаса ғүмер оҙайлығы илебеҙҙә аҡрынлап булһа ла күтәрелә башланы. Һөҙөмтәлә оло йәштәгеләр һаны арта. Рәсәйҙәге халыҡтың 40 миллионы, ә Башҡортостанда миллиондан ашыу кеше, йәғни республикала йәшәгәндәрҙең сирек өлөшө – пенсия йәшендә. Ә 2025 йылға пенсионерҙар Рәсәй халҡының өстән бер өлөшөн тәшкил итер тип көтөлә, шуға күрә оло йәштәге кешеләрҙең тормош сифаты ла иғтибар үҙәгенә сығырға тейеш. Был ярҙам үҙен-үҙе хеҙмәтләндерә алмаған ҡарттарҙы тәрбиәләү, теләгән һәр оло йәштәге кешегә эшкә урынлашыу, яңы йәки өҫтәмә һөнәргә эйә булыу, компьютер грамоталылығына өйрәтеү, пенсионерҙарға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү һәм башҡа сараларға ҡайтып ҡала.


Бөгөн уларҙың ҡайһы берҙәре Рәсәйҙә тормошҡа ашырыла башланы. Мәҫәлән, ил Хөкүмәте ҡарары менән оло йәштәгеләр өсөн медицина профилактикаһы һәм реабилитация сараларын үҙ эсенә алған “60+” тигән проект бара.


– Шуны хәтерегеҙгә төшөрәм, – тине Римма Үтәшева, парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп. – Республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров 2024 йылға Башҡортостан халҡын кәмендә 4 миллион 100 мең кешегә еткереү бурысын ҡуйҙы. Күберәк булһа ла мөмкин, аҙыраҡ – ярамай. Шүл йүнәлештә әүҙем эшләү талап ителә.


Тәлмәрйен һикереп сыға алырмы?


– Бөгөн демография проблемаһын тикшерергә йыйылыуыбыҙ өсөн шатмын, сөнки көн тәртибендәге бөтә мәсьәләләр араһында улар – иң мөһимдәре, – тине Ленара Иванова. – Мин хәлде ҡайнар һыуға эләккән тәлмәрйен менән сағыштырыр инем: ул был һауыттан күҙ асып йомғансы һикереп сығасаҡ, ә бына уны һалҡын һыуға һалып утта ҡыҙҙырырға ҡуйһаң, тәлмәрйен һыуҙың аҡрынлап эҫей башлағанын һиҙмәйәсәк һәм тереләй бешеп үләсәк. Демография ла шулай – ул беҙгә һиҙҙермәйенсә генә насарая бара һәм, был мәсьәләгә иғтибарҙы юғалтһаҡ, уның эҙемтәһе ҡот осҡос булыуы мөмкин, шуға күрә уның менән көн һайын, сәғәт һайын һәм үтә етди кимәлдә шөғөлләнергә кәрәк.


Вице-премьер әйтеүенсә, демографияға контроль комплекслы күрһәткестәрҙе үҙ эсенә алырға бурыслы. Улар араһында тыуым, никах һәм айырылышыу һаны, ғүмер оҙайлылығы, үлем, халыҡ һаны һәм уның составы, миграция барышы һәм башҡалар бар. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019 йылда тыуым менән үлем һаны араһындағы айырма минус 7 200 кеше тәшкил иткән. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин һеҙгә шундай мәғлүмәт тә еткерергә мәжбүрмен – быйылғы йыл һөҙөмтәләре буйынса был айырманың минус 10 мең самаһы булыуы көтөлә”, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.


Тыуым күрһәткестәренә килгәндә, былтыр 41 776 сабый донъяға килгән, йәғни алдағы йыл менән сағыштырғанда биш меңгә аҙыраҡ. Айырыуса ғаиләлә беренсе бала тыуыу осраҡтарының кәмеүе хафаға һала.


Төбәктәге демографик күрһәткестәргә миграция хәрәкәте лә йоғонто яһай. Былтыр республиканан китеүселәр, беҙгә килгәндәр менән сағыштырғанда биш мең кешегә күберәк булған.


– Шулай ҙа был күрһәткес буйынса, Римма Әмир ҡыҙы әйтеп үткәнсә, ыңғай яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә: сит тарафтарға китеүселәр һаны, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 40 процентҡа кәмегән, – тип ҡабатланы вице-премьер.


Тыуымды йәш төркөмдәре һәм йәшәү урындары буйынса анализлау шуны асыҡлаған: яңы тыуған сабыйҙарҙың 53 проценты Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларына, Туймазы, Өфө, Белорет райондарына тура килә.


Ике һәм унан да күберәк бала табыуҙы маҡсат итеп ҡуйған ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡалала йәшәгәндәр ауылдағыларға ҡарағанда 1,7 тапҡырға түбәнерәк. Шуныһы ла асыҡланған: ҡалалағы ҡатын-ҡыҙҙарҙа ике һәм унан да күберәк бала табырға хыялланғандар ауылдағыға ҡарағанда күберәк, тик был хыял ғәмәлгә ашмай ҡала. Ауылдағы йәш ғаиләләр араһында иһә был теләк менән уны тормошҡа ашырыу һандары тап килә. Тимәк, балалар һанын арттырыу буйынса ҡалала әлегәсә файҙаланылмаған ҙур резерв һаҡлана.


Ленара Иванова әйтеүенсә, демография проблемаһын хәл итеү буйынса күрелгән саралар – балалар пособиеһы түләү һәм башҡалар – был маҡсатҡа өлгәшеүҙе 40 процент самаһына ғына хәл итә. Ҡалған 60 проценты аҡсаға бәйле түгел. Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү буйынса фонд (ФОМ) үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәш ғаиләләрҙең 67 проценты балалар һанын әлегенән күберәк булыуын теләр ине.


– Шулай ҙа проблеманы хәл итеүҙә төп урынды ғаиләнең килеме алып тора, тигән фекер менән килешәм, бында бәхәсләшергә урын да юҡ, – ти Ленара Хәкимова. – Үҙенең белеменә һәм квалификацияһына ярашлы эшкә урынлашмаған егет, әлбиттә, ғаилә ҡороу тураһында уйлап та ҡарамаясаҡ. Ярай, ғаилә ҡорҙолар ҙа ти, ул саҡта сираттағы проблема тыуа – торлаҡ мәсьәләһен нисек хәл итергә? Бөтә күренештең нигеҙендә иҡтисад ятҡанлығын инҡар итеүсе юҡтыр, моғайын.


Йәштәрҙең ситкә китеүе, йәғни миграция проблемаһы ла шунан килеп сыға бит. Шулай ҙа аҡса бөтәһен дә хәл итә, тип раҫларға тырышыусы ла табылмаҫ, тип уйлайым. Халыҡтың репродуктив һаулығы һәм медицина ярҙамын ваҡытында алыу мөмкинлеге әле беҙ тикшергән проблеманы хәл итеүҙә төп йүнәлештәр булып тора.


Вице-премьерҙың сығышы парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар араһында иң дауамлыһы булғандыр, моғайын. Ғаилә сәйәсәтен алып барыуға махсуслашҡан дәүләт органы етәксеһенә һорауҙар ҙа күп булды. Бер депутат, мәҫәлән: “Ни өсөн демографик проблеманы хәл итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙар буйынса ғына анализ яһала? Ниңә егеттәр ғаилә ҡороуҙы кисектерә? Улар ғаиләһенең нисә балалы булыуын теләр ине? Был ҙур проблеманы хәл итеүҙә ирҙәр яғынан ниндәй тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр бар?” – тип һорағас, Ленара Хәким ҡыҙы: “Был турала статистика юҡ”, – тине.


Уларҙың төп бурысы – түлһеҙлекте дауалау


– Объектив сәбәптәр буйынса тыуымдың кәмеүе табиптарҙа ла ҙур борсолоу тыуҙыра, – тине сығышында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Беҙҙең министрлыҡ түлһеҙлекте дауалау, аборттар һанын һәм яңы тыуған сабыйҙар үлемен кәметеү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашыра. Был йүнәлештә беҙ Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, шулай уҡ башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволар менән берлектә эш итәбеҙ. Башҡортостанда акушерлыҡ хеҙмәте күрһәтеү буйынса өс кимәлдәге ярҙам ойошторолдо: стационар акушерлыҡ ярҙамы менән беҙҙең перинаталь үҙәк шөғөлләнә, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының акушерлыҡ корпусы, медицина университеты клиникаһы ла ошо эшкә йәлеп ителгән.


Министр әйтеүенсә, әлеге мәлдә ауырлы ҡатындарҙы эвакуациялау мәсьәләһе тулыһынса хәл ителмәгән. Былтыр уҡ ошо тәңгәлдә ҡайһы бер ҡарарҙар ҡабул ителгән. Урал аръяғы райондарына тейешле ярҙам ваҡытында килеп етә алһын өсөн, Белорет һәм Сибайҙағы дауаханаларҙа ла перинаталь бүлексәләр булдырылған. Бөгөн ауырлы ҡатындар өсөн койкалар һаны ла етмәй һәм министрлыҡ был проблеманы тиҙ арала хәл итергә вәғәҙәләй.


Башҡортостанда бала табыу йорттары­ның һәм перинаталь үҙәктәрҙең кадрҙар менән тәьмин ителеше Рәсәй буйынса уртаса кимәлгә тура килә: һәр 10 мең ҡатын-ҡыҙға – 4,4 табип һәм шәфҡәт туташы.


Максим Забелиндың сығышынан күренеүенсә, министрлыҡ аборттар һанын кәметеү йүнәлешендә лә даими эш алып бара. Бының өсөн ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияға саҡырыла, диспансер күҙәтеүенә ҡуйыла, аборт яһатырға ниәтләнгән ҡатын-ҡыҙға аңлатыу алып барыу өсөн квалификациялы табиптар беркетелә.


– “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өсөн төп хәстәрлек – ул түлһеҙ парҙар менән эш итеү, – тине министр. – Башҡортостанда ошо категория граждандар өсөн диагностика һәм дауалау ярҙамы тейешенсә ойошторолған. Республика медицина-диагностика үҙәгенең ярҙамсы технологиялар базаһында ошондай проблемаһы булған пациенттар өсөн ҡабул итеү бара. Быйыл республика ҡаҙнаһы иҫәбенә экстракорпораль аталандыру (ЭКО) өсөн өҫтәмә рәүештә 500 һәм эмбрионға криоперенос үткәреү өсөн 350 квота бүленгән. Былтыр ЭКО буйынса 2025 процедура үткәрелгән һәм һөҙөмтәлә 588 ҡатын әсә булыу бәхетенә өлгәшкән, йәғни был процедураларҙың йоғонтололоҡ кимәле – 29 процент. Максим Забелин әйтеүенсә, балаһыҙ парҙар һаны йыл һайын 1,5 процентҡа арта бара. “Демографик проблеманы тағы ла нығыраҡ ҡырҡыулатып ебәргән пандемия осоронда был парҙар потенциаль демографик резерв булып тора”, – ти министр.


Юғары технологик ысулдарҙы ҡулланыу – түлһеҙлеккә ҡаршы көрәштә төп юл. Быйыл финанслауҙы арттырыу ЭКО эшләтеүҙе көтөү ваҡытын ике йылдан 9-10 айға тиклем кәметеү мөмкинлеге биргән, әммә сират ҙур ғына: быйыл 1 сентябргә ҡарата республикала 1202 ҡатын-ҡыҙ ошо процедураны көтә ине. Етмәһә, быйылға квоталар бирелеп бөткән. Тимәк, әлеге сират ЭКО программаһын 2021 йылда ғына ала башлаясаҡ. Министр, был процедураны алыуға сиратты кәметеүҙә республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә финанслау ғына ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй.


Иғтибар ҙа, ярҙам да арта бара


Башҡортостан етәкселеге демографик проблемаларҙы хәл итеүгә ҙур иғтибар бирә, беҙҙә йәш һәм күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса күп кенә документтар ҡабул ителгән. Халыҡтың тәбиғи күсенеүе һәм миграция мәсьәләләре лә йыш ҡарала. Былтыр “Бала табыу сертификаты” программаһы нигеҙендә Рәсәй Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларына, бала табыу йорттарына, балалар поликлиникаларына 462,3 миллион һум аҡса түләгән. Был сумма ошо учреждениеларға ҡатын-ҡыҙҙарға ауырлы осорҙа күрһәтелгән сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн тапшырылған.


“Демография” милли проекты ошо проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән программа документтары араһында тәүгеһе түгел. Әле 2001 йылда уҡ илебеҙҙә “Рәсәй Федерацияһының 2015 йылға тиклемге демографик үҫеш концепцияһы” ҡабул ителгәйне. Документта илебеҙҙәге демографик хәлдең насарая барыуы тураһында әйтелгәйне һәм демографик сәйәсәттең бурыстары билдәләнгәйне. Уны ҡулланыу тәжрибәһен, дөрөҫөрәге – хаталар һәм йоғонтололоҡто – иҫәпкә алып, 2007 йылда “Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклемге демографик үҫеш концепцияһы” үҙ эшен башланы. Ул демографик проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән тотош саралар комплексын үҙ эсенә ала.


Демография мәсьәләһе бөтә донъялағы бихисап проблемалар араһында иң мөһимелер, моғайын, сөнки киләсәк быуындарҙың булыу-булмауы хәл ителгәндә ҡалғандарын тикшереү артҡы планға күсә. Шуны иҫәпкә алып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һаулыҡ һаҡлау һәм демография буйынса ҡануниәттең үтәлеше буйынса эш төркөмө ойошторолғайны һәм уның ултырыштарында ҡабул ителгән ҡарарҙар, күрелгән саралар, был өлкәләге ҡануниәттең камиллаша барыуы тураһында беҙҙең гәзит бер нисә тапҡыр яҙып сыҡты инде һәм был проблема артабан да даими яҡтыртыла барасаҡ.



Читайте нас