Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2020, 19:30

Ни эшләйһегеҙ һеҙ, кешеләр?

Тереләй яндырырға теләпме...

Супермаркетта һатыусы булып эшләгән 36 йәшлек ҡатын башҡа һыймаҫлыҡ ҡылыҡ ҡылған...

25 октябрҙә Нефтекамала күп фатирлы йорттарҙың береһендә булған ҡурҡыныс был ваҡиға. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул төндә 36 йәшлек һатыусы ҡатын менән 48 йәшлек ир араһында низағ ҡуба.

Уларҙың юлы күп фатирлы йорттоң подъезында киҫешә, ваҡиға ла шунда уҡ була: ярһыған ҡатын шешәләге бензин менән ирҙе ҡойондора ла ут төртә.

Һөҙөмтәлә зыян күреүсенең тәне ныҡ бешә. Уны ҡала дауаханаһына алып китәләр, ә ҡатынды - полиция бүлегенә. Әммә ғәйепләнеүсе күрһәтмә биреүҙән баш тарта. Әле уға яза төрө - һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе ҡарала. Был ваҡиға буйынса - күрәләтә кеше ғүмеренә хәүеф менән янаған өсөн - енәйәт эше асылған.

Фото: popgun.ru
Читайте нас: