Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, коронавирус йоҡтороу осраҡтары арта. Был мәсьәлә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең көнүҙәк темаһы булды. Әйткәндәй, был юлы ул онлайн тәртибендә үтте.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, үткән тәүлектә яңы инфекция йәнә 83 кешелә асыҡланған. Дауаханаларҙа ауыр һәм уртаса хәлдә 189 кеше дауалана. Үткән аҙнала 800-ҙән ашыу пациент һауығып, өйөнә ҡайтҡан. Республика дауаханаларында йоғошло ауырыуҙар менән сирләгәндәр өсөн 4680 урын әҙерләнгән, уларҙың 3800-ө буш түгел.
Прививкаларға килгәндә, гриптан уны 1256778 кеше эшләткән. Был – республика халҡының 31 проценты. Ковид-госпиталдең “ҡыҙыл зонаһында” эшләгән 42 табипҡа коронавирустан прививка яһалған.
Әлеге ваҡытта республикала ОРВИ менән сирләү осраҡтары арта. Шул уҡ ваҡытта киҙеү тейгән бер кеше лә теркәлмәгән. Был йәһәттән сирләү кимәле эпидемиологик кимәлдән түбәнерәк.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы киҫкен район һәм ҡалаларҙа диспансерлаштырыуҙы, профилактик тикшереүҙәрҙе ваҡытлыса кисектереп торорға тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы был ҡарарҙы хупланы.
– Диспансерлаштырыу, әлбиттә, мөһим. Тик әлеге ваҡытта табиптарҙың күпселеге коронавирусты дауалау менән мәшғүл. Шуға күрә муниципалитеттар үҙҙәре ҡарар ҡабул итһен, – тине ул.
Әлегә диспансерлаштырыу менән профилактик тикшереүҙәрҙе 16 ноябргә тиклем туҡтатып торорға планлаштыралар. Бынан тыш, Радий Хәбиров ҡайһы бер категория кешеләрҙе ҡурсаланыу режимына күсерергә тәҡдим итте.
– Беҙ коронавирустан үлгән осраҡтарҙы анализланыҡ. Сирҙе өлкәндәр һәм хроник ауырыуҙары булған кешеләр ауыр үткәрә. Был йәһәттән тәҡдимдәр әҙерләгеҙ. Бәлки, уларҙы тулы ҡурсаланыу режимына күсерергә тура килер, – тине төбәк етәксеһе.
Әгәр был категория граждандары мотлаҡ өйҙә ултырасаҡ тигән ҡарар ҡабул ителһә, улар өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм башҡаһы, тине Радий Фәрит улы. Был мәсьәлә ошо арала хәл ителергә тейеш.
Медицина инспекторҙары эш башланы
Билдәле булыуынса, Башҡортостандың предприятие һәм ойошмаларында медицина инспекторҙары эш башланы. Был хеҙмәткәрҙәр эш урындарында санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе контролдә тоторға тейеш.
Антиковид инспекторҙары көн һайын эшселәрҙең тән температураһын үлсәй, битлек режимын үтәүҙе тикшерә һәм башҡа профилактик сараларҙы башҡара. Башҡортостан дәүләт медицина университеты белгестәрҙе өйрәтеү өсөн махсус курс әҙерләгән.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары Ринат Бәширов белдереүенсә, бөгөн республикала 4771 инспектор билдәләнгән. Уларҙың 122-һе – муниципаль берәмектәр хакимиәтендә, 72-һе – власть органдарында һәм 4573-ө – ведомстволарға ҡараған учреждениеларҙа. Үткән аҙна дауамында бындай инспекторҙар бик күп ҙур предприятиеларҙа ла тәғәйенләнгән. 22 октябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, сәнәғәт предприятиеларында 292 инспектор эшләй. Бынан тыш, инспекторҙар ҙур сауҙа селтәрҙәрендә һәм сауҙа үҙәктәрендә лә бар.
Үткән аҙнала Башҡортостан юлдарында 80 авария теркәлгән. Уларҙа 14 кеше һәләк булған, 107-һе йәрәхәтләнгән. Былтыр юлдарҙа ошо ваҡытта 370 кеше һәләк булһа, быйыл күрһәткестәр насарыраҡ – 377 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Ағымдағы йылдың туғыҙ айы эсендә йәйәүлеләрҙе тапау осраҡтары 22 процентҡа артҡан. Был турала республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев еткерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был һандар менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.
– Былтыр беҙ был йәһәттән бик яҡшы эшләгәйнек. Юл-транспорт фажиғәләрендә кешеләрҙе юғалтыу һаны буйынса Волга буйы федераль округында иң түбән күрһәткестәр беҙҙә булды. Ә быйыл хәлдәр хөртәйгәндән-хөртәйә. Беҙ был үлемесле аварияларҙың ҡайһы ерҙә булғанын, сәбәптәрен беләбеҙ. Тимәк, унда йә тамға юҡ, йә иҫкәрткән билдәләр ҡуйылмаған. Был турала күпме һөйләйбеҙ, күпме эштәр башҡарабыҙ. Ошоға тиклем булмағанса камералар, юл билдәләре ҡуйҙыҡ. Ни эшләп һөҙөмтә юҡ һуң ул? – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе министрлыҡҡа юлдарҙа кешеләрҙең һәләк булыуын кәметергә, мөмкин булған бар сараларҙы күрергә ҡушты. Шулай уҡ ул министрҙы шелтәләне.
– Мин һеҙҙең эшегеҙҙән ҡәнәғәт түгелмен. Йөкләмә биргәнмен, ә һеҙ эшләп еткермәйһегеҙ. Бөтә яуаплы кешеләрҙе күтәрегеҙ, урындарға сығығыҙ, кәрәк булһа, үҙегеҙ таяҡ күтәреп тороғоҙ. Тик был бәләне туҡтатырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Оператив кәңәшмәлә легаль булмаған алкоголь әйләнешенә ҡаршы көрәш тураһында һүҙ булды. Ағымдағы йылдың туғыҙ айы эсендә әйләнештән 56 мең литр законһыҙ алкоголь һәм спиртлы тауар тартып алынған. Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Бөрө ҡалаларында алты йәшерен цех юҡҡа сығарылған. Был турала Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу идаралығының бүлек начальнигы Роберт Мөрсәлимов һөйләне.
Был өлкәләге енәйәттәрҙе башлыса ваҡлап һатыу предприятиелары һәм шәхси кешеләр башҡара. Улар башҡа төбәктәрҙән индерелгән арзан суррогат тауарҙы һата.
– Тикшереү материалдары буйынса 142 енәйәт эше ҡуҙғатылған. 125 эш судҡа йүнәлтелде. 72 кеше енәйәт яуаплылығына тарттырылды, – тине ул. – Вәкәләтле кешеләргә 5,3 миллион һумлыҡ штраф һалынды.
Башҡортостан Башлығы легаль булмаған спиртлы тауар һатыусылар тураһындағы мәғлүмәтте хәбәр иткән кешеләргә премия бирергә тәҡдим итте.
– Әлеге ваҡытта был тема буйынса хәлдәр нисек икәнлеген аңларға кәрәк. Хәтерләйһегеҙме, ике йыл элек бының менән шөғөлләнә генә башлаған саҡта Әбйәлил районына сығып ниндәй көрәш башлағайныҡ. Хәҙер тағы иғтибарлап ҡарарға кәрәк: тағы берәй районда улар баш күтәрә башламағанмы? Әгәр бар икән, тулы кимәлдә таҙартыу үткәрергә кәрәк. Кешеләргә ағыу һатҡандар менән көрәш ҡаты булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, бутлегерҙар менән көрәшкән саҡта әхлаҡи, тотоп тороусы факторҙар булырға тейеш түгел. Һәм бындай һатыусылар тураһында мәғлүмәт биргән кешеләргә премия түләргә кәрәк.
– Әйҙә “Башспирт” үҙ исеменән премия иғлан итһен. Ҡайҙа һәм кем ағыу һатҡанын әйтәһең икән – премия. Элек бындай практика бар ине, уны тергеҙергә кәрәк. Был зарар менән көрәшкән саҡта әхлаҡи принциптар тураһында уйларға кәрәкмәй. Уларҙы юҡҡа сығарыу кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы.
Ә, дөйөм алғанда, республикала суррогат алкоголдән ағыуланыу осраҡтары кәмегән. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев белдереүенсә, 2018 йылда 211 кеше һәләк булһа, 2019 йылда – 99. Быйыл иһә һигеҙ ай эсендә 42 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Кәңәшмәлә күңелле яңылыҡ еткерелде – файҙаланыуға торлаҡ тапшырыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә бишенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды яулай. Был турала төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев әйтте.
Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостан төҙөүселәре файҙаланыуға 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырған. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 9,6 процентҡа күберәк. Дөйөм ил буйынса алғанда, туғыҙ ай эсендә 47,8 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырылған, был былтырғы менән сағыштырғанда ике процентҡа әҙерәк. 2024 йылға “Торлаҡ” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, республика йылына 3,7 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырырға тейеш.
Башҡортостан “Стимул” федераль программаһында әүҙем ҡатнаша. Уның маҡсаты – торлаҡ төҙөүгә яңы биҫтәләрҙә юлдар һалыу, инженер селтәре һәм социаль объекттар булдырыуға булышлыҡ итеү. Илдең Төҙөлөш министрлығына дөйөм суммаһы 12,5 миллиард һумлыҡ 13 торлаҡ проектына 40-тан ашыу инженер, транспорт һәм социаль инфраструктураһы төҙөүҙе программаға индереүҙе һорап заявка ебәрәлгән. Төҙөлөш инфраструктураһында федераль ярҙам өҫтәлеүе дөйөм күләмде арттырасаҡ һәм объекттарҙың сифатын яҡшыртасаҡ. Мәҫәлән, әлеге ваҡыттағы иң ҙур проекттарҙың береһе – “Забелье” биҫтәһен тормошҡа ашырыу 2024 йылға 2,4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеге бирәсәк.
Башҡортостан Башлығы төҙөүселәргә һөҙөмтәле эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Төҙөлөш тармағындағы динамика насар түгел. Беҙ илдә бишенсе урында, – тине Радий Хәбиров. – Төҙөлөшкә һалынған бер һум ун тапҡырға ҡабатлана һәм быларҙың бөтәһе лә иҡтисадҡа китә.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе был аҙнала яңы барлыҡҡа килгән Ҡала төҙөлөшө советының беренсе ултырышын үткәрергә ҡушты.
– Ҡала төҙөлөшө советының маҡсаты – ҡалаларҙа торлаҡ төҙөүҙе тәртипкә килтереү һәм төҙөүселәргә ярҙам итеү, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ төҙөүселәр өсөн ауырлыҡ булдырмайбыҙ, киреһенсә, уларға бюрократик процедураларҙы кәметеү һәм, мәҫәлән, ер бүлеүгә бәйле мәсьәләләрҙе тиҙләтеүҙә ярҙам итәсәкбеҙ. Тик төҙөүсенең социаль яуаплы булыуы шарт. Ҡала төҙөлөшө советы сиктәрендә был балансҡа килербеҙ тип уйлайым.