Йәмғиәт
28 Октябрь 2020, 11:45

Артур Зарипов яңы вазифаға тәғәйенләнде

Ул әлегә тиклем хакимиәт башлығы урынбаҫары булып эшләгән.

Бишбүләк район Советы ҡарары менән Артур Зарипов район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Ул әлегә тиклем хакимиәт башлығы урынбаҫары булып эшләгән.
Районға 1999 йылдан етәкселек иткән Наил Ғатауллин үҙ теләге менән вазифаһынан китте. Район Советы ултырышында ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин уға намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм I дәрәжә “Республика алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденын тапшырҙы.
Фото: bash.news
Читайте нас