Йылайыр районының Йылайыр ауылынан серле рәүештә юғалған 1979 йылғы Ҡолһарин Рафиҡ Ғилман улын эҙләйҙәр. Ғаиләле, дүрт бала атаһы.
Ул 24 октябрҙә өйөнән билдәһеҙ йүнәлештә сыҡҡан да кире ҡайтмаған. Уны эҙләүгә "Лиза Алерт" отряды ирекмәндәре ҡушылған, туғандары мәғлүмәтте таратыуҙа ярҙам һорай.
Билдәләре: буйы 170 см, уртаса кәүҙәле, сәсе һоро, күҙҙәре ҡара-һоро төҫтә.
Өйҙән сыҡҡанда өҫтөнә йылы йәшел камуфляж жилет, шундай уҡ куртка, ҡара күк төҫтәге трико, башына ҡара шапка кейгән, аяғында - ҡара йылы кәлүш.
Уның тураһында ниндәй булһа ла мәғлүмәт белһәгеҙ, 88007005452 йәки 112 һандарына шылтыратыуығыҙҙы үтенәләр.