Йәмғиәт
28 Октябрь 2020, 06:00

Был ирекмәндәрҙең "ҡанаты" бар

Стәрлетамаҡ ирекмәндәре һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер.

“Ауыл советтары ҡанаттары” проекты Стәрлетамаҡ районында Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла (гранттың суммаһы - 448 489 һум). Проекттың маҡсаты – Стәрлетамаҡ районының һәр бер ауыл советында ирекмәндәр отрядтарын булдырыу. Уларҙың эшмәкәрлек йүнәлеше өлкән йәштәге, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ауыр тормош шарттарында ҡалған кешеләргә ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала. Проекттың авторы район Мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары Юлиә Кәримова менән Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы белгесе Миләүшә Шәрипова.
Проект сиктәрендә район ирекмәндәре штабы әүҙемселәре һәм ауыл биләмәләре ҡарамағындағы ирекмән отрядтары кураторҙары онлайн-уҡыу үткән. Республика ирекмәнлек ресурс үҙәге директоры Илшат Бикҡолов, Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәте рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Прокофьев, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара форумдарҙа ҡатнашыусы ирекмән Валерия Андруша сығыш яһаған.
Проектта мохтаж кешеләргә ярҙамға килергә әҙер булған райондың әүҙем халҡы ҡатнаша. Башта “Ауыл советтары ҡанаттары” ирекмәндәр отрядының иң яҡшы эмблемаһына конкурс үткән. Еңеүсе булып талантлы һәм әүҙем Рүзилә Ҡадирова табылған. Ул Стәрлетамаҡ районы ирекмәндәре слетында график планшет менән бүләкләнәсәк.
– Әлеге ваҡытта ирекмәндәр 65 йәштән өлкән кешеләргә, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә һәм хәүеф төркөмөндәге кешеләргә шылтырата башланы. Әүҙемселәрҙең бурысы – коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы тураһында һөйләргә, кешеләрҙең һаулығын белешеү һәм уларға ярҙам тәҡдим итеү. Беҙ әүҙем команда булдырҙыҡ, улар ихлас эш башланы. Унда 18-ҙән 60 йәшкә тиклемге кешеләр инә. Улар уҡыу үтте һәм сертификаттар алды. Инструктаж үткәрҙек, уларҙы кеше менән аралашырға һәм үҙҙәрен хәүефтән һаҡларға өйрәттек, – тине проекттың авторы, Йәштәр хөкүмәтенең мәҙәниәт министры Миләүшә Шәрипова.
Проект менән бергә “Беләһеңме, мин яныңда!” акцияһы үтә. Акцияла ҡатнашыусылар йәмәғәт урындарында һәм район урамдарында буклеттар тарата. Унда ирекмәндәр эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бар һәм бәйләнеш өсөн телефондар бирелгән.
Проект һуңында иң әүҙем ҡатнашыусылар һәм райондың ауыл советтары ирекмән отрядтары асыҡланасаҡ. Һәр ирекмән үҙенең ирекмән кенәгәһен аласаҡ. Кешегә улар тураһында мәғлүмәт еткереү өсөн социаль селтәрҙә лә әүҙем эш алып барыла. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уларҙың төркөмө бар: https://vk.com/club102462686.
Читайте нас