...Зәкиә әбейем (беҙҙең яҡта инәйҙе шулай тиҙәр) – инәйемдең (әсәйемдең) ике туған апаһы, арҙаҡлы дин әһеле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың шәкерте, Троицкийҙа белем алған, Учалы төбәгендә дан тотҡан, данлыҡлы Хаммат мулла Шәриповтың ейәнсәре ине.
Уның инәһе, Жеүәйрә әбейем (был ваҡытта минең өләсәйем иҫән булмағас, беҙҙеңсә уны “әзәй” тип йөрөттөм), мин бәләкәй саҡта беҙгә бик йыш килгәнен, биш намаҙын ҡалдырмағанын, үтә сабыр һәм аҡыллы ҡатын булғанын хәтерләйем. Зәкиә әбейем дә иҫ киткес тотанаҡлы, итәғәтле, ипле, сабыр ҡатын булды. Әйткәндәй, ул – ун бер бала әсәһе, “Герой-әсә” тигән юғары исемде алған кеше ине.
...Зәкиә әбейемә мин йыш ҡына әсеткегә һәм башҡа йомош-фәләнгә йөрөй торғайным (беҙҙең яҡта сүпрәне әсетке тиҙәр). Тормошонда ниндәй генә ҡатмалы осорҙар булмаһын, һәр саҡ тын күл кеүек тыныс Зәкиә әбейем һис арттырыуһыҙ үтә йомарт булмышлы, ихлас кеше булды. Беренсе улым тыуып, беҙ ауылға ҡайтҡанды ишеткәс, бүләген тотоп килеп еткәнен иҫләйем. Тик балаға күҙ сите менән дә ҡараманы: ни эшләптер үҙенең күҙен ҡаты тип иҫәпләй һәм сабыйға яңылыш күҙ тейҙереп ҡуймайым тип борсола ине...
Минең инәйем (әсәйем) Зәнифә иһә уның ҡыҙҙары менән тиңдәш булғас, бергә үҫкән һәм күңелендә бик матур хәтирәләр һаҡлай.
“Зәкиә апайым һәм Сәйҙулла еҙнәм менән минең ата-инәйем бик ныҡ яҡын аралашты, татыу булдылар, бергәләп һуғым һуя, донъя мәшәҡәттәрен теүәлләй торғайнылар. Нәбилә ҡыҙы йәштәш булғас, йыш ҡына уларға барам, мейес артындағы оҙон урындыҡта ятабыҙ, хәбәр һатабыҙ... Йәки беҙҙә булабыҙ. Зәкиә апайым көн аша махсус тимер һауыттарҙа унышар икмәк бешерә, һәр саҡ донъя эше менән мәшғүл була торғайны. Уңған булдылар. Һуғымға мотлаҡ бер башмаҡ янына, йылҡы малын да һуйырҙар ине. Хәйер, ун бер баланы ҡарау өсөн башҡаса мөмкин булмағандыр ҙа...
Апайым да, еҙнәм дә, балалары ла дан итеп быйма баҫтылар, кейеҙ баҫыу оҫтаһы булдылар, уларға еткән маһирҙар әле лә тирә-йүндә юҡ. Ыҡсым ғына, йылы, матур быймаларын юллап ҡайҙан ғына килмәйҙәр ине.
Сәйҙулла еҙнәм иҫ киткес кешелекле һәм кеселекле булды. Балаларға ҡарата бик йомшаҡ ине. Беҙ бәләкәй саҡта, төн уртаһында торғоҙоп, ҡаҙ, ҡаҙылыҡ менән һыйлағандары ла иҫтә ҡалған. Һуғыш афәттәрен үтеп, һыңар аяҡһыҙ ҡайтһа ла, шаянлығын юғалтмаған йор һүҙле күңелсәк кеше булды еҙнәм”, – тип хәтирәләрен барлай инәйем.
Атайым Салауат Рәсүлев иһә Учалы районының “Өргөн ауылы тарихы” китабына Сәйҙулла Тайыпов хаҡында бик матур иҫтәлек индергән. Башҡорт халҡының бөйөк улы Мостай Кәримгә бәйле ул. Билдәле булыуынса, үткән быуаттың 50-се йылдарында ул бер нисә йәйҙе Өргөн күле буйында, беҙҙең ауылда үткәргән.
Ҡыҫҡаса ғына бәйән итәм. Сәйҙулла Тайыпов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һаулығын хәстәрләргә Өфөгә барған. Эштәрен эш иткән, әммә аҡсаһы бөткәнлеге асыҡланған. Нимә эшләргә? Баш ҡалала бер танышы юҡ... Мостайҙан башҡа. Ауылға килгәндә яҙыусының урындағы халыҡ менән бик ихлас аралашҡаны, ҡайһы бер әҫәрҙәрен дә өргөндәр тураһында яҙыуы билдәле.
Ҡыҫҡаһы, Яҙыусылар союзына барып, Мостай Кәримдән аҡса алып тороп, Учалыға ҡайтып еткән Сәйҙулла бабай. Тик был хәлде бер кемгә лә һөйләмәгән...
Шулай, киләһе йәй еткән. Бер мәл урамда тәмәке көйрәтеп ултырһа, урамдан Мостай Кәрим һәм беҙҙең ауылда тыуып үҫкән яҙыусы Мөхәммәт Хәйҙәров килә икән. Сәйҙулла бабай, ихлас һәм намыҫлы кеше, уларҙы өйөнә әйҙүкләгән, бурысымды ҡайтарам, тигән. Мостай, хужа ҡыҫтағас, уға эйәргән.
Зәкиә әбей тиҙ генә табын ҡороп ебәргән, сәй ҡуйған. Ашъяулыҡты эреле-ваҡлы унаған бала һырып алғас, арҙаҡлы яҙыусы бик тә хайран ҡалған.
– Сәйҙулла, был балаларҙың барыһы ла һинекеме?, – тип һораған бер аҙ аптырап, Мостай.
– Эйе, – тигән бик тә ғорурланып, Сәйҙулла бабай.
Сәй эсеп бөткәс, хужа ҡатынына:
– Бар әле, Зәкиә, аҡса килтер. Мостайға бирәһе бурысым бар, – тип әйтә икән.
Аптырап киткән ҡатын Сәйҙуллаһының ҡолаҡсынлы бүркен килтереп тотторған:
– Булһа, бөтә аҡса ошонда инде...
Сәйҙулла бабай йыйып тотҡан запасын Мостайға иҫәпләп биреүе була, яҙыусы уны ветерандың ҡатынына кире һона:
– Балаларыңа берәй нәмә алырһың!...
Бына ошондай ауылға йәм һәм йән биргән, “оҫта быймасылар” тигән лайыҡлы даны таралған ябай кешеләр бар ине беҙҙең ауылда. Шөкөр, Тайыповтарҙың кешеләргә файҙа килтергән эштәрен дауам итеүселәре – балалары бар...
Фото авторҙыҡы һәм Интернет селтәренән.