Йәмғиәт
28 Октябрь 2020, 18:00

“Этно-ауыл” проекты авторы нимә тәҡдим итә?

28-30 октябрҙә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсының тәүге миҙгеле финалы уҙғарыла.

28-30 октябрҙә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсының тәүге миҙгеле финалы уҙғарыла. Әлегә тиклем Рәсәйҙең туғыҙ төбәгендә онлайн тәртибендә ярымфиналдар ойошторолдо.
Финалға саҡырылған 200 ҡатнашыусы араһында Башҡортостандан туғыҙ кеше бар. Шул уҡ ваҡытта уларҙың береһе, һаулығы насарайыу сәбәпле, ҡатнаша алмай.
Финалдың тәүге көнөндә “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” компетенциялары моделен баһалау уҙғарыла. 30 октябрҙә “Оҫталар алышы” проекттарын яҡлаясаҡтар. Башҡортостандан унда Салауат Ильясов сығыш яһай. Башҡа финалсылар белем биреү һәм аралашыу сараларында ҡатнаша.
"Мин “Башҡорт ауылы” проектына нигеҙ һалған Красноусол ауылы биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды директорымын. 18 йәштән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм, Башҡортостанда сервис үҙәктәре селтәрен ойошторҙом. 33 йәштә ҡаланан ауылға күсеп ҡайтып, Курорт ауылы старостаһы итеп һайландым, урамдарҙы яҡтылыҡ менән тәьмин иттем. Төбәктең туристик ҡеүәтен күреп, проект менән шөғөлләнә башланым. Унда урындағы халыҡ һәм ауыл инфраструктураһы йәлеп ителәсәк", – тине “Этно-ауыл” проекты авторы Салауат Ильясов.
Уның әйтеүенсә, проект урындағы халыҡҡа “Торатау” геопаркының туристик ҡеүәтен тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Конкурста еңгәндәр танылған рестораторҙарҙан, отельерҙарҙан һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендәге идарасыларҙан тәжрибә үҙләштереү, белем биреү сертификаты алыу, төп туристик компанияларҙа стажировка үтеү, шулай уҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға грант отоу мөмкинлегенә эйә.
Мәғлүм булыуынса, конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проекты нигеҙендә бойомға ашырыла.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас