Донъяла беҙҙе аптыратҡан әкәмәт кешеләр, башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиғалар күп. Бына шуларҙың береһе – ирле-ҡатынлы Светлана һәм Герхард Фогт ғаиләһе. Уларға Германияла бына тигән йәшәп ятҡан ерҙәренән Башҡортостан еренә килеп төпләнергә кем ҡушҡан? Кешене хыял йөрөтә. Улар бына нисә йыл инде Рәсәйҙә ял итеүҙе популярлаштырыу, туризмды үҫтереү теләге менән яна, тип хәбәр итә BashNews.
Герхард күптән Рәсәйгә ғашиҡ, тәүҙә Светлана менән танышып, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр, аҙаҡ Штутгарт эргәһендәге бәләкәй ҡалалағы йорттарын, яҡшы сифатлы Европа тормошон, йомшаҡ климатлы тыуған ерҙәрен, эштәрен һәм балаларын ташлап, тәүҙә Свердловск өлкәһенә, аҙаҡ Башҡортостандың Архангел районына күсәләр. Светлана Германияға Советтәр Союзы тарҡалғандан һуң күсеп килә. Ире менән Свердловск өлкәһендә ресторан һәм ҡунаҡхана төҙөй, әммә бизнес менән шөғөлләнеү теләге тиҙ һүнә, ҡаршылыҡтар аяҡ сала. Тик улар хыялдарынан баш тартмайҙар, Башҡортостанда төпләнеп, Тирәклелә ранчо төҙөргә хыялланалар.
Ике йорт төҙөлгән дә инде, береһе – үҙҙәре өсөн, икенсеһе – ҡунаҡтарға. Тағы ла шундай һигеҙ йорт һәм “Биргартен” кафеһы төҙөргә уйҙары бар. Сит ил ҡунаҡтарының уларҙан өҙөлгәне юҡ, киләсәктә туристар тағы артыр, тип өмөтләнәләр. Өйҙәрҙең проектын Герхард үҙе төҙөгән. Улар хыялдарының тиҙҙән тормошҡа ашасағына ышана. Башҡортостан еренә ғашиҡ булған икәү ошо ҡунаҡсыл ерҙә немең халҡының бәләкәй генә мөйөшөн булдырмаҡсы.